8 сентябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
8 сентябрь — григориан стиле буйынса йылдың 251-се (кәбисә йылында 252-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 114 көн ҡала.
← сентябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | ||
6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 |
13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 |
20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 |
27 | 28 | 29 | 30 | |||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Хәрби дан көнө: Рәсәй империяһы армияһының 1812 йылғы Ватан һуғышындағы Бородино алышында француздарҙы ҡыйратыуы.
Андорра: Милли көн.
Испания: Ирекмән (волонтёр) көнө.
Төньяҡ Македония: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй: Финансистар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1930: АҠШ-тың «МММ» химия компанияһы хеҙмәткәре Ричард Дрю йәбешкәк таҫма — скотч уйлап таба.
- 1970: СССР-ҙа урта мәктәп уставы раҫлана.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Калинина Людмила Ивановна (1915—24.06.2014), СССР һәм Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — танк ғәскәрҙәренең ремонт-тергеҙеү полкы командиры; инженер-полковник.
- Сафин Хәниф Усман улы (1935), хеҙмәт ветераны, 1955—1995 йылдарҙа Кушнаренко районының «Алға» хужалығы механизаторы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1981).
- Конашова Светлана Ивановна (1950), ғалим-урман белгесе. 1983 йылдан Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Сығышы менән хәҙерге Воронеж өлкәһенең Расстрижено ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Əхәтов Ғабделхәй Хурам улы (1927—25.11.1986), телсе-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1958—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире. Филология фәндәре докторы (1965), профессор (1970).
- Майстренко Валерий Николаевич (1947), ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2006), химия фәндәре докторы (1990), профессор (1992), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001).
- Әхмәҙиев Әлим Әхәт улы (1952), социолог, политолог, йәмәғәт эшмәкәре. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Закондар сығарыу палатаһы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012), Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985). Сығышы менән Күгәрсен районының Йомағужа ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1830: Фредерик Мистраль, Франция шағиры, Нобель премияһы лауреаты (1904).
- 1841: Антонин Дворжак, Чехия композиторы.
- 1910: Жан-Луи Барро, Францияның театр һәм кино актёры, режиссёр.
- 1920: Александр Граве, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы.
- 1923: Рәсүл Ғамзатов, СССР шағиры, яҙыусы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре, Дағстандың халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).
- 1923: Иван Земнухов, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Краснодонда «Йәш гвардия» йәшерен ойошмаһын ойоштороусыларҙың береһе, Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- 1924: Любовь Шевцова, «Йәш гвардия» йәшерен ойошмаһы ағзаларының береһе, Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
- 1925: Питер Селлерс (төп исеме Ричард Генри Селлерс), Британия киноактёры, «Алтын глобус» премияһы лауреаты.
- 1930: Марио Адорф, Германияның театр һәм кино актёры.
- 1945: Владимир Фокин, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, сценарист һәм актёр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2008).
- 1960: Ия Нинидзе, СССР, Грузия һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актрисаһы, йырсы.
- 1975: Елена Лиховцева, Рәсәй тенниссыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1811: Петер Симон Паллас, Германия һәм Рәсәй империяһының энциклопедист-ғалимы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]