Эстәлеккә күсергә

Ғәлиәхмәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ғәлиәхмәр
Ғәлиәхмәр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Амангилде

Координаталар

54°01′06″ с. ш. 58°52′36″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 810 003

ОКТМО коды

80 653 410 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ғәлиәхмәр (Рәсәй)
Ғәлиәхмәр
Ғәлиәхмәр
Ғәлиәхмәр (Башҡортостан Республикаһы)
Ғәлиәхмәр

ҒәлиәхмәрБашҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Амангилде ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 124 кеше[1]. Почта индексы — 453748, ОКАТО коды — 80253810003.

Нуғай даруғаһы Тиләү башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә, Миндәк йылғаһы эргәһендә Ғәлиәхмәр ауылына нигеҙ һалған. 1795 йылда унда 17 йортта 96 кеше иҫәпләнгән. X рәүиз буйынса унда 60 йортта 306 кеше иҫәпкә алынған.

1866 йылда Әхмәр, Галишкино, Долино атамалары менән теркәлгән.

25 майҙан 25 авгусҡа тиклем 27 ихатанан (240 кеше) торған 20 арба йәйләүгә сыҡҡан. Уларҙың 246 аты, 223 һыйыры, 100 һарығы, 30 баш кәзәһе булған. Шулай уҡ игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 80 йортта 397 кеше теркәлгән.[4].

Ғәлиәхмәр ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар[5].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 124 63 61 50,8 49,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[6].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Минһажетдинова Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙы (6.9.1901, Ырымбур губернаһы, Троицк өйәҙе, Ғәлиәхмәр ауылы (БР-ның Учалы районы) – 14.3.1989, Ҡобағош ауылы, Учалы районы, БАССР), әкиәтсе. Тыуған ауылында мәҙрәсәлә уҡыған. Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадын яҡшы белгән, нәфис һүҙ оҫтаһы була. Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙынан XX быуаттың 60-сы йылдарында Минһажетдинов М. Х. бер өлөшө «Башҡорт халыҡ ижады» йыйынтығына ингән 30-ға яҡын әкиәтен яҙып алған. Мәүзифа әбейҙең ижадына «Хуш, Уралым!» йыры инә[7][8].
  • Тау тыҡрығы (рус. Горный переулок)
  • Имәләй урамы (рус. улица Ималяй)
  • Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)[9]

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Күбәләк-Теләү нәҫеленең сығышы. Учалы районы Ғәлиәхмәр ауылы Хәмитов Фәйзрахман Кашаф улынан С. Сөләймәнова яҙып алған. — БЛ, № 11; БХИ, РЛ, № 42; БНТ, ПЛ, № 144. Йөкмәткеһе һәм стиле менән әкиәткә яҡын торған легенда[10].
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Ғәлиәхмәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 23. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Ғәлиәхмәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  7. Ғәлиәхмәр // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Бәҙретдинов С. М. Ғүмер артында – ғүмер. Өфө, 1996. Сказки Мавзифы Магафуровны Мингажетдиновой //Фольклор народов РСФСР. Уфа, Вып.1.
  9. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  10. Башҡорт халыҡ ижады. II том. Риүәйәттәр, легендалар. — Өфө: Китап, 1997
  • Бәҙретдинов С. М. Ғүмер артында – ғүмер. Өфө, 1996. Сказки Мавзифы Магафуровны Мингажетдиновой //Фольклор народов РСФСР. Уфа, Вып.1.