Сафин Ленар Ринат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сафин Ленар Ринатович
татар. Ленар Ринат улы Сафин
Сафин Ленар Ринатович
 
Тыуған: 11 февраль 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (55 йәш)
Арск, Татарская АССР, РСФСР, СССР
Белеме: Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми дәрәжәһе: юридик фәндәр кандидаты

Сафин Ленар Ринат улы (11 февраль 1969 йыл) — Рәсәй дәүләт эшмәкәре. Татарстан Республикаһы хөкүмәтенән Федерация Советында вәкил (2020 йыл). Татарстан Республикаһы транспорт һәм юл хужалығы министры (2010—2020). Юридик фәндәр кандидаты[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ленар Ринат улы Сафин 1969 йылдың 11 февралендә Татар АССР-ының Арса ҡалаһында тыуған. 1993 йылда «Хокуҡ белеме» һөнәре буйынса В. И. Ульянов-Ленин исемендәге Ҡазан дәүләт университетын (КДУ) тамамлап, юғары белем тураһында диплом ала.

1993—1995 йылдарҙа Ҡазан дәүләт финанс-иҡтисад институтының тарих һәм хоҡуҡ кафедраһы ассистенты булып эшләй. 1995 йылдан — енәйәт хоҡуғы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, 1998 йылдан — КДУ-ның енәйәт хоҡуғы һәм криминология кафедраһы доценты. 2000 йылда Ҡазан финанс-иҡтисади институтын «менеджмент» һөнәре буйынса тамамлай.

2004 йылда «юридик фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһенә «Ответственность осужденных за злостное уклонение от наказаний, не связанных с изоляцией от общества в российском уголовном праве» тигән диссертация яҡлай.

2008 йылдан алып 2010 йылға тиклем осорҙа «Главтатдортранс» дәүләт учреждениеһында директорҙың иҡтисад һәм финанстар буйынса урынбаҫары һәм директор булып эшләй.

2010 йылдың 22 апрелендә Татарстан Республикаһы транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһына тәғәйенләнә[2]. Татарстан Республикаһында террорға ҡаршы комиссия ағзаһы[3].

2020 йылдың 18 сентябрендә Татарстан Республикаһы Президенты указы нигеҙендә Рәсәй Федерацияһы Федераль Собраниеһы Федерация Советы вәкиле итеп билдәләнде.[4]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Почет ордены (2019)
  • РФ Транспорт министрлығы миҙалы (2019)
  • «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (2018)
  • Ватан алдындағы хәҙмәттәре өсөн II дәрәжә миҙалы (2014)
  • Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «За содружество во имя спасения» миҙалы (2011)
  • РФ Оборона министрлығының «За укрепление боевого содружества» миҙалы (2011)
  • РФ Транспорт министрлығының «Транспорт объекттарын төҙөгән өсөн» миҙалы (2015)
  • Татарстан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2016)
  • Рәсәй Федерацияһы Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының Почёт грамотаһы (2016)

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән, ике балаһы бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]