Эстәлеккә күсергә

Йылайыр районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йылайыр районы
Йылайыр районы
Байраҡ[d]
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Йылайыр
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаһы
Халыҡ һаны 16 590 кеше (2010)[1]
Сиктәш Бөрйән районы, Баймаҡ районы, Хәйбулла районы, Ейәнсура районы һәм Күгәрсен районы
Майҙан 5773,99 км²
Почта индексы 4536ХХ
Рәсми сайт zilair.bashkortostan.ru
Урынлашыу картаһы
Урындағы телефон коды 34752
Иҫәп төрө халыҡ һанын баһалау[d]
Карта
 Йылайыр районы Викимилектә

Йылайыр районы (рус. Зилаирский район) — Башҡортостан Республикаһының кѳньяғында урынлашҡан. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторолған.

Район үҙәге — Йылайыр ауылы. Республиканың баш ҡалаһы Өфөнән 410 км, Сибай ҡалаһындағы тимер юл станцияһынан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Майҙаны — 5 783 км², Башҡортостандың Ейәнсура, Күгәрсен, Бөрйән, Баймаҡ, Хәйбулла райондары менән сиктәш.

Район территорияһы Бараҡал (Бәрәкәл), Йылайыр һәм Оло Эйек (юғары ағымы) йылғаларының каньон рәүешендәге үҙәндәре менән киҫелеп бѳткән Йылайыр платоһы сиктәрендә урынлашҡан.

Файҙалы ҡаҙылмалары: Йылайыр ятҡылығында — балсыҡ, Юлдыбай ятҡылығында — балсыҡҡа ҡушыла торған ҡом, Үрге Сәлимдә — ҡыҙыл балсыҡ, Исҡужала — тѳҙѳлѳш таштары. Юлаҡ кварц (Новотроицкта), марганец (Йылайыр ауылы эргәһендә) ятҡылыҡтары һәм ваҡ һибелмә алтын ятҡылыҡтарының барлығы билдәле.

Климаты — континенталь, дымлылығы етәрлек түгел. Районда таралған ҡайын ҡатыш ҡарағай урмандар, райондың кѳнбайыш сигендә имән урмандарына әйләнә. Тупраҡ — тау ҡара тупрағы, тау-урман ҡара һәм һоро тупраҡтар, кѳнсығышта — ябай ҡара тупраҡ.

Тәбиғәт ҡомартҡылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡыҙҙар-Биргән ауылы эргәһендәге 600 йыллыҡ ҡарағастар керетелгән.

Йылайыр кантоны осоро (1922—1930)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылайыр кантоны Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының иң ҙур төбәктәренең береһе һәм мәҙәни үҙәге була, унда урман-химия училищеһы эшләй[2].

Йылайыр районы осоро (1930 йылдан алып)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Идара итеү структураһын үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә, 1930 йылдың 20 авгусында БАССР-ҙа кантондар бөтөрөлә һәм Йылайыр районы ойошторола.

Тәүғе реформалар 1963 йылда үтә һәм районды иҡтисади яҡтан ҡарап күрше административ берәмектәргә бүләләр. Ошо ҡарар менән килешмәгән халыҡ үҙенең вәкилдәрен Өфөғә, Мәскәүғә ебәрә һәм 1965 йылдың ғинуарында яңы реформалар юҡҡа сыҡҡандан һуң Йылайыр районы хәҙерге сиктәрендә ҡабаттан тергеҙелә[2].

Был ваҡыттарҙа 1963 йылда тарих фәндәре кандидаты, археолог М. Садыҡова Юлдыбай ауылы биләмәһендә асыш яһай. Ул XIII—XIV быуаттарға ҡараған урта быуат таш ҡурғандарын тапҡан. Был табылдыҡтар ауылды республикала иң боронғо торамаларҙың береһе булыуын иҫбатлай[3]

Артабанғы 1970—1980 йылдарҙа төбәктә социаль өлкә әүҙем үҫешә: ауылдарҙа яңы юлдар һалына, мәктәптәр төҙөлә.

1930 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Халыҡ һаны динамикаһы
ЙылХалыҡ һаны
1930 30 304
1934 27 600 [4]
1937 26 721 [5]
1939 30 648 [6][7]
1959 28 277 [8][7]
1967 27 800 [9]
ЙылХалыҡ һаны
1970 25 830 [10][7]
1979 21 558 [11][7]
1989 18 704 [12][7]
2002 18 939 [13][7]
2008 16 962 [14]
2009 16 762 [15]
ЙылХалыҡ һаны
2010 16 590 [1]
2012 16 212 [16]
2013 15 877 [17]
2014 15 478 [18]
2015 15 163 [19]
2016 15 079 [20]
ЙылХалыҡ һаны
2017 14 923 [21]
2018 14 894 [22]
2019 15 115 [23]
2021 15 087 [24]
2024 14 231 [25]
2025 13 998 [26]

Райондың 13 муниципаль ауыл берәмеге 57 ауылды берләштерә. Иң ҙур ауылдар: Йылайыр (5761 кеше йәшәй), Юлдыбай (1359 кеше), Ҡананикольский (805 кеше), Матрай (940 кеше), Яманһаҙ (733 кеше). Һабыр (527 кеше).

Милли составы

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 56,5 %, урыҫтар — 36,2 %, татарҙар — 3,2 %, сыуаштар — 2,8 %, башҡа милләттәр — 1,3 %[27].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Александр Бурзянцев (19.10.1928—25.05.1997), рәссам, 1958 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), БАССР-ҙың халыҡ (1979) рәссамы һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1986). Яңы Преображенка утарынан.
  • Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы(22.08.1924—2.04.2000), совет комсомол, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1962—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР Юғары Советының 6—9‑сы, РСФСР Юғары Советының 10—11‑се, БАССР Юғары Советының 4—11‑се саҡырылыштары депутаты. 1966—1971 йылдарҙа КПСС‑тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. Ике Ленин (1971, 1984), Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1974) ордендары кавалеры.
  • Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы (27.01.1956), ҡурайсы, педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған (1998), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991), ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1990) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) лауреаты.
  • Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы(8.08.1936—26.11.2016), башҡорт йырсыһы. 1968—1989 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре (диктор, мөхәррир, музыкаль тапшырыуҙар бүлегенең өлкән мөхәррире). Башҡорт АССР-ының халыҡ (1986) артисы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2005).

Район иҡтисады аграр һәм урман сәнәғәте характерына эйә.

Ауыл хужалығы ерҙәре 143,2 мең гектар биләй, (йәки бөтә район территорияһының 24,8%), һѳрѳлгән ерҙәр — 56,8, сабынлыҡтар — 38,6, кѳтѳүлектәр — 47,8 мең гектар. Урмандар 333,0 мең гектар ер биләй (район территорияһының 57,6%) һәм 53434,5 м³3 үҙағас запасына эйә. Быларҙың иҫәбендә ѳлгѳргән һәм ҡартайған йомшаҡ япраҡлы ағастар күпселектә.

Транспорт, мәғариф һәм мәҙәниәт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Район территорияһынан Сибай — Ира (80K-012), Юлдыбай — Аҡъяр (80K-035), Йылайыр — Ҡананикольский — Иҫке Собханғол (80H-022) автомобиль юлдары үтә, аэропорт эшләй (тик махсус транспорт өсөн генә, пассажирҙар өсөн бәләкәй авиацияға финанслау етмәүҙән аэропорт 1990-сы йылдарҙа ябылды).

Районда 2 профессиональ училище, 48 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуның иҫәбендә 13 урта мәктәп; 20 китапхана, 43 мәҙәниәт йорто, район үҙәк һәм 2 тармаҡ хәстәханаһы бар.

Урыҫса «Зилаирские огни» һәм башҡортса «Ауыл уттары» гәзиттәре сыға.

Административ бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йылайыр районына 13 ауыл Советы инә.

Муниципаль берәмек Административ үҙәк Тораҡ
пункттар
Халыҡ һаны
(кеше)
Бирҙәш ауыл Советы Бирҙәш ауылы 4 ↗539 [31]
Үрге Ғәле ауыл Советы Үрге Ғәле ауылы 6 ↘486 [32]
Дмитриевка ауыл Советы Дмитриевка ауылы 7 ↘524 [33]
Йылайыр ауыл Советы Йылайыр ауылы 8 ↗5631 [34]
Иван-Ҡыуалат ауыл Советы Иван-Ҡыуалат ауылы 4 ↗468
Ҡананикольский ауыл Советы Ҡананикольский ауылы 3 ↘777 [35]
Ҡәнзәфәр ауыл Советы Йомағужа ауылы 4 ↘553 [36]
Ҡашҡар ауыл Советы Ҡашҡар ауылы 4 ↗726 [37]
Матрай ауыл Советы Матрай ауылы 7 ↗1382 [38]
Һабыр ауыл Советы Һабыр ауылы 3 ↗731 [39]
Үркәс ауыл Советы Ҡыҙҙар-Биргән ауылы 1 ↘280 [40]
Юлдыбай ауыл Советы Юлдыбай ауылы 4 ↘1977 [41]
Яманһаҙ ауыл Советы Яманһаҙ ауылы 2 ↘820 [42]
Йылайыр районының административ картаһы
  1. 1 2 Всероссийская перепись населения 2010 года
  2. 1 2 Зилаирскому району - 90. Этапы большого пути. «Зилаирские огни» гәзите (10 сентябрь 2020). Дата обращения: 19 август 2026.
  3. ↑ Село Юлдыбаево – самое древнее в республике. «Туған Яҡ». Дата обращения: 19 август 2026.
  4. ↑ Башнархозучет Районы БАССР: экономико-статистический справочник районов за 1932-1933 гг.
  5. ↑ Башгосиздат Башкирская АССР: районный экономический справочник
  6. ↑ перепись населения СССР 1939 года
  7. 1 2 3 4 5 6 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  8. ↑ перепись населения СССР 1959 года
  9. ↑ Редактор: В. Н. Комаров, Издетель:СТАТИСТИЧЕСКОЕ УПРАВЛЕНИЕ БАШКИРСКОЙ АССР Народное хозяйство Башкирской АССР, 1917-1967: статистический сборник.
  10. ↑ перепись населения СССР 1970 года
  11. ↑ перепись населения СССР 1979 года
  12. ↑ перепись населения СССР 1989 года
  13. ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
  14. ↑ 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  15. ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года (урыҫ)
  16. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  17. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
  18. ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  19. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  20. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  21. ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
  22. ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  23. ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  24. ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  25. ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2024 года (урыҫ) — Росстат, 2024.
  26. ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2025 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2025.
  27. ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
  28. ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Валявин Геннадий Георгиевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 декабрь 2018)
  29. ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Тереғолова Зәкиә Сәғәҙәт ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 23 июнь 2018)
  30. ↑ Башҡорт энциклопедияһы - Шиятов Степан Григорьевич(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2018)
  31. ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
  32. ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
  33. ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
  34. ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
  35. ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
  36. ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
  37. ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
  38. ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
  39. ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
  40. ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
  41. ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata
  42. ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года / Wikidata