Мулдаҡай (Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мулдаҡай (Учалы районы)

Ауыл
Мулдаҡай
рус. Мулдакаево
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Илсеғол

Координаталар

54°45′49″ с. ш. 59°49′14″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 820 003

ОКТМО коды

80 653 420 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мулдаҡай (Рәсәй)
Мулдаҡай
Мулдаҡай
Мулдаҡай (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мулдаҡай

Мулдаҡай — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 253 кеше[1]. Почта индексы — 453710, ОКАТО коды — 80253820003.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мулдаҡай ауылына Себер даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған, ауыл 1765 йылдан билдәле. 1850 йылға тиклем Илсеғол тигән икенсе исеме булған. Әммә XVIII быуат аҙағында ундай исемле ауылдар булмай. Мулдаҡай ауылы XIX быуат башында барлыҡҡа килә, тәүге төпләнеүсенең исемен ала. Рәүиз материалы Мулдаҡайҙың һәм Илсеғолдоң улдарын, ейәндәрен (Ғайса Мулдаҡаев) телгә ала. 1834 йылда ауылда 284 кеше йәшәй, 25 йылдан һуң — шул уҡ. 1920 йылда 101 йортта 509 кеше иҫәпләнә. 391 кешенең 350 аты, 60 һыйыры, 200 һарығы һәм 25 кәзәһе булған[2].

1866 йылда 32 хужалыҡта 272 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Алтын приискыларында эшләгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 509
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 460
1959 йыл 15 ғинуар 347
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 183
2002 йыл 9 октябрь 243
2010 йыл 14 октябрь 253 126 127 49,8 50,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[4].

1900 йылда 398 кеше йәшәгән. Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мулдаҡай ауылы Мейәс йылғаһы буйында урынлашҡан

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
  • Ҡайын урамы (рус. Березовая улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодёжная улица)
  • Тыныслыҡ урамы (рус. улица Мира)
  • Тамъян урамы (рус. улица Тамъян)[7]

Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Яруллин Вилдан Халидар улы (17. 04. 1968)- йырсы, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фоторәсемдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорттар Мулдаҡай ауылы янында көн уртаһы намаҙын ҡыла. Максим Дмитриевтың 1890-сы йылдарҙағы фотоһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 16. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Мулдаҡай (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. Мулдаҡай (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Госсправка сайтында урамдар исеме

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. Уфа: ГУП РБ "Издательство «Белая Река», 2007. −416 с. :илл. ISBN 978-5-87691-038-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]