Сораман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Сораман
Сораман
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Амангилде

Координаталар

54°01′20″ с. ш. 59°00′19″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 810 006

ОКТМО коды

80 653 410 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Сораман (Рәсәй)
Сораман
Сораман
Сораман (Башҡортостан Республикаһы)
Сораман

Сораман — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Амангилде ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 291 кеше[1]. Почта индексы — 453748, ОКАТО коды — 80253810006.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сораман ауылына XVIII быуаттың 2-се яртыһында Нуғай даруғаһы Теләү улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә, Ҡарайылға буйында нигеҙ һалған. Абруйлы аҫаба кешеһе Сораман Абдулваһапов тәүге төпләнеүсе була. 1786 йылда ул Ҡаратабын һәм Теләү улусары араһындағы ыҙан сиктәрен билдәләүҙә ҡатнашҡан. Уның улы Ғүмәр Сораманов 1791—1836 йылдарҙа йәшәй[4]. Ауылда 1795 йылда 17 хужалыҡта 116 кеше йәки 66 ир-ат һәм 55 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән. Быуат уртаһына, 1866 йылда, халыҡ һаны өс тапҡырға арта, 60-ҡа яҡын йортта — 324 кеше йәшәгән[5].

Ике урында, Аҡбилйылға һәм Арҡайыл йылға буйҙарында июнь-август айҙарында күсенеп йөрөгәндәр. 22 хужалыҡта йәшәгән 275 кешегә 118 ат, 202 һыйыр, 200 һарыҡ, 6 кәзә булған. Шулай уҡ игенселек менән шөғөлләнгәндәр. 1842 йылда барыһына 88 бот ужым һәм 1506 бот яҙғы иген сәселгән. Ғабиҙулла Аҙнабаев йылына 140-ар бот сәскән.

1920 йылда 87 хужалыҡта 444 кеше йәшәй. Сораман Ғәбиҙуллиндың һыу тирмәне эшләгән. Ауылда мәсет булған.

Бөгөнгө көндә ауылда Озёрный урта мәктәбе филиалы — башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар[6].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 345
1920 йыл 26 август 444
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 454
1959 йыл 15 ғинуар 380
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 288
2002 йыл 9 октябрь 332
2010 йыл 14 октябрь 291 151 140 51,9 48,1
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[7].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Абдуллин Мөхәррәм Лотфулла улы (рус. Абдуллин Мухарям Лутфуллович) (1917 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкында һуғышҡан. Өлкән сержант.
  • Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы (1.01.1948—10.10.2015), телсе-төркиәтсе, ҡурайсы, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академяһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1995), филология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡорт АССР-ының (1986) атҡаҙанған мәҙәниәт, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008)[8].
  • Шәрипов Фәиз Вилдан улы (27.02.1979) — ҡурайсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы.

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Һаҙ урамы (рус. Болотная улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Яр буйы урамы (рус. Набережная улица)
  • Мәктәп урамы урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[9]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары
  • Керәкә шишмәһе
  • Мамыҡташ тауы[10]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Сораман // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Сораман // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 23. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Сораман // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  8. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәләүетдинов Ишмөхәмәт Ғилметдин улы 2016 йыл 22 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2017)
  9. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  10. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]