11 февраль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
11 февраль | |
![]() |
11 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 42-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 323 көн ҡала (кәбисә йылында 324).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
АҠШ: Уйлап табыусы көнө.
Әзербайжан: Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Б. э. т. 660 йыл: Император Дзимму Япония тәхетенә ултыра. Япон дәүләтенең барлыҡҡа килеүе.
- 435 йыл: Гейзерихтың вандалдарының Африкалағы баҫып алынған ерҙәре солох килешеүе буйынса Валентиниан III тарафынан таныла. Вандалдар Нумидияның бер өлөшө менән көнсығыш Мавританияны үҙ хакимлығы аҫтына ала, әммә бының өсөн империяға йыл да яһаҡ түләргә һәм федераттар сифатында сиктәрҙе берберҙарҙан һаҡларға тейеш була. Гейзерих үҙенең улы Гунерихты Римға аманат рәүешендә ебәрә, ул оҙаҡламай кире ҡайта.
- 1234 йыл: Герман тәре йөрөтөүселәренең Балтик буйы ҡәбиләләрен көсләп суҡындырыу маҡсатында баҫып алыуҙары һөҙөмтәһендә Курляндия епископлығы бойондороҡһоҙ дини кенәзлеге булдырыла.
- 1697: Император Пётр I Рәсәй империяһында тәмәке һатыуҙы рөхсәт итә.
- 1736: Башҡортостанда царизм сәйәсәте тураһында Сенат указдары сыға.
- 1809: Роберт Фултон пароходҡа патент ала.
- 1826: Лондондың университет колледжына нигеҙ һалына. Ул Лондондың тәүге университеты була.
- 1829: Тәһрандағы рус илселегенә һөжүм: биналағы барлыҡ кешеләр, шул иҫәптән дипмиссияның башлығы А. Грибоедов та, һәләк була, сәркәтип Мальцов ҡына йәшенеп ҡотола ала.
- 1838 — Санкт-Петербургтан Царское Селоға тиклем тимер юл буйлап ат егелгән поезд йөрөй башлай.
- 1873 — Испан короле Амадей I тәхеттән баш тартҡас, Кортестар тарафынан Беренсе Испан Республикаһы иғлан ителә.
- 1889 — Японияла Мэйдзи Конституцияһы ҡабул ителә, ул илдә Пруссия өлгөһөндәге конституцион монархия урынлаштыра. Конституция проекты өҫтөндә эште Ито Хиробуми етәкләй. Конситуция ҡабул ителгәс, Японияла Азиялағы тәүге парламент барлыҡҡа килә.
- 1918 — РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл флотын (РККФ) ойоштороу тураһында декрет ҡабул итә.
- 1922 — Фредерик Бантинг инсулин уйлап таба.
- 1928 — Санкт-Морицта II Ҡышҡы Олимпия уйындары асыла.
- 1929 — Франц I Лихтенштейн кенәзе була.
- 1937 — Японияла мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн бирелеүсе «Мәҙәниәт ордены» булдырыла.
- BBC Television экрандарға Карел Чапек яҙған «R.U.R.» фәнни-фантастик пьесаһы нигеҙендә тәүге фәнни-фантастик тапшырыу сығара.
- 1940 — Ҡыҙыл Армия Фин һуғышында Маннергейм линияһын өҙөү операцияһын башлай, ул Финляндияның капитуляцияһы менән тамамлана.
- 1943 — Сталин Дәүләт оборона комитетының "СССР-ҙа атом бомбаһын эшләү тураһындағы ҡарар"ын раҫлай.
- 1944 — 1944 йылдың 27 ғинуарында башланған Ровно-Луцк операцияһы тамамлана. 1-се Украин фронтының 60-сы армияһының уң фланг ғәскәрҙәре ҡаты алыштарҙан һуң ҡала һәм эре тимер юл үҙәге Шепетовканы азат итә.
- 1953 — АҠШ президенты Дуайт Эйзенхауэр, физик Альберт Эйнштейн, яҙыусы Томас Манн, Рим папаһы Пий XII ҡатнашҡан көслө халыҡ-ара кампанияға ҡарамаҫтан, ирле-ҡатынлы Розенбергтарҙың ярлыҡау тураһындағы аҙаҡҡы үтенесен кире ҡаға. 19 июндә улар язалап үлтерелә.
- 1956 — Ан-8 хәрби-транспорт самолетының тәүге осошо.
- 1959 — Ғәрәп ярымутрауының көньяҡ өлөшөндә бер нисә британ колонияһынан Көньяҡтың Ғәрәп Әмирлектәре Федерацияһы ойошторола.
- 1970 — Орбитаға Ерҙең тәүге япон яһалма юлдашы «Осуми» сығарыла.
- 1971 — Мәскәүҙә, Лондонда һәм Вашингтонда «Диңгеҙ һәм океандарҙың төбөндә һәм һәм уның аҫтында ядро ҡоралын урынлаштырыуҙы тыйыу хаҡындағы килешеү» ҡул ҡуйыу өсөн тәҡдим ителә.
- 1972 — Рәс-әл-Хәймә әмирлеге Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә ҡушыла.
- 1975 — Бөйөк Британия Консерватив фирҡәһенең рәйесен һайлауҙың икенсе турында Маргарет Тэтчер еңеү яулай һәм Британияла оппозицияның тәүге ҡатын-ҡыҙ етәксеһе була.
- 1978 — Ҡытайҙа Аристотель, Шекспир һәм Диккенстың китаптарын уҡыуҙы тыйыу ғәмәлдән сыға.
- 1979 — Иранда ислам инҡилабы: ваҡытлы хөкүмәт яҡлы гвардеецтар менән Тәһранда өс тәүлек урам һуғыштарынан һуң аятолла Хөмәйни яҡлылар ҡаланы үҙ ҡулына ала, Генштаб нейтралитет иғлан итә, инҡилаптың еңеүе.
- 1980 — Владимир Меньшовтың «Москва слезам не верит» фильмының премьераһы. 1981 йылда фильм сит телдәге иң яҡшы фильм номинацияһында «Оскар»ға лайыҡ була.
- 1981 — Армия генералы Войцех Витольд Ярузельский Польшаның Министрҙар советы рәйесе була.
- 1990 — Көньяҡ Африка Республикаһының аҙаҡҡы аҡ тәнле президенты Фредерик де Клерк Африка милли конгресын һәм апартеидҡа ҡаршы башҡа хәрәкәттәрҙе легалләштереү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйғас, Нельсон Мандела 27 йыллыҡ тотҡондан иреккә сыға.
- 1991 — Гаагала Вәкиллектәре булмаған милләттәр һәм халыҡтар ойошмаһы булдырыла.
- 1992 — Фианна Файл фирҡәһе вәкиле Альберт Рейнольдс Ирландияның таойсехы (премьер-министры) була.
- 2007 — Горбангулы Мәликгулы улы Бәрдемөхәммәдов Төркмәнстан президенты һайлауҙарында 89,23 процент тауыш йыйып еңеп сыға.
- 2009 — Морган Ричард Цвангираи Зимбабвеның премьер-министры итеп тәғәйенләнә.
- 2011 — Мысырҙа инҡилап: Мысыр президенты Хөсни Мөбәрәк, хакимлыҡты Ҡораллы Көстәрҙең Юғары советына тапшырып, отставкаға сыға.
- 2016 — Гравитация тулҡындарын эксперименталь асыу тураһында иғлан ителә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тулыбаева Нәфисә Булат ҡыҙы (1965), мәҙәниәт эшмәкәре. Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директор урынбаҫары, Республика сәсәндәр үҙәге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы Юнай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Надькин Павел Николаевич (1911—5.05.1966), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1934 йылдан Башҡорт АССР-ының хәҙерге Баймаҡ районындағы Калинин ауыл ҡулланыусылар йәмғиәте, 1939—1942 һәм 1947—1957 йылдарҙа М. И. Калинин исемендәге колхоз рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1957).
- Александр Семак (1966), спортсы, шайбалы хоккей буйынса СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987) һәм СССР‑ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1990). Донъя (1990), Европа (1987, 1991), СССР (1990—91), Бөтә донъя универсиадаһы (1987) чемпионы, Халыҡ‑ара хоккей федерацияһы кубогын яулаусы (1994). Башҡортостан Республикаһының 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2016).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Фәдис Ғәниев (1967), йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1997) һәм халыҡ артисы (2008).
- Шаһиев Элвир Ҡәҙим улы (1967), хужалыҡ эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлимов Сәбих Ғәзиз улы (1929—1992), ауыл хужалығы алдынғыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Сухов Владимир Павлович (1934—26.02.2016), ғалим-геолог һәм педагог‑методист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1969), педагогия фәндәре докторы (2005), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1992), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988). К. Д. Ушинский миҙалы менән бүләкләнеүсе.
- Николаев Василий Васильевич (1939—28.06.2007), ғалим-инженер‑механик, сәнәғәт эшмәкәре. 1989—2002 йылдарҙа Ленин орденлы «Оренбургазпром» берекмәһененең начальнигы һәм генераль директоры. Сыуаш Республикаһының Милли фән һәм сәнғәт академияһының почётлы академигы (2001). Техник фәндәр докторы (1998), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1992), СССР‑ҙың почётлы газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1989). Ике тапҡыр Сыуашстандың Дәүләт премияһы лауреаты (2001, 2006). Почёт ордены кавалеры (1996). Ауырғазы районының почётлы гражданы (2000).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1650: Рене Декарт, Франция философы, математик һәм физик.
- 1847: Томас Эдисон, АҠШ уйлап табыусыһы, эшҡыуары.
- 1847: Василий Качалов, Рәсәй империяһы һәм СССР актёры, нәфис һүҙ оҫтаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1936).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1824: Дмитрий Горчаков, рус шағиры һәм драматургы.
- 1829: Александр Грибоедов, шағир, драматург, дипломат.
- 1948: Сергей Эйзенштейн, совет театр һәм кино режиссёры, рәссам, сценарист, сәнғәт теоретигы, педагог.
- 1969: Әхмәров Ҡасим Закир улы, башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы (1963), профессор.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]