Иманғол (Учалы районы)
Ауыл | |
Иманғол Иманғол | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Иманғол (рус. Имангулово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Иманғол ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 861 кеше[1]. Почта индексы — 453734, ОКАТО коды — 80253830001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иманғол ауылы район үҙәгенән көньяҡ-көнбайышҡа һәм Учалы тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 17 км алыҫлыҡта Урал йылғаһы ҡушылдығы Ҡандыболаҡ йылғаһы буйында урынлашҡан[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XVIII быуат уртаһында 1736 йылдың 11 февралендә иғлан ителгән указдары нигеҙендә ҡаҙнаға алынған Себер даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, Кесе Учалы йылғаһы янында, улус үҙәгенән 12 саҡрым алыҫлыҡта, Иманғол (Ташкисеү) атамалы типтәрҙәр ауылы урынлаша. Тәүге төпләнеүсеһе Иманғол Усмановҡа 1811 йылда 76 йәш була. Уның балалары Әбделсәләм, Әптерәй (1746—1815), уның балалары Ниғмәтулла, Зөлҡәрнәй (уның улдары Ярмулла, Кәлимулла, Сәфәрғәли, Муллағәли, Аллаяр, Зәйнелбәшәр), Әбдрәзәҡ (уның балалары Әбдрәҡип, Хөшираушир, Ғайса, Мөхәмәтсәлим, Ғөбәйҙулла, Фәйзула), Әбдрәхим, Әбделкәрим (уның балалары Йәрмөхәмәт, Мөхәмәтрәхим), Әбдрәшит, Әбделмәжит (уның улы Ғайсар) һәм 1801 йылда 15 йылға 2-се типтәр полкына хеҙмәткә саҡырылған Абдуллатиф[4].
Ауылда тәүге төпләнеүсенең аҙашы 1756 йылғы Иманғол Ҡыуазаров та йәшәй, әммә ул йәшерәк була. Уның улдары Мәүлетбай, Тулыбай һәм 1812 йылда 1-се типтәр полкына 15 йыл хеҙмәткә алынған Юлдыбай. XVIII быуат аҙағында Иманғол ауылындағы 30 йортта 214 кеше иҫәпләнә. 1859 йылғы X рәүиз буйынса һәм 1866 йылда ауылда 861 кеше иҫәпләнгән[5].
1801 йылда бында ҡаҙаҡ Итбалы Терешкин индерелгән[6]
Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда шулай уҡ мәктәп теркәлгән[7].
1920 йылда 268 йортта 1549 кеше йәшәгән[8].
Әлеге ваҡытта Иманғол ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[9].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | 1180 | ||||
1920 йыл 26 август | 1549 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 976 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 716 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 764 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 793 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 861 | 437 | 424 | 50,8 | 49,2 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, ауылда башҡорттар йәшәй (95 %)[10].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда[11] һәм 1811 йылда[12] Иманғол ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Ауылдан сыҡҡан билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтшин Фазылйән Әхмәтйән улы (1910— ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, ефрейтор, ике тапҡыр «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры
- Гүзәл Ғәлиева (1 март 1955) — шағир, журналист һәм тәржемәсе, 1987 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Сөнәғәтуллин Йәүҙәт Оморҙаҡ улы (12.06.1924— 29.09.2007) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының штаб начальнигы элемтәсеһе, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Шаһиев Мөждәбә Гәрәй улы (1907—21.05.1985) — Француз Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, макизар.
- Шәйәхмәтов Фазулла Зәйнулла улы (22.04.1929-10.11.2002) — Учалы районындағы «Коммунар» колхозының механикалаштырылған трактор отряды начальнигы. Ленин ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Социалистик Хеҙмәт Геройы (23.06.1966)
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1-се тыҡрыҡ (рус. 1-й переулок)
- 2-се тыҡрыҡ (рус. 2-й переулок)
- 3-сө тыҡрыҡ (рус. 3-й переулок)
- Еңеүҙең 40 йыллығы урамы (рус. улица 40 лет Победы)
- Батыров урамы (рус. улица Батырова)
- Башҡортостан урамы (рус. улица Башкортостан)
- Ҡайын урамы (рус. Березовая улица)
- Сейә урамы (рус. Вишневая улица)
- Ғабдулла Йыһаншин урамы (рус. улица Габдуллы Зиганшина)
- Ғәрипов урамы (рус. улица Гарипова)
- Дуҫлыҡ урамы (рус. улица Дружбы)
- Зәки Вәлиди урамы (рус. улица Заки Валиди)
- Быуа аръяғы урамы (рус. Запрудная улица)
- Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
- Йылға аръяғы тыҡрығы (рус. Заречный переулок)
- Йондоҙ урамы (рус. Звездная улица)
- Интернационалистар урамы (рус. улица Интернационалистов)
- Ирәмәл урамы (рус. улица Иремель)
- Ирәмәл урамы (рус. Иремельская улица)
- Коммунар урамы (рус. Коммунарская улица)
- Урман урамы (рус. Лесная улица)
- Болон урамы рус. Луговая улица)
- Тыныс тыҡрыҡ (рус. Мирный переулок)
- Йәштәр тыҡрығы (рус. Молодежный переулок)
- Күпер тыҡрығы (рус. Мостовой переулок)
- Таулы урамы (рус. Нагорная улица)
- Ниғмәтуллин урамы (рус. улица Нигматуллина)
- Парк урамы (рус. Парковая улица)
- Тау аҫты урамы (рус. Подгорная улица)
- Тау аҫты тыҡрығы (рус. Подгорный переулок)
- Быуа тыҡрығы (рус. Прудный переулок)
- Рәсәй урамы (рус. Российская улица)
- Ҡояш урамы (рус. Солнечная улица)
- Ҡарағай урамы (рус. Сосновая улица)
- Сөнәғәтуллин урамы (рус. улица Сунагатуллина)
- Ташкисеү урамы (рус. улица Ташкисеу)
- Ураҙ урамы (рус. Уразовская улица)
- Учалы урамы (рус. Учалинская улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
- Үҙәк урамы (рус. Центральная улица)
- Яйыҡ урамы ({{lang-ru|Яицкая улица})}[13]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Иманғол (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ НА УНЦ РАН. Ф. 3. Оп. 12. Д. 204
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 27. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ НА УНЦ РАН. Ф. 3. Оп. 12. Д. 51-а. Л. 91.
- ↑ Иманғол (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 27. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Иманғол (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иманғол (Учалы районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 1795 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- 1811 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 27. — ISBN 978-5-295-04683-4.