Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү


Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай

V саҡырылыш

Тип
Тип

бер палаталы парламент

Етәкселек
Рәйес

Толкачёв Константин Борисович, Берҙәм Рәсәй
с 1999

Структура
Ағзалар

110 [1]

State Assembly of the Republic of Bashkortostan 2013.svg

Фракциялар
Һуңғы һайлауҙар

2013 йылдың 8 сентябре

Сайт

www.gsrb.ru

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай[2] — Башҡортостан Республикаһының берҙән бер юғары вәкәләтле һәм закондар (ҡанундар) сығарыу дәүләт органы. Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында Башҡортостан Республикаһы парламенты иң ҙуры (110 депутат), республика халыҡ һаны буйынса региондар араһында етенсе урында тора.

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 4-се бүлеге һәм Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай тураһында»[2] законы Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтай статусын билдәләй һәм уның эшмәкәрлегенең нигеҙе булып тора..

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1917 йылда I, II һәм III Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары үтә. 1917 йылдың 10 декабрендә дәүләтселекте булдырған III Башҡорт ҡоролтайында тәүге парламент — Кесе ҡоролтай һайлана.

1920 йылдан 1937 йылғаса Советтарҙың Бөтә Башҡортостан 1 - 10 съездары үтә, улар барышында Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты һайлана.

1938 йылдан 1995 йылғаса — 1 - 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советының ( 1993 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы) сессиялары.

1994йылдың 2 мартында « Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай тураһында»[2] законы ҡабул ителә, уға ярашлы парламент ике палатанан  — Вәкилдәр палатаһы һәм Заҡондар сығарыу палатаһынан тора.

2002 йылдың 30 декабрендә яңы « Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай тураһында» законы ҡабул ителә[3].

1995 йылдан 2013 йылғаса — 1 - 4-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай сессиялары .

Башҡортостан Парламенты етәкселәре[4][үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай йорто.
1 Мортазин Муса Лот улы (1891—1937) БашЦИК рәйесе (1920—1921).
2 Хоҙайбирҙин Шәһит Әхмәт улы (1896—1924) БашЦИК рәйесе (1921—1922).
3 Ҡушаев Хәфиз Ҡушай улы (1888—1937) БашЦИК рәйесе (1922—1929)
4 Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы (1899—1937) БашЦИК рәйесе (1929—1931).
5 Таһиров Авзал Мөхөтдин улы (1890—1937) БашЦИК рәйесе (1931—1937).
6 Ибраһимов Рәхим Кирәй улы (1904—1971) БашЦИК рәйесе вазифаһын башҡарыусы (1937—1838).
7 Ниғмәтйәнов Ғилман Вилдан улы (1911—1989) БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе (1946—1950).
8 Зәғәфуранов Файзрахман Зәғәфуран улы (1913—1975) БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе (1950—1967).
9 Солтанов Фәйзулла Вәли улы (1922—1992) БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе (1967—1990).
10 Рәхимов Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы(1934) Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы рәйесе (1990—1993).
11 Демин Юрий Сергеевич (1940—2009) Рәйес вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы рәйесе (1994—1995).
12 Зайцев Михаил Алексеевич (1938—2010) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе (1995—1999)
13 Толкачев Константин Борисович (1953) Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе (1999 йылдан алып).


Хакимиәт даирәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайы ҡарамағындағы мәсьәләләр:

  • Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын ҡабул итеү, уға төҙәтмә һәм өҫтәлмәләр индереү;
  • Башҡортостан Республикаһы хакимиәт даирәһе сиктәрендә һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының берлектәге хакимиәт даирәһенә ҡараған мәсьәләләрҙе законға ярашлы көйләү;
  • Башҡортостан Республикаһы закондарын аңлатма биреү, уларҙың үтәлешен күҙәтеп барыу ;
  • Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеш программаһын раҫлау;
  • Башҡортостан Республикаһының бюджетын һәм уның үтәлешен раҫлау;
  • федераль законға ярашлы Башҡортостан Республикаһында һалым һәм башҡа йыйымдарҙы билдәләү;
  • Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль төҙөлөшөн булдырыу һәм уны үҙгәртеү тәртибе;
  • Башҡортостан Республикаһында референдум билдәләү һәм үткәреү тәртибен булдырыу , Башҡортостан Республикаһында референдум үткәреү көнөн билдәләү ;
  • Рәсәй Федерацияһы Президенты тәҡдим иткән кандидатураға Башҡортостан Республикаһы Президенты (Башлығы) вәкәләттәрен биреү тураһында ҡарар сығарыу;
  • Башҡортостан Республикаһы Президентына (Башлығына) ышаныс (ышаныс юғалтыуҙы) белдереү тураһында ҡарар сығарыу ;
  • Башҡортостан Республикаһы премьер-министрын билдәләү буйынса ярашыу;
  • Башҡортостан Республикаһы Конституция судының рәйесен, рәйес урынбаҫарын һәм судьяларын билдәләү;
  • Башҡортостан Республикаһы Прокурорын билдәләү буйынса ярашыу;
  • Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылыш Дәүләт думаһында закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғын тормошҡа ашырыу;
  • парламент тикшереүҙәрен һәм парламент тыңлауҙарын үткәреү;
  • Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил һәм Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил вазифаһына билдәләү һәм был вазифаларҙан азат итеү;
  • Башҡортостан Республикаһы Контроль иҫәп палатаһы рәйесе вазифаһына билдәләү һәм был вазифанан азат итеү;
  • мировой судьялар һайлау;
  • Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын, Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исемдәрен булдырыу һәм башҡа мәсьәләләр.

Етәкселек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайҙың Рәйесе һәм уның өс урынбаҫары етәкләй .

V саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы- Ҡоролтайының Рәйесе — Толкачёв Константин Борисович.

Комитеттар һәм комиссиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

V Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының 8 даими эшләүсе комитеты:

  • торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты ;
  • һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ;
  • мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет;
  • аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу буйынса комитет ;
  • сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет ;
  • бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитет;
  • урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет;
  • дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет .

Бынан тыш 5 комиссия булдырылған:

  • һайлауҙар барышын электрон система ҡулланып тикшереп тороу буйынса;
  • регламентты үтәү буйынса комиссия;
  • депутат этикаһы буйынса комиссия;
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтайҙың наградалары буйынса комиссия;
  • мандат комиссияһы.

Йәмәғәт палатаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәмәғәт палатаһы — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы — Ҡоролтайҙың консультатив органы, граждандар йәмғиәтен ойоштороуҙа төп урындарҙың береһен биләй[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]