Һәйтәк (Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Һәйтәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Учалы

Координаталар

54°20′17″ с. ш. 59°33′37″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 896 004

ОКТМО коды

80 653 496 116

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Һәйтәк (Рәсәй)
Һәйтәк
Һәйтәк
Һәйтәк (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Һәйтәк

Һәйтәк (рус. Сайтаково) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 351 кеше[1]. Почта индексы — 453732, ОКАТО коды — 80253896004.

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Район үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа табан Ямйылға йылғаһы (Уй йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 17 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Учалы): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 10 км[2]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәйтәк ауылы 1795 йылда 166 кеше йәшәгән 28 йорттан торған. 1859 йылда 34 йорт иҫәпләнгән, унда 185 кеше йәшәгән. Совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 289 кеше йәшәгән 55 йорт асыҡланған. Ауылға Ҡараһаҡал етәкселегендәге 1740 йылғы башҡорт ихтилалы ҡатнашыусыһы Ҡара-Табын улусы старшинаһы Һәйтәк Ҡатаев нигеҙ һала. Уның улы 1751 йылғы Аҙнағол, ейәне Байтабай һәм бүләһе Байрамғол билдәле.

Бында йәшәүселәр йәйләү урындарына алыҫ ерҙәргә күсенеп йөрөмәгән, шуға күрә «ауылда йәшәгән, ә малдары ауыл эргәһендә көтөүсе ҡарауы аҫтында көтөлгән». Уларҙың малдары ла сиктән тыш аҙ булған. 36 йортҡа (274 кешегә) 50 ат, 35 һыйыр, 96 һарыҡ һәм 8 кәзә тура килгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр[3].

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәйтәк ауылы Учалы ауыл Советына ҡарай. Башланғыс мәктәп (Учалы урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Арғымаҡ” башҡорт халыҡ театры), мәсет бар[4].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 289
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 221
1959 йыл 15 ғинуар 353
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 329
2002 йыл 9 октябрь 338
2010 йыл 14 октябрьо 351 165 186 47,0 53,0
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (97 %)[5].

1900 йылда 221 кеше йәшәгән.

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Афған тыҡрығы (рус. Афганский переулок)
  • Тау тыҡрығы (рус. Горный переулок)
  • Клуб тыҡрығы (рус. Клубный переулок)
  • М.Шаһиев урамы (рус. улица М.Шагеева)
  • Медпункт тыҡрығы (рус. переулок Медпункта)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус. Школьный переулок)[6]

Ауылға ҡағылышлы кешеләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һәйтәк йылғаһы

Тарихи ҡомартҡылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хәсән суфый ҡәбере[7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]