Эстәлеккә күсергә

Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡазан федераль университеты
Нигеҙләү датаһы 5 (17) ноябрь 1804[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Казанский (Приволжский) федеральный университет һәм Казан (Идел буе) федераль университеты
Ҡыҫҡаса атамаһы Казанский университет
Нигеҙләүсе Александр I Павлович
Ректор Сафин Ленар Ринат улы[2]
Дәүләт  Рәсәй[3]
Административ-территориаль берәмек Ҡазан
Ойошма ағзаһы Европа университеттары ассоциацияһы[d][4]
Уҡыусылар һаны 44 992[5]
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][6]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ҡазан, Рәсәй
Хеҙмәткәрҙәр 2300 кеше
Алыштырған Elabuga State Pedagogical University[d] һәм Ҡазан дәүләт финанс һәм иҡтисад институты[6]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены
Диапазон IPv6 2001:6d0:ffdd::/48[7]
Рәсми сайт kpfu.ru
Изображение входа
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 2080 һәм 6930 ± 9[8]
Эндпоинт API shib.kpfu.ru/idp/shibbol…[9]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Казанского университета[d]
Карта
 Ҡазан Викимилектә

Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты (рус. Казанский (Приволжский) федеральный университет, КФУ) — Ҡазан ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто. Рәсәйҙең иң боронғо университеттарының береһе. 1925 йылдан 2009 йылға тиклем В. И. Ленин исемен йөрөтә.

2009 йылдың 21 октябрендә Рәсәй Президенты Указы буйынса Ҡазан Дәүләт Университеты нигеҙендә — Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты ойошторола[10].

{{{название}}}
Ректор

Илшат Ғафуров

Юридик адресы

420012, Рәсәй, Татарстан, Ҡазан, Кремль урамы, 18

Сайт

http://kpfu.ru/

Логотип

КФУ логотибы 2015.svg

Уҡыу йорто тарихи йәһәттән «Ҡазан университеты» булараҡ билдәле.

ҠФУ эсенә Ҡазан дәүләт финанс һәм иҡтисад институты, Татар дәүләт гуманитар-педагогика университеты һәм ТР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт академияһы индерелә. Үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә ҠФУ-ның ҡайһы бер факультеттары институт статусын ала, ҡайһы берҙәре башҡа уҡыу йорттары менән берләштерелә.

Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының айырыуса әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объекттары йыйынтығына индерелгән. Университет, Астрономия, Лобачевский һәм Профессор Нужин урамдары араһындағы кварталды биләп торған Ҡазан университеты архитектура ансамбле Рәсәйҙең тарихи-мәҙәни, ҡала төҙөлөшө һәм архитектура һәйкәле, Ҡазандың иҫтәлекле урыны булып һанала.

Университеттың исеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1804 йылда император Александр I тарафынан асыла, 1917 йылғы Февраль инҡилабына тиклем «Император Ҡазан университеты» тип, ә унан һуң Ҡазан университеты тип йөрөтөлә.

1918 йылда Ҡазан университеты «Ҡазан дәүләт университеты» тип үҙгәртелә. В. И. Ленин вафат булғас, 1924 йылдың 26 ғинуарында «В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университеты» тигән исем бирелә. Был исем рәсми рәүештә 1925 йылдың 29 июнендә ВЦИК Президиумы тарафынан раҫлана.

1955 йылда награда бирелеү уңайынан «В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы университет» тип, ә 1979 йылдан «В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ленин орденлы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы дәүләт университеты» тип атала.

1990-сы йылдар башынан һәм 2010 йылға тиклем вуз «В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университеты» исемендә йөрөй (ҠДУ).

Рәсәй Президенты Президенты Д. А. Медведевтың 2009 йылдың 21 октябрендә сыҡҡан Указы нигеҙендә, Ҡазан университеты базаһында Волга буйы федераль округының төп юғары уҡыу йортон — Волга буйы федераль университетын [11] төҙөү планлаштырыла.

Юғары уҡыу йортоноң студенттар-уҡытыусылар составы уның исемен "Волга буйы"на үҙгәртеүгә ҡаршы сыҡҡанлыҡтан, Рәсәй һәм Татарстан президенттары "Ҡазан университеты" тарихи исемен һаҡлап ҡалырға килешәләр[12]. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе В. В. Путин тарафынан 2010 йылдың 2 апрелендә университетҡа «Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты» тигән дөйөм атама рәсмиләштерелә[13].

Ҡазан федераль университетының уҡыу-лаборатор майҙандары — 223 360,9 м², мөлкәт объекттары (614 объект) майҙандары — 699 272,82 м²; 364,3 га ер участкаһы бар[14].

Университет объекттары Татарстанда (Ҡазан, Яр Саллы, Алабуға, Лениногорск, Алексеевск, Бейектау, Лайыш, Туҡай, Үрге Ослан, Йәшел Үҙән районы, Ҡарасай-Черкесияла, Карелияла, Һамар өлкәһендә (Тольятти) һәм Марий Элда (Волжск районы) урынлашҡан[14].

Университеттың төп уҡыу биналары комплексы, йәғни университет ҡаласығы, Ҡазандың Вахитов районында, ҡаланың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.

Студенттарҙың дөйөм ятаҡтары Совет районының Ҡыҙыл Позиция урамы буйлап һәм Волга буйы районында, Универсиада ауылының беренсе ике кластерында тупланған. Дөйөм алғанда, университеттың дөйөм ятаҡтары 13 000 урынға иҫәпләнгән, шул иҫәптән Универсиада ауылында — 7000 урын[14].

Университет хәҙерге көндә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
ҠФУ 1917-1928 йылдарҙа.

1996 йылда университет Рәсәй Президенты указы менән «Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының айырыуса әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объекттарының дәүләт йыйынтығы»на индерелә (тәүҙә В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университеты [15], 2010 йылдан ҠФУ булараҡ)[16].

Институттар һәм факультеттар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Фундаменталь медицина һәм биология институты
  • Экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу институты
  • Геология һәм нефть-газ институты технологиялары
  • Инженерлыҡ институты
  • Физика институты
  • А. М. Бутлеров ис. химия факультеты
  • Н. И. Лобачевский ис. математика һәм механика институты
  • Юридик факультет
  • Идаралыҡ, иҡтисад һәм финанс институты
  • Мәғлүмәти технологиялар һәм мәғлүмәти системалар юғары мәктәбе
  • Иҫәпләү математикаһы һәм мәғлүмәти технологиялар юғары мәктәбе
  • Бизнес юғары мәктәбе
  • Л. Н. Толстой ис. филология һәм мәҙәниәт-ара бәйләнештәр институты
  • Ғабдулла Туҡай исемендәге мәҙәниәт һәм Милли юғары уҡыу-уҡытыу мәктәбе[17]
  • Ижтимағи-фәлсәфәүи фәндәр һәм киң мәғлүмәт бәйләнештәре институты
  • Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, тарих, һәм Шәреҡте өйрәнеү институты
  • Психология һәм мәғариф институты
  1. Казанский университет (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1894. — Т. XIIIа. — С. 903—905.
  2. http://publication.pravo.gov.ru/Document/View/0001202208200002
  3. Directory of Open Access Journals — 2003.
  4. https://eua.eu/about/member-directory.html
  5. http://kpfu.ru/sveden/cifry-i-fakty
  6. 6,0 6,1 Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  7. https://apps.db.ripe.net/search/lookup.html?source=ripe&key=2001:6d0:ffdd::/48&type=inet6num
  8. Интерфейс программирования приложения YouTube
  9. https://orcid.org/signin
  10. http://www.azatliq.org/content/article/1857671.html
  11. Указ Президента РФ от 21 октября 2009 года № 1172 «О создании федеральных университетов в Северо-Западном, Приволжском, Уральском и Дальневосточном федеральных округах» // Собрание законодательства РФ. — 2009. — № 43. — Ст. 5048.
  12. Студенты КГУ устроили сходку против переименования вуза в ПФУ 2020 йыл 6 апрель архивланған. // Газета «БИЗНЕС Online». — 26 октября 2009 года.
  13. Мякзюм Салахов: Казанский университет сохранит историческое имя 2020 йыл 6 апрель архивланған. // Газета «БИЗНЕС Online». — 28 октября 2009 года.
  14. 14,0 14,1 14,2 Цифры и факты // Сайт Казанского (Приволжского) федерального университета.
  15. Указ Президента РФ от 30 июля 1996 года № 1112 «О включении отдельных объектов в Государственный свод особо ценных объектов культурного наследия народов Российской Федерации» // Собрание законодательства РФ. — 1996. — № 32. — Ст. 3894.
  16. Указ Президента РФ от 26 октября 2010 года № 1289 «О внесении изменения в Указ Президента Российской Федерации от 30 июля 1996 года № 1112 „О включении отдельных объектов в Государственный свод особо ценных объектов культурного наследия народов Российской Федерации“» // Собрание законодательства РФ. — 2010. — № 44. — Ст. 5661.
  17. КФУда мәгариф мәктәбе булдырылды. Милли университет идеясе күмеләме? Азатлык радиосы, 5.10.2018