4 август
Перейти к навигации
Перейти к поиску
4 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
4 август — григориан стиле буйынса йылдың 216-сы (кәбисә йылында 217-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 149 көн ҡала.
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | 31 | ||||
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Кук утрауҙары: Конституция көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тәвкилев Ҡотломөхәмәт Батыргәрәй улы (1850— ?), Өфө губернаһынан Рәсәй империяһының 1—4-се саҡырылыш Дәүләт думаһы (1906—1917) депутаты. Дворян. Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. 1877—1878 йылдарҙағы рус-төрөк һуғышында ҡатнашыусы, полковник.
- Андрианов Денис Андрианович (1940), ғалим-агроном. 1967 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, 1975 йылдан — гидромелиорация һәм урман хужалығы, урман хужалығы, агрономия факультеттары деканы, 2005 йылдан — ректор ярҙамсыһы, 2006—2009 йылдарҙа профсоюз комитеты рәйесе. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1968), профессор (1999). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Сурай ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәхитов Фәйез Фәтих улы (1916—15.07.2006), актёр, театр эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1934—1940 йылдарҙа Ауырғазы (хәҙерге Салауат башҡорт дәүләт драма театры) һәм Дүртөйлө колхоз-совхоз театрҙары актёры; 1946—1961 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, бер үк ваҡытта 1956—1961 һәм 1965—1968 йылдарҙа театр директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1977). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1946) ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Таҫҡаҡлы ауылынан.
- Усова Антонина Васильевна (1921—8.08.2014), ғалим-педагог‑методист. 1951 йылдан хәҙерге Силәбе педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973—2006 йылдарҙа физика уҡытыу теорияһы һәм методикаһы кафедраһы мөдире). Рәсәй мәғариф академияһы академигы (1995), педагогия фәндәре докторы (1970), профессор (1973). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1978). Ленин (1971) һәм 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2006) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Ҡарлыхан ауылынан.
- Шәмғолов Фәттәх Ғәфүрйән улы (1921—18.04.1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкы командиры урынбаҫары, майор. Советтар Союзы Геройы (1946, үлгәндән һуң).
- Власенко Василий Тихонович (1946), инженер-технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1975 йылдан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1977—1990 йылдарҙа Учалы руднигының баш инженеры; 1994 йылдан (өҙөклөк менән) һәм 1999—2006 йылдарҙа Учалы ер аҫты руднигының участка начальнигы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1988).Сығышы менән хәҙерге Украинаның Киев өлкәһе Тетиев районы Софиполь ауылынан.
- Ворошилова Наталия Николаевна (1946), хеҙмәт ветераны, ғалим-микробиолог. 1969 йылдан Өфөләге «Иммунопрепарат» предприятиеһы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1978 йылдан лаборатория мөдире, 2002 йылдан — цех начальнигы. Медицина фәндәре докторы (1993), профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1995), СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1985) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әйүпов Рәмил Исмәғил улы (1946), спорт ветераны, тренер. 1983—1988 йылдарҙа фехтование буйынса СССР йыйылма командаһы тренеры. 1996 йылдан олимпия резервының 23-сө, 2011 йылдан — 19-сы балалар-үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе, 2016 йылдан — фехтование буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе тренеры. СССР-ҙың (1991) һәм РСФСР-ҙың (1988) атҡаҙанған тренеры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1989). СССР-ҙың спорт мастеры (1966). Үҫмер спортсылар араһында РСФСР чемпионы (1966). Бөтә Рәсәй йәйге спорт төрҙәре буйынса тренерҙар смотр конкурсы еңеүсеһе (1987). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2016) һәм Халыҡтар дуҫлығы (2004) ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Дмитриев Дмитрий Михайлович (1961), ғалим-хирург, йәмәғәтсе. 1987 йылдан (өҙөклөк менән) Өфөнөң 18-се дауаханаһы табибы, 1999—2006 йылдарҙа — баш табип. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш (2003—2008) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Әхмәтшин Ильяс Рәмил улы (1986), спортсы, саңғысы. Полиатлон (2011) һәм саңғыла уҙышыу (2012) буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вейс Мильда Яковлевна (1927), ауыл хужалығы ветераны, 1941-1982 йылдарҙа Архангел районы М. Горький исемендәге колхоз һауынсыһы. Ленин һәм Октябрь революцияһы ордендары кавалеры, райондың почётлы гражданы (2005).
- Ишмөхәмәтов Айрат Исмәғил улы (1932—29.02.2004), ғалим-физиолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), медицина фәндәре докторы (1970), профессор (1980). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Осипов Денис Александрович (1957), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1987 йылдан Мишкә районының Ленин исемендәге колхозы (хәҙер ауыл хужалығы артеле) рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Антонов Леонид Андреевич (1938), тимер юл ветераны, йәмәғәт эшмәкәре. Куйбышев тимер юлы Башҡортостан территориаль идаралығының ветерандар советы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының почётлы тимер юлсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пищальников Владислав Тимофеевич (1924—2012), Башҡортостан радио һәм телевидениеһының беренсе тауыш режиссёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974).
- Булат Рафиҡов (1934—26.04.1998), яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1990), Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984).
- Ширяев Леонид Андреевич (1939), ғалим-социолог. 1977—2011 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—2002 йылдарҙа Ватан тарихы һәм культурология кафедраһы мөдире. Социология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Сығышы менән Ҡырмыҫҡалы районының Ивановка ауылынан.
- Марис Нәзиров (1949—3.02.2013), журналист һәм шағир. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2004).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1755: Никола Жак Конте, Франция рәссамы, механик.
- 1895: Софья Гиацинтова, театр һәм кино актёры, режиссёр, педагог, СССР-ҙың халыҡ артисы (1955).
- 1901: Луи Армстронг, АҠШ-тың джаз торбасыһы.
- 1905: Борис Александров, СССР һәм Рәсәй композиторы, хәрби дирижёр, СССР-ҙың халыҡ артисы (1958), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1972), генерал-майор (1972).
- 1910: Уильям Шуман, АҠШ композиторы.
- 1914: Борис Ласкин, СССР шағиры, сценарийҙар һәм йыр текстары авторы («Спят курганы тёмные» һ. б).
- 1945: Геннадий Бурбулис, СССР һәм Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән.
- 1945: Виктор Смирнов, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1992).
- 1955: Билли Боб Торнтон, АҠШ актёры, кинорежиссёр, сценарист һәм йырсы, «Оскар» кинопремияһы һәм башҡа бүләктәр эйәһе.
- 1961: Барак Обама, АҠШ-тың 44-се президенты.
- 1970: Глеб Самойлов, СССР һәм Рәсәй рок-музыканты, «The Matrixx» төркөмөнең хәҙерге һәм «Агата Кристи» төркөмөнең элекке солисы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1875: Андерсен Ханс Кристиан, Дания яҙыусыһы, шағиры, әкиәттәр авторы.
- 1900: Исаак Ильич Левитан, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1905: Вальтер Флемминг (Walther Flemming), Германия анатомы, күҙәнәктең нәҫел материалдарын өйрәнеүсе цитогенетика фәненә нигеҙ һалыусы.
- 1944: Кшишитоф Бачинский, Польша шағиры.
- 1983: Юрий Борисович Левитан, СССР дикторы, РСФСР-ҙың (1973) һәм СССР-ҙың (1980) халыҡ артисы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында «Совинформбюро» хәбәрҙәрен радионан уҡыусы.
- 1984: Роман Иринархович Тихомиров, СССР музыканты, кинорежиссёр һәм сценарист, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]