11 апрель
Перейти к навигации
Перейти к поиску
11 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 101-се (кәбисә йылында 102-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 264 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Собханҡолов Мәғәлим Әкрәм улы (1920—10.09.1976), ғалим-математик. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954 йылдан Дүшәнбеләге В. И. Ленин исемендәге Тажик дәүләт университеты уҡытыусыһы, факультет деканы, кафедра мөдире. 1968—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математика анализ кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1963), профессор (1964). СССР-ҙың юғары мәктәбе, Тажик ССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Обыдённова Гөлнара Тәлғәт ҡыҙы (1955), ғалим-археолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988 йылдан тарих факультеты деканы, 2007 йылдан — университеттың Тарих һәм хоҡуҡ белеме институты директоры, 2015 йылдан дөйөм тарих һәм тарихи мәҙәни мираҫ кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (2002), профессор (2002). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006). Сығышы менән Силәбе ҡалаһынан.
- Тверяков Игорь Львович (1960), тренер, педагог. 1977 йылдан Өфөләге Олимпия резервының 18-се балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе уҡытыусы тренеры, 1993—2013 йылдарҙа — директоры. Йөҙөү буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1999) һәм халыҡ ара категориялы судья (2007). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (2000), Рәсәй Федерацияһының физик культура һәм спорт отличнигы (2005), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000). Александр Невский (2013), Почёт (2010), Дуҫлыҡ (2006) ордендары кавалеры, 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2002) менән бүләкләнеүсе.
- Солтанмагомедов Солтанмагомед Магомедтагирович (1965), ғалим-инженер-механик. 1991 йылдан Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2004 йылдан үткәргес торба транспорты факультеты деканы, бер үк ваҡытта 2013 йылға тиклем Үткәргес торба системалары сервисы үҙәге директоры. Техник фәндәр докторы (2004). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2015). Сығышы менән хәҙерге Дағстан Республикаһының Шамил районы Уриб ауылынан.
- Ғатауллин Урал Миңлезар улы (1970), телеоператор. 1992 йылдан хәҙерге «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы юлдаш телевидениеһының оператор ассистенты, телеоператоры, 2013 йылдан — баш телеоператоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2014).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Салауат Асҡаров (1946—9.12.2019), опера йырсыһы, педагог. 1987 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1988 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2011) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1992).
- Юнысова Айhылыу Билал ҡыҙы (1951), ғалим-ислам дине белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1997), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһының (2016) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы (1887—19.01.1947), СССР рәссамы, 1937 йылдан СССР Художниктар союзы ағзаһы, башҡорт рәссам сәнғәтенә нигеҙ алыусы.
- Кузнецов Алексей Александрович (1927—4.11.1990), рәссам. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1966).
- Батыршин Нәҡий Хурамша улы (1932—28.05.2002), инженер-төҙөүсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Сығышы менән Стәрлебаш районы Айҙарәле ауылынан, маҡтаулы исемгә Ҡаҙағстан төҙөлөштәрендә эшләгәндә лайыҡ була.
- Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы (1932—25.03.2017), СССР һәм Рәсәй театр актёры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1972) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1993) артисы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Бүләкова Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы (1957), ғалим-педагог, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сафин Вадим Фәтхи улы (1933), ғалим-психолог, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993) һәм мәғариф отличнигы (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Моталов Айрат Ғәйнетдин улы (1954), ғалим-педиатр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1999—2014 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетының дипломдан һуң белем биреү институтының педиатрия кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2004). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Арыҫланов Исмәғил Ғәни улы (1959), ғалим-инженер‑технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2001 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Октябрьский филиалында кафедра мөдире. Техник фәндәр докторы (2000). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Һилейә ҡасабаһынан.
- Пятаева Наталья Вячеславовна (1964), ғалим-рус теле белгесе, 1994 йылдан Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2008). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1755: Джеймс Паркинсон, Бөйөк Британия табибы.
- 1770: Джордж Каннинг, Бөйөк Британияның сәйәси эшмәкәре.
- 1810: Генри Кресвик Роулинсон, Бөйөк Британия дипломаты, шәрҡиәтсе, Яҡын Көнсығыштың боронғо тарихын өйрәнеүсе ассириология фәненә нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1825: Фердинанд Лассаль (1825), Германия философы, юрист һәм иҡтисадсы.
- 1880: Иван Касаткин, Рәсәй империяһы һәм СССР яҙыусыһы, журналист, 1919—1922 йылдарҙа ВЧК хеҙмәткәре, артабан журналдар ойоштороусы һәм уларҙың мөхәррире.
- 1905: Леонид Тубельский, СССР яҙыусыһы, драматург.
- 1920: Питер О’Доннелл, Бөйөк Британия яҙыусыһы, сценарист.
- 1965: Ирина Безрукова, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, телетапшырыуҙар алып барыусы.
- 1985: Ли Гын Хо, Корея футболсыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1936: Ризаитдин Фәхретдинов, тарихсы, педагог, әҙип.
- 1996: Ғәбит Әхмәров, Советтар Союзы Геройы (1944).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]