Ҡәйепҡол
Ауыл | |
Ҡәйепҡол Ҡайыпҡол | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ҡәйепҡол (Һарт; рус. Каипкулово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 107 кеше[1]. Почта индексы — 453743, ОКАТО коды — 80253855002.
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылғы революцияға тиклемге тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәйепҡол ауылына Нуғай даруғаһы Теләү улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауыл тураһында тәүге мәғлүмәт П. И. Рычковтың «Топография Оренбургская…» исемле хеҙмәтендә 1776 йылда теркәлә. Ауыл карталарҙа, тарихи һәм бөгөнгө административ документтарҙа ла «Ҡәйепҡол» тип йөрөтөлә, ләкин Йәнәй, Ҡатай, Бөрйән волостарында ошо атамалы өс ауыл булғанлыҡтан, был ауыл исеменә — «Һарт» тип өҫтәмә индерелгән. Быуаттар буйына бер урында ултырһа ла (1740-сы йылдарҙа батша карателдәре тарафынан яндырылып 2-2,5 километрға ситкәрәк күсә), Ҡәйепҡол тәүҙә Нуғай даруғаһының Тиләү волосына, һуңыраҡ Ырымбур губернаһы Вернеуральск өйәҙенә ингән Тиләү волосы ауылы булып китә. Ҡәйепҡол ауылы XIX быуатты 100 кеше менән ҡаршылай, ауыл Шәгәр йылғаһы буйында урынлаша. X рәүизгә ихаталар һаны 14-тән 35 ихатаға арта, һәм уларҙа 168 кеше йәшәгән. 1920 йылда унда 50 ихата һәм 229 кеше теркәлә.
Ауылға нигеҙ һалыусы булып Ҡәйепҡол исемле старшина һанала. Уның улы Мөхәмәтйән Ҡәйепҡолов, 1859 йылғы «Ревизская сказка» мәғлүмәттәренә таянғанда, 35 йортлоҡ ауылда ирҙәрҙең иң олоһо булған (71 йәш). Мөхәмәтйән Ҡәйепҡоловтың йәше ауылдың барлыҡҡа килеү ваҡытына ишаралай. Был XVIII быуаттың 70—80-се йылдары булғандыр, моғайын[2]. Ул йылдарҙа ауылда 173 кеше: 88 — ир кеше, 85 — ҡатын-ҡыҙ затынан.
Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, үрҙә әйтелгән өйәҙҙең башҡорт ауылдары 6-сы башҡорт кантоны составына индерелә һәм 25-се йортҡа (командаға) ҡарай. 1863 йылда административ бүленеш үҙгәртелә, кантондар урынына улустар булдырыла. Ҡәйепҡол ауылы Күбәләк-Тиләү волосына ингән. БАССР төҙөлөп, Совет власы урынлашҡас, ауыл Тамъян-Ҡатай кантонының Күбәләк-Тиләү волосына ингән Сораман ауыл Советына ҡарай (1925 йыл), һуңынан Байрамғол ауыл Советы составына күсерелә (1929). 1930-сы йылдан иһә, административ бүленештең район системаһы булдырылғас, Учалы районының Байрамғол ауыл Советына ҡарай башлай.[3]
Башҡортостан тарихынан билдәле булыуынса, XVII быуатта, шулай уҡ 1704—1711, 1735—1739, 1740, 1755 йылдарҙа булған башҡорт ихтилалдарынан һуң Урал аръяғында батша карателдәре тарафынан ауылдар нигеҙенәсә яндырыла. 1740 йылда ғына 537 ауыл үртәлә. Шул ауылдар исемлегендә Ҡәйепҡол да була. Башҡорттар янғын урынына ҡабаттан нигеҙ ҡормағанлыҡтан, ауылдың тәүге нигеҙе — Туйтүбә тауы битләүенән 2-2,5 километрға Яңы Байрамғол ауылы яғынараҡ күсенәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1970 йылдарҙа атҡарылған мелиорациялау сәйәсәте үткәрелә башлау арҡаһында, боронғо зыяраттың йөҙйәшәр ҡарағайҙары ҡырҡылып, ҡәбер таштары аҡтарылып, һөрөнтө ергә әйләндерелә. Быға асыҡ дәлил булып 1957 йылда сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе һөргән ваҡытта, тракторсы Игелеков Мөжип ағайҙың һабан төрәненә эләгеп боронғо зыярат янынан тимер торҡа (кольчуга) килеп сыға. Ул ҡомартҡы Яңы Байрамғол ауылы мәктәбенең музейында һаҡланырға тейеш.
XIX быуаттың тәүге яртыһында 24 йортта 206 кешелек ауыл 20-ләп тирмә ҡороп йәйләүгә сығыр булған. Йәйләүҙәр Оҙонһаҙ, Фауаҙы, Мөхәмәтғәли йылға-шишмәләре буйында, Аҡбейек түбәһе йүнәлешендә урынлашҡан булған. Халыҡ, башлыса, мал-тыуар аҫрау, иген үҫтереү менән көн күргән. 24 йортта 100 ат, 50 һыйыр, 57 һарыҡ, 13 кәзә малы тотҡандар. Игенселек менән шөғөлләнһәләр ҙә, ашлыҡты артыҡ күп сәсмәгәндәр. 72 бот арыш, 736 бот бойҙай, был үлсәмде бөгөнгө үлсәмгә күреһәң был яҡшы күренә. Ләкин Ҡәйепҡолда хәлле кешеләр ҙә булған, мәҫәлән, Ишмырҙа Сөләймәнов менән Фәхретдин Итҡоловтар йыл һайын 117—170 бот ашлыҡ һуҡҡан[3].
Новобайрамгуловскому с/с. Расположена в устье р. Шагарка (приток р. Миндяк), в 63 км к Ю.‑З. от райцентра и 68 км к С.‑В. от ж.‑д. ст. Урал-Тау. Нас.: в 1900—130 чел.; 1920—229; 1939—235; 1959—155; 1989 — 78; 2002—117; 2010—107 человек. Живут башкиры (2002). Есть клуб.
Второе назв. происходит от этнонима «сарт» (см. Табын). В 1795 в 14 дворах проживало 103 чел., в 1866 в 33 дворах — 181 человек. Занимались скот‑вом, земледелием.
Арҙаҡлы шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәҙиев Азамат Ғиниәт улы — БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
- Әхмәҙиев Кәтип Насип улы — Рәсәй Федерацияһының профессиональ белем биреү отличнигы.
- Әхмәҙиева Шәһурә Шәкир ҡыҙы — Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Хәлилов Мөхәмәтәмин Хәлил улы- ауыл хужалығы хеҙмәткәре, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
- Хәлилов Миңғәле Хәлил улы- алдынғы ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Рәхимов Рәүил Мәхмүтдин улы — III дәрәжә Хеҙмәт даны ордены кавалеры, Учалы тау байыҡтырыу комбинаты хеҙмәткәре.
- Рәхимов Марат Вәзир улы — федераль судья.
- Рәхимов Зиннур Ҡадир улы — милиция подполковнигы, миҙалдары: «За отличие в службе II, III степени» «90 лет МВД РБ».
- Фәтҡуллин Лирман Усман улы — ауыл хужалығы белгесе, 2003—2007 йылдарҙа Яңы Байрамғол ауыл советы администрацияһы балығы.
- Фәтҡуллин Илгиз Лирман улы — ауыл хужалығы фәндәре кандидаты, Йылайыр районының хакимиәт башлығы.
- Шәкирова Әнүзә Сәбирйән ҡыҙы — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Мөхәмәтйәрова (Фәтҡуллина) Фәрхинур Мөхәмәтйән ҡыҙы — Ҡәйепҡол башланғыс белем биреү мәктәбенең алдынғы уҡытыусыһы.
- Рәсүлев Салауат Хәйретдин улы — Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.
- Балтабаева (Рәсүлева) Гүзәлиә Салауат ҡыҙы — Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы журналистар ағзаһы, «Башҡортостан» гәзитендә бүлек мөдире[3].
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәҙиев Азамат Ғиниәт улы — (20.03.1922 — 6.11.2005) — 2-се дәрәжә Ватан һығышы ордены кавалеры, миҙалдары: «За оборону Москвы», «Освобождение Варшавы», «За взятие Берлина», «За боевые заслуги».
- Әхмәҙиев Нисибулла Ғиниәт улы — миҙалдары: «За отвагу», «За победу над Германией».
- Билалов Илһам Билал улы — Фин һуғышында, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, өлкән лейтенант, наградалары билдәһеҙ.
- Рәсүлев Ғәйнетдин Рәсүл улы — миҙал: «За победу над Геманией».
- Рәсүлев Хәлфетдин Рәсүл улы — миҙал: «За победу над Геманией».
- Әхмәтов Сабирйән Әхмәт улы — Ленин ордены кавалеры.
- Хәлилов Әйүп Халиҡ улы
- Зәһиҙуллин Вәли Зәһиҙулла улы
- Хөснуллин Нәҡип Хөснулла улы — миҙал: «За отвагу».
- Кинйәбаев Аҙнабай
Хәҙерге көнө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2010 йылдың күрһәткестәре буйынса, Ҡәйепҡолда 42 йорт бар, шуның 5 буш тора, 3 ғаилә яңы йорт төҙөй. Ауылда барлығы 123 кеше йәшәй, 62 — ир, 61 — ҡатын-ҡыҙ, шуларҙың араһынан 21 хаҡлы ялда, балалар баҡсаһы йәшендә 11 бала бар, 13 — бала мәктәп йәшендә. 7 кеше, ситтә йәшәгәндән һуң, тыуған ауылына ҡайтып төпләнгән.
Совет йылдарында ауылда башланғыс мәктәп була, 2006 йылда яңы мәктәп бинаһы ла һалына, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның бинаһы 2007 йылда йәшен утынан тулыһынса янып бөтә. 2007 йылдан алып, Ҡәйепҡол ауылы балалары Яңы Байрамғол мәктәбенә йөрөп белем алалар.
Ауылда клуб бар. Клуб мөдире — Ғиниәтуллина Нурдидә.
Шәхси эшҡыуарҙар асҡан ике магазин эшләп килә.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 107 | 53 | 54 | 49,5 | 50,5 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1834 йылда[5] Ҡәйепҡол ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәгәр йылғаһының Миндәк йылғаһына ҡушылған урынында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 63 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Яңы Байрамғол): 2 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 68 км[6].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү].
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Миндәк йылғаһы
- Шәгәр йылғаһы
- Тора йылғаһы[8]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 24. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Расулев С. Х. Ҡәйепҡол (Һарт) тарихы. — Учалы: Учалы ҡала типографияһы, 2010, 88 бит.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия матералдары(недоступная ссылка)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡәйепҡол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 24. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- 1834 йылғы ревизия матералдары(недоступная ссылка)