Эстәлеккә күсергә

Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 1 август 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Яҡшембәт, Көйөргәҙе районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре
Уҡыу йорто Башҡортостан ауыл хужалығы институты
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Аҙнабаев Румил Тәлғәт улы (1 август 1941 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт АССР-ы Юғары Советының ХII саҡырылыш халыҡ депутаты (1991—1995), Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2013—2018). Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролотайы (Конгресы) рәйесе (2006—2009, 2012—2015). Милләте башҡорт.

1941 йылдың 1 авгусында Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылында тыуған.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Свердловск юғары партия мәктәбен, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идаралығы академияһын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1965 йылда Көйөргәҙе районы Мораптал совхозында ауыл хужалығы машиналары буйынса инженер булып башлай.

1965-1966 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә

1966-1975 йылдарҙа Көйөргәҙе районы Мораптал совхозында баш инженер булып эшләй.

1975—1983 йылдарҙа — КПСС-тың Күмертау ҡала комитеты инструкторы, бүлек мөдире, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы.

1983—1990 йылдарҙа. — КПСС-тың Баҡалы район комитетының икенсе секретары — халыҡ депутаттарының Баҡалы район Советы рәйесе.

1995—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Министрҙар кабинетында бүлек мөдире.

2001—2004 йылдарҙа — Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең директор урынбаҫары.

2004—2015 йылдарҙа. — рәйесенең беренсе урынбаҫары, йәмәғәт берекмәләре башҡарма комитеты рәйесе, халыҡ-ара берлеге «бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы (конгресс) башкир».

1990 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары Советының ХII саҡырылыш халыҡ депутаты итеп һайлана. Халыҡ депутаттары советы эше, идара һәм үҙидараны үҫтереү мәсьәләләре буйынса Комиссия рәйесе вазифаһын үтәй.

2013 йылда 28-се Ҡыҙыл бер мандаталы һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет рәйесе вазифаһын үтәй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]