Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы
Сәлмән Ярмуллин | |
Исеме: |
Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы |
---|---|
Тыуған көнө: |
24 сентябрь 1969 (54 йәш) |
Тыуған урыны: | |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
журналист |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Премиялары: |
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (1998); Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы (2005). |
Наградалары: |
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018); Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009) |
Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы (24 сентябрь 1969 йыл) — журналист, 1991 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. 2006 йылдан «Аманат» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018). Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009) һәм мәғариф отличнигы (2009). Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (1998) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы (2005) лауреаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлмән Шакирйән улы Ярмуллин 1969 йылдың 24 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылында тыуған. Азат Ярмуллиндың ағаһы.
- 1995 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
- 1989—1990 йылдарҙа Йылайыр районының «За коммунизм» гәзите хеҙмәткәре.
- 1991 йылдан «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе, 1999 йылдан — гәзиттең бүлек мөдире.
- 2000 йылдан — «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире.
- 2006 йылдан — «Аманат» балалар һәм үҫмерҙәр журналының баш мөхәррире[1].
Тарих һәм этнография буйынса мәҡәләләр серияһы авторы. «Ахыры заман — аяҡ аҫтында» (2005) публицистик очерктар китабында ислам, башҡорт халыҡ тарихы, башҡорт теле, Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси хәлдәре мәсьәләләре сағылдырыла.
2018 йылдың майында Сәлмән Ярмуллинға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде[2].
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ахыры заман — аяҡ аҫтында: Публицистик очерктар. — Өфө: Китап, 2005. — бит.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018)
- Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009)
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (1998)
- Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы (2005).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 24 сентябрҙә тыуғандар
- 1969 йылда тыуғандар
- Йылайыр районында тыуғандар
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары
- Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаттары
- Башҡортостан журналистары
- Башҡортостан Журналистар союзы ағзалары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- «Йәшлек» гәзите журналистары
- «Аманат» журналы баш мөхәррирҙәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре
- Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре