Ярмуллин Азат Шакирйән улы
Уҡыу көйләүҙәре
Ярмуллин Азат Шакирйән улы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
журналист |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Премиялары: | |
Ярмуллин Азат Шакирйән улы (4 ноябрь 1975 йыл) — журналист, тарихсы, дәүләт хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек начальнигы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитет һәм Башҡарма комитеттың Совет ағзаһы (2016). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Азат Шакирйән улы Ярмуллин 1975 йылдың 4 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылында тыуған. Журналист Сәлмән Ярмуллиндың ҡустыһы.
- 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
- 1999 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар студияһында программа алып барыусы, 2000 йылдан студия мөхәррире; 2001 йылдан телевидение студияһы мөхәррире.
- 2002 йылдың апреленән «Тамаша» журналы; ноябренән «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе.
- 2006 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) Башҡарма комитетының баш белгесе.
- 2007 йылдан «Башҡортостан энциклопедияһы» ғилми баҫмаһының бүлек мөхәррире, 2012 йылдан — генераль директор урынбаҫары, 2014 йылдан — энциклопедик баҫмаларҙың баш мөхәррире урынбаҫары.
- 2016 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Китап палатаһы директоры[1].
- 2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек етәксеһе.
Хәрби-тарихи темаға фәнни-публицистик мәҡәләләр һәм китаптар авторы. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2010).
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәр хаҡында ҡыҫҡаса биографик очерктар. — Өфө. — 2009. — 222 бит[[2].
Матбуғат баҫмаларындағы мәҡәләләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Первый опыт договорных отношений. На пути к созданию республики существовало множество преград. (К 90-ЛЕТИЮ СО ДНЯ ПРОВОЗГЛАШЕНИЯ СОВЕТСКОЙ АВТОНОМИИ БАШКОРТОСТАНА). «Республика Башкортостан» гәзите, № 49, 2009, 13 март[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитет һәм Башҡарма комитеттың Совет ағзаһы (2016)[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ГОСУДАРСТВЕННОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ "ГОСУДАРСТВЕННАЯ КНИЖНАЯ ПАЛАТА РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН" (АРХИВ ПЕЧАТИ РЕСПУБЛИКИ). Официальный сайт
- ↑ Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында https://kitaptar.bashkort.org/files/avtonomiyaly_bashqortostan_bajraghy_astynda._ofo._2009.pdf]
- ↑ Газета «Республика Башкортостан», № 49, 2009, 13 марта 2019 йыл 16 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 февраль 2019)
- ↑ Всемирный курултай (конгресс) башкир. Официальный сайт. Члены Исполкома и Совета Исполкома 2018 йыл 31 декабрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 февраль 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ярмуллин Азат Шакирйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 декабрь 2021)
Категориялар:
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 4 ноябрҙә тыуғандар
- 1975 йылда тыуғандар
- Йылайыр районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары
- Башҡортостан Журналистар союзы ағзалары
- Шәхестәр:«Башҡортостан» ТРК
- «Тамаша» журналы хеҙмәткәрҙәре
- Шәхестәр:Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплекс)