8 апрель
8 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2023 йыл |
8 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 98-се (кәбисә йылында 99-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 267 көн ҡала.
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй Федерацияһы: Аннимация көнө
Рәсәй Федерацияһы: Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө.
Беларусь: Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1766: АҠШ-та янғын һүндереү баҫҡысына патент алына.
- 1820: Грецияның Милос утрауында бөгөн Венера Милосская исеме менән билдәлелек алған статуя табыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бларамберг Иван Фёдорович (1800—8.12.1878), Рәсәй империяһының хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, топограф. 1843 йылдан Ырымбур айырым корпусының обер-квартирмейстер вазифаһын башҡарыусы һәм 1845—1855 йылдарҙа обер- квартирмейстеры. 1836 йылда һәм 1841—1855 йылдарҙа — Кавказ, Төркөстан һәм Урал, 1837—1840 йылдарҙа Фарсы иле буйлап географик экспедицияларҙа ҡатнашыусы; башҡорттар, татарҙар, сыуаштар һәм башҡа халыҡтар тураһында тасуирламалар авторы. Вятка, Ҡазан һәм Ырымбур губерналарында топография һәм картаға төшөрөү эштәре етәксеһе. Генерал-лейтенант (1862). 3-сө (1846) һәм 4-се (1831) дәрәжә Изге Владимир, Аҡ Бөркөт, 2-се (1841) һәм 3-сө (1830) дәрәжә Изге Анна, 3-сө дәрәжә Изге Станислав (1833) ордендары кавалеры. Сығышы менән Германияның Майндағы Франкфурт ҡалаһынан, 1824 йылда Рәсәй подданныйлығын ҡабул итә.
- Сәлиев Рәүил Зия улы (1940), ғалим-философ, социолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1990—1993 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының Сибай филиалы директоры, 1993—2009 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (1981), доцент (1990). Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбә ауылынан.
- Шаталов Юрий Сергеевич (1940—1.09.1999), ғалим-инженер механик. 1966—1999 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1983 йылдан йылылыҡ техникаһының теоретик нигеҙҙәре кафедраһы, 1987 йылдан — ғәмәли математика һәм 1991—1998 йылдарҙа математика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1981), профессор (1985). Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1992). Сығышы менән хәҙерге Бүрәт Республикаһының Баунтов эвенк районы Уакит ҡасабаһынан.
- Мельников Александр Филиппович (1960), хеҙмәт алдынғыһы. Көйөргәҙе районы «А7 Агро-РБ» йәмғиәте механизаторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Отрада ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Барый Ноғоманов (1936—19.02.2022), журналист һәм яҙыусы. 1967—1997 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты, «Ағиҙел» журналы, Башҡортостан китап нәшриәте һәм хәҙерге «Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәре. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), И. Мырҙаҡаев-Балапанов (2004) һәм Фәтих Кәрим (2013) исемендәге премиялар лауреаты.
- Хәбиров Ильиз Ҡәүи улы (1951), ғалим-агроном-тупраҡ белгесе. 1973 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге Биология институтының ғилми хеҙмәткәре, 1983 йылдан — өлкән, 1992 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2013 йылға тиклем тупраҡ ғилеме, ботаника һәм үҫемлектәр селекцияһы кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1992), профессор (1997). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2001). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы Ҡом ауылынан.
- Диярова Люция Миңлебай ҡыҙы (1946), хеҙмәт ветераны. 1967—2001 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы «Стәрлетамаҡ» совхозының малсылыҡ бригадиры һәм ферма мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), райондың почётлы гражданы (2002). Сығышы менән «Стәрлетамаҡ» совхозының Үҙәк усадьбаһынан.
- Шәмиғолов Рәйес Сәлмән улы (1941), ауыл хужалығы ветераны. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Учалы районының почётлы гражданы (2012). Сығышы менән ошо райондың Ялсығол ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сәйфуллин Әбүзәр Хәкимйән улы (1927—16.09.1996), мәғариф һәм партия органдары ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәтсе. КПСС-тың Салауат район комитетының элекке бүлек мөдире. Әлкә урта мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороусыларҙың береһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән ошо райондың Таймый ауылынан.
- Казанцев Маркел Максимович (1932—2004), ауыл хужалығы алдынғыһы. Баҡалы районы «Ҡыҙыл партизан» колхозының элекке механизаторы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966). Сығышы менән ошо райондың Нуғайбәк ауылынан.
- Дегтярёв Александр Николаевич (1952), ғалим-иҡтисадсы, дәүләт эшмәкәре. 1990—2011 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы ректоры. 2014—2015 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы. 2016 йылдан Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты, бер үк ваҡытта 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры. Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), иҡтисад фәндәре докторы (2002), профессор (1997). Рәсәй Федерацияһының VI саҡырылыш (2011—2016) Дәүләт думаһы һәм Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2002) һәм атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2021), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2012).
- Шапурова Асия Хисаметдин ҡыҙы (1952), муниципаль хеҙмәт ветераны. Асҡын районы халыҡҡа социаль хеҙмәт күрһәтеү бүлегенең элекке инспекторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондан.
- Мостафина Светлана Анатольевна (1967), ғалим-математик. 1993 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты һәм хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2008 йылдан математика һәм информатика, 2009 йылдан — математик моделдәр әҙерләү кафедраһы мөдире, 2011 йылдан — физика-математика факультеты деканы. Физика-математика фәндәре докторы (2007), профессор. (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2015), Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2011).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зөлфирә Фәрхетдинова (1943), опера йырсыһы, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1974 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2004). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).
- Баһманова Нурзиә Яхъя ҡыҙы (1963), Рәсәй еңел атлеты-йүгереүсе, донъя һәм Европа чемпионы. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1992), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2000).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ямалиев Сәлих Ямалетдин улы (1889—1.07.1938), педагог, мәғариф эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1923—1930 йылдарҙа Бәләбәй педагогия техникумы директоры, 1936—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф халыҡ комиссары урынбаҫары. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Арыҫланов Роберт Мөтиғулла улы (1934—12.08.2021), комсомол, партия, дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре. 1978–1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры урынбаҫары. Халыҡтар Дуҫлығы (1986) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Йәнтеш ауылынан.
- Илһамов Марат Әҡсән улы (1934), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1998), физика-математика фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡортостандың (2003) һәм Татарстандың (2012) Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премиялары лауреаты. «Почёт Билдәһе» (1976), Дуҫлыҡ (1995) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры.
- Щербина Тамара Дмитриевна (1939), хеҙмәт ветераны. 1971—1999 йылдарҙа Өфө полиграфия комбинатының инженер-технологы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Нәҙершина Мәрйәм Усман ҡыҙы (1949), педагогик хеҙмәт ветераны. 1968—1978 йылдарҙа Баймаҡ һәм Әбйәлил районы мәктәптәре, 1978—2011 йылдарҙа Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1795: Владимир Раевский, Рәсәй империяһы шағиры, публицист, декабрист.
- 1870: Александр Безредка, Франция микробиологы, иммунолог.
- 1875: Альберт I, 1909—1934 йылдарҙа Бельгия короле.
- 1875: Леонид Старокадомский, Рәсәй империяһы һәм СССР табибы, поляр төбәкте тикшереүсе, Төньяҡ Боҙло океандағы Төньяҡ Ер архипелагын асыусы.
- 1930: Рәшит Мәрҙиханов, СССР-ҙың театр актёры, Татарстандың халыҡ артисы (1991).
- 1935: Николай Рашеев, СССР һәм Украина кинорежиссёры, сценарист һәм актёр, Украинаның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2000).
- 1955: Александр Чивадзе, футболсы, СССР йыйылма командаһы капитаны, 1980 йылғы Олимпия уйындарының бронза призёры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
![]() |
8 апрель Викимилектә |
---|---|
![]() |
8 апрель Викияңылыҡтарҙа |