Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Ҡадир Рәхим улы Тимерғазин
Timergazin.jpg
Тыуған көнө:

5 февраль 1913({{padleft:1913|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған урыны:

Аҡсыуаш ауылы, Әмин улусы, Шадринск өйәҙе, Пермь губернаһы[1]

Вафат булыу көнө:

4 апрель 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (50 йәш)

Вафат булған урыны:

Мәскәү

Гражданлығы:

Российская империя, СССР

Ғилми өлкәһе:

Нефть ятҡылығы геологияһы

Эшләгән урыны:

Тау-геология институты

Ғилми дәрәжәһе:

геология-минералогия фәндәре докторы

Ғилми исеме:

профессор

Уҡыу йорто:

Ҡазан университеты

Награда һәм премиялары


2-се дәрәжәле Ватан һуғышы ордены — 1945 Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1944 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1948 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1959
«Берлинды алған өсөн» миҙалы
«Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Хата: рәсем дөрөҫ түгел йәки юҡ

Кадыр Рахимович Тимергазин (башҡ. Ҡадир Рәхим улы Тимерғазин, 5 февраль 1913, Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе Сабактыкүл (Аҡсабаҡ) ауылы (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы4 апрель 1963, Мәскәү) — нефтсе- геолог. башҡорттарҙан тәүге геология-минералогия докторы, БАССР-ҙың йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. БАССР-ҙың Юғары Советы рәйесе.

Тормош юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡадир Рәхим улы Тимерғәзин ярлы крәҫтиән ғаиләһендә туғыҙынсы бала булып, донъяға килгән. Бала сағында уҡ көтөүсе,батрак булып эшләгән. 14 йәшендә ата-әсәһенән ҡасып китеп, Арғаяштағы интернат- мәктәпкә уҡырға инә.

1930- 1935 - Ҡазан университетының геология факультетында уҡый.

1935-1937 - Университетты тамамлағас, Башнефтекомбинаттың Үҙәк фәнни-тикшеренеү лабораторияһында эксперименталь промысла геологияһы лабораторияһында геолог, петрография кабинетында петрограф булып эшләй.

19371941 — «Башнефть» берекмәһенең Үҙәк фәнни лабораторияһының геология кабинетында начальник.

19411943 — Ҡыҙыл Армия сафында: башта Монголияла Забайкальский фронт артиллерия взводы командиры , һуңыраҡ ике йыллыҡ Хәрби -юридик академияға Ашхабад ҡалаһына күсерелә.

19431945 — 1-се Белорус фронтының 397-се уҡсылар дивизияһында һуғыша. Белоруссия, Балтик буйын,Польшаны азат итеүҙә, Көнсығыш Германияны алыуҙа, Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша , Америка армияһы менән Эльбалағы осрашыуҙа ҡатнаша. Орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

19451946 — Германияла Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

19461947 — «Башнефть» Үҙәк фәнни- тикшеренеү интитуты директоры ( уның нигеҙендә Өфө нефть эшкәртеү заводы Үҙәк лабораторияһы ҡатнашлығында Өфө нефть фәнни-тикшеренеү институты ойошторола).

19471950 — Өфө нефть фәнни- тикшеренеү институтының литология һәм геохимия лабораторияһы мөдире .

1949 - «Терригенные отложения девона Бавлинско-Туймазинского нефтеносного района» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

19501951 — Өфө нефть фәнни- тикшеренеү институтының геология бүлеге начальнигы.

19511953 — СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тау геологияһы институты директоры

Һуңыраҡ — Тау геологияһы институтының нефть һәм газ лабораторияһы мөдире (хәҙерге Рәсәй фәндәр академияһының Өфө фәнни үҙәге Геология институты) [2].

1958 — геология-минералогия фәндәре докторы, диссертация темаһы: «Додевонские образования Западной Башкирии и перспективы их нефтегазоносности».

19591963БАССР-ҙың Юғары Советы депутаты һәм рәйесе.

1960 йылдан — профессор.

1963 — РСФСР Юғары Советы депутаты.

1963 йылдың 4 апрелендә фронтта окопта алған нефрит сиренән вафат була .

Файл:Timerazin-plaque.jpeg
Мемориальная доска на доме где жил К. Р. Тимергазин

Фәнни ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүгеләрҙән булып, Ишембай нефть ятҡылығы тау тоҡомдарының литология, карбондың коллектор сифаттарын, Көнъяҡ Уралдың көнбайыш һыртының Нөгөш разрезындағы өфө ҡыҙыл төҫтәге ҡатламдарының характеристикаһын бирә.

Башҡортостандың Туймазы районындағы пермь осоро ташкүмер һәм девон ҡатламдарының комплекслы (төрлө яҡлап) тикшерә. Был эштәрҙең һөҙөмтәһендә: нефть һәм газ ятҡылыҡтарында эҙләнеү-разведка эштәренең эффекты арта, Башҡортостан нефть табыу буйынса СССР-ҙа беренсе урынға сыға. [3]. Ул девондың терриген ҡатламының үҫеү майҙанында скважиналар быраулауҙы тәҡдм итә. Туймазы, Баулы, Шкапов, Серафимовка нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа ҡатнаша. 70 фәнни хеҙмәт авторы.

Китаптар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тимергазин К. Р. Очерки по истории башкирской нефти. Уфа: Башгосиздат, 1956
  • Тимергазин К. Р. Додевонские образования западной Башкирии и перспективы их нефтегазоносности. — Уфа: Горно-геол. ин-т БФАН СССР, 1959. 331 с.
  • Стратиграфическая схема досреднедевонских отложений Волго-Уральской нефтяной провинции: проект унифицированной схемы, под ред. К. Р. Тимергазина, Уфа: Изд. БФАН СССР, 1959, 21 c.
  • Тимергазин К. Р. Башкирская нефть, история и перспективы её развития. — Уфа: Башкнигоиздат, 1959, 111 с.
  • Древние отложения Западной Башкирии, отв. редактор К. Р. Тимергазин, Мск.: Изд. АН СССР, 1960, 119 с.
  • Тимергазин К. Р. Избранные труды. Книга 1: «Терригенные отложения девона Бавлинско-Туймазинского нефтеносного района». — Өфө: Ғилем, 2000. 184 c. ISBN 5-7501-0188-6
  • Тимергазин К. Р. Избранные труды. Книга 2. «Додевонские образования Западной Башкирии и перспективы их нефтегазоносности». — Өфө: Ғилем, 2006

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • « Почёт билдәһе» ордены, дважды, в 1948 и 1957 годах,
  • «Ватан һуғышы» ордены, II дәрәжә,1945
  • «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены,29.12.1944
  • « Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы,
  • « Берлинды алған өсөн» миҙалы,
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы,
  • «Фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы,
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (6 июнь, 1957) — геология фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн

Китаптары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тимергазин К. Р. Очерки по истории башкирской нефти. Уфа: Башгосиздат, 1956
  • Тимергазин К. Р. Додевонские образования западной Башкирии и перспективы их нефтегазоносности. — Уфа: Горно-геол. ин-т БФАН СССР, 1959. 331 с.
  • Стратиграфическая схема досреднедевонских отложений Волго-Уральской нефтяной провинции: проект унифицированной схемы, под ред. К. Р. Тимергазина, Уфа: Изд. БФАН СССР, 1959, 21 c.
  • Тимергазин К. Р. Башкирская нефть, история и перспективы её развития. — Уфа: Башкнигоиздат, 1959, 111 с. (на башк. языке)
  • Древние отложения Западной Башкирии, отв. редактор К. Р. Тимергазин, Мск.: Изд. АН СССР, 1960, 119 с.
  • Тимергазин К. Р. Избранные труды. Книга 1: «Терригенные отложения девона Бавлинско-Туймазинского нефтеносного района». — Уфа: Гилем, 2000. 184 c. ISBN 5-7501-0188-6
  • Тимергазин К. Р. Избранные труды. Книга 2. «Додевонские образования Западной Башкирии и перспективы их нефтегазоносности».- Уфа: Гилем, 2006

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Профессор К. Р. Тимергазин в воспоминаниях современников, Сост., отв. ред., авт. вступ. ст. Р. Г. Кузеев, Уфа: Башк. кн. изд-во, 1984, 152 с. ил. 3000 экз.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Камалетдинов М. А. Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы // Башкирская энциклопедия — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-306-8.