Эстәлеккә күсергә

Таһиров Афзал Мөхитдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Таһиров Авзал Мөхөтдин улы битенән йүнәлтелде)
Афзал Мөхитдин улы Таһиров
татар. Афзал Мөхетдин улы Таһиров
Флаг
Флаг
БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты (БашЦИК)
1931 — 1937
Алдан килеүсе: Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы
Дауамсы: Ибраһимов Рәхим Кирәй улы
 
Тыуған: 25 октябрь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Ғабдрахман ауылы, Әлмәт улусы, Бөгөлмә өйәҙе, Һамар губернаһы[1]
Үлгән: 27 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (46 йәш)
Мәскәү
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Белеме: Хөсәйениә мәҙрәсәһе

Таһиров Афзал Мөхитдин улы (25 октябрь 1890 йыл — 27 сентябрь 1937 йыл) — СССР-ҙың дәүләт, партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1928 йылдан ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының партколлегия секретары, 1931 йылдан — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты, бер үк ваҡытта 1934 йылдан БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе, 1936 йылдан Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты директоры. Хәрәзм Халыҡ Совет Республикаһының Хеҙмәт ордены кавалеры (1923), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған совет әҙәбиәте һәм сәнғәте эшмәкәре (1934). Сәйәси золом ҡорбаны.

Афзал Мөхитдин улы Таһиров 1890 йылдың 25 октябреңдә Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе Әлмәт улусындағы Ғабдрахман ауылында[1] ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Афзал Таһиров тәүҙә Ҡазан мәҙрәсәһендә, һуңынан Ырымбурҙағы «Хөсәиниә» мәҙрәсәһендә уҡый.

1911 йылдан алып 1917 йылға тиклем ул батша армияһында хеҙмәт итә, империалистик һуғышта ҡатнаша. 1913 йылда, Рәссәйҙә яңы революцион күтәрелеш осоронда. Афзал Таһиров Киев ҡалаһында Коммунистар партияһы сафына инә.

1918 йылдан алып 1920 йылға тиклем ул граждандар һуғышында була. Халыҡ хужалығын аяҡҡа баҫтырыу, индустриализация һәм ауылдарҙы коллективлаштырыу осоронда Афзал Таһиров совет, партия һәм матбуғат органдарында яуаплы эштәр башҡара.

1920 йылдан Ырымбур ҡалаһында нәшер ителгән «Юҡһылдар һүҙе» гәзите мөхәррире, 1921 йылдан — РКП(б)‑ның Сәмәрҡәнд өлкә комитетының агитация‑пропаганда бүлеге һәм халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, 1922—1925 йылдарҙа РКП(б)‑ның Хәрәзм Үҙәк Комитеты рәйесе, бер үк ваҡытта «Инкилоб куяши» гәзите мөхәррире.

1925—1927 йылдарҙа Мәскәүҙә Коммунистик академияла уҡый. Академияны тамамлағас, Афзал Таһиров ВКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитетына партколлегия секретары итеп ебәрелә, ә 1931 йылда Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана һәм 1937 йылға тиклем шул урында эшләй. Бер үк ваҡытта — 1934 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы етәксеһе булараҡ ҙур эштәр башҡара, 1936 йылдан — Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты директоры.

Афзал Таһиров Октябрь революцияhына тиклем үк әҫәрҙәр яҙа башлай. Уның тәүге «Бисура» комедияһы 1907 йылда яҙыла, аҙаҡ «һатылған ҡыҙҙар», «Әтрәгәләмдәр», «Йәмәлкә тауы» кеүек проза әҫәрҙәре баҫылып сыға. Совет власы шарттарында уның ижады айырыуса активлаша. «һалдаттар», «Ҡыҙыл гвардеецтар», «Ҡыҙыл армеецтар» романдарын, «Иген фабригы», «Машиналар ҡаны», «Тәүге көндәр», «Комсомол», «Штурвалсы» кеүек повестарын һәм бик күп һандағы хикәйә һәм очерктарын ижад итә.

Әҙип проза менән бергә драма жанрыңда ла актив эшләне. Уның бөтәһе егермеләп сәхнә әҫәрҙәре бар. Айырыуса «Алатау». «17—30», «Үрнәк», «Завод», «Ҡалдыҡтар», «Себерәк Ғилман» кеүек драма әҫәрҙәре театрҙар сәхнәһендә йыш ҡуйылды. Күренекле яҙыусының байтаҡ прозаик, драматургик әҫәрҙәре рус һәм башҡа телдәргә лә тәржемә ителгән.

1937 йылда атып үлтерелгән[2].

  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 116—117 с. ISBN 5-295-02294-3.

Дом, в котором жил Афзал Тагиров. Коммунистическая улица, 37