Эстәлеккә күсергә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы
Нигеҙләү датаһы 1995
Рәсем
Етәксе Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы
Адрес Өфө ҡалаһы, Революцион урам, 43
Рәсми сайт kurultay-ufa.ru
 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Викимилектә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге. Төп маҡсаты — башҡорттарҙың һәм Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәүсе милләтәштәребеҙҙең берләшеүенә ярҙам итеү, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү, башҡорттарҙың социаль-иҡтисади хәлен, рухи-мәҙәни тормошон яҡшыртыу, дуҫлыҡты һәм милләт-ара татыулыҡты нығытыу.

Юғары ҡарарҙар ҡабул итеү хоҡуғына бөтә халыҡ вәкилдәре йыйыны — Ҡоролтай эйә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдан эшләп килә. Ҡоролтайҙар араһында берлек эшмәкәрлеге менән башҡарма комитет идара итһә, 2019 йылдан был вазифа Ҡоролтай президумына бирелде.

Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрендә, йыраҡ һәм яҡын сит илдәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресс) бүлексәләре бар.

Борон-борондан башҡорттар тормоштарындағы иң мөһим мәсьәләләрен хәл итергә ҡоролтайға йыйылған.

  • I Бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 20—27 июлендә Ырымбур ҡалаһында үтә.
  • II Бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 25—29 авгусында Өфө ҡалаһында үтә.
  • III Бөтә башҡорт ҡоролтайы 1917 йылдың 8—20 декабрендә Ырымбур ҡалаһында үтә.

I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайы Башҡорт өлкә (үҙәк) шураһын (советын) төҙөү һәм «Башҡорт» гәзитен сығарыу тураһында ҡарар ҡабул итә [1] .

III Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан автономияһының иғлан ителеүе раҫлана.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1995 йылдың 1—2 июнендә Өфө ҡалаһында үтә[2]. Башҡортостан Республикаһының һәр ҡала һәм районынан, Рәсәйҙең 10 республикаһы һәм 18 өлкәһенән, 7 яҡын сит ил дәүләтенән, шулай уҡ Венгрия, Германия, Ҡытай, Перу, Польша, АҠШ, Төркиә, Финляндия, Швейцария һәм Көньяҡ Африка Республикаһынан бөтәһе 806 вәкил ҡатнаша. Ҡоролтай барышында 10 йүнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үтә. Башҡорттарға, Башҡортостан Республикаһы халҡына, Башҡортостан Республикаһы дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайға, донъя дәүләттәренә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты һайлана. Башҡарма комитеттың эш урыны итеп Өфө ҡалаһы билдәләнә.

II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2002 йылдың июнендә Өфө ҡалаһында үтте[2]. Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән Израил, Италия, Канада, АҠШ, Төркиә һәм Япониянан 800-ҙән ашыу вәкил ҡатнашты. Ҡоролтай барышында 12 юнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үткәрелде. Рәсәй Федерацияһы Һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдарына милли сәйәсәт, милләт-ара мөнәсәбәт, милли мәҙәниәт һәм республика халыҡтары телдәрен артабан камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр индерелде. Башҡорт халҡына, Башҡортостан халыҡтарына, Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путинға мөрәжәғәттәр ҡабул ителде.

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 2010 йылдың 10-11 июнендә Өфө ҡалаһында булды.[2]. Унда Башҡортостан Республикаһынан, Рәсәй Федерацияһының 33 төбәгенән, 19 сит илдән, шул иҫәптән АҠШ, Бразилия, Германия, Израил, Италия, Канада, Португалия, Төркиә, Япония, Балтия һәм БДБ илдәренән 800-ҙән ашыу вәкил ҡатнашты. Беренсе тапҡыр I йәштәр ҡоролтайы ойошторолоп, уның эшенә 1 000 ашыу вәкил йәлеп ителде. Ҡоролтай 12 йүнәлеш буйынса кесе ҡорҙар үткәрелде. Милли сәйәсәт һәм милләт—ара мөнәсәбәт буйынса мөһим ҡарарҙар, башҡорт халҡына, Башҡортостан халыҡтарына, Рәсәй Президенты Д. А. Медведевҡа мөрәжәғәттәр ҡабул ителде.

IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2015 йылдың ноябрендә Өфөлә IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарыла[3][4][5].

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2019 йылдың 27-29 июнендә Өфөлә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарыла. Беренсе тапҡыр Ҡоролтай президумы индерелә һәм уның 6 ағзаһы һайлана.

Президум рәйестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы — 2019 йылдың 28 июненән[6]

Башҡарма комитет рәйестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы (1995—2002)
  2. Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (2002—2006)
  3. Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы (2006—2009)
  4. Ғәлин Азамат Зәки улы (2009—2010)
  5. Солтанморатов Илгиз Замфир улы (2010—2011)
  6. Йосопов Марсель Харис улы (2011—2012)
  7. Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы (2012—2015)
  8. Ишемғолов Әмир Миңләхмәт улы (11.2015—11.2018)
  9. Ғәйнуллин Данир Әхмәҙи улы (28.11.2018—28.06.2019)
  10. Юлдашев Искәндәр Хисмәтулла улы (29.06.2019—4.03.2020)[7]
  11. Яҡупов Ғәлим Миңлеғәле улы — 2020 йылдың 4 мартынан[8]
  12. Йосопов Юлдаш Мөхәммәт улы

Тормошҡа ашырылған проекттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡоролтай тураһында ваҡытлы матбуғат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығында яңылыҡтар теҙмәһе
  • Рәхимҡолова А. Әмир Ишемғолов: «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халыҡ өсөн абруйлы ойошма булырға тейеш». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 29 февраль[13].
  • Рахимкулова А. Амир Ишемгулов: «Всемирный курултай башкир должен стать авторитетной организацией для народа».«Башинфор]» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 29 февраль[14].
  1. Башҡортостан энциклопедияһында Башҡорт шураһы(недоступная ссылка)
  2. 2,0 2,1 2,2 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙарын үткәреү тураһында 2013 йыл 27 июль архивланған.
  3. Баш ҡалала IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарыла — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 20 октябрь
  4. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 19 октября 2015 года № 449 «О подготовке и проведении IV Всемирного курултая башкир» — Официальный интернет-портал правовой информации Республики Башкортостан 2016 йыл 5 март архивланған. (рус.)
  5.  (рус.) n:ru:IV Всемирный Курултай (Конгресс) башкир отметил популярность Башкирской Википедии — Викиновости, 22.11.2015
  6. Председателем президума Всемирного курултая башкир стала Эльвира Аиткулова. ИА «Башинформ», 2019, 28 июнь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 июнь 2019)
  7. Председателем исполкома Всемирного курултая башкир избран Искандер Юлдашев. PROUFU.ru. 2019, 30 июнь
  8. Ғәлим Яҡупов — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020, 4 март (Тикшерелеү көнө: 4 март 2020)
  9. Трезвое село
  10. Шаймуратовцы
  11. Башкирские рода
  12. Северные амуры
  13. Әмир Ишемғолов: «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халыҡ өсөн абруйлы ойошма булырға тейеш» «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 29 февраль (Тикшерелеү көнө: 29 февраль 2016)
  14. Амир Ишемгулов: «Всемирный курултай башкир должен стать авторитетной организацией для народа» ИА «Башинформ», 2016, 29 февраль (Тикшерелеү көнө: 29 февраль 2016) (рус.)