Эстәлеккә күсергә

Әхмәҙиев Әлим Әхәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәҙиев Әлим Әхәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 сентябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны Йомағужа, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 8 август 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (69 йәш)
Һөнәр төрө социолог, политолог, университет уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d]
Ойошма хеҙмәткәре Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әхмәҙиев Әлим Әхәт улы (8 сентябрь 1952 йыл — 8 август 2022 йыл) — ғалим-социолог, парламентарий, политолог. Башҡортостан Республикаһының беренсе (1995—1999) һәм икенсе (1999—2003) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 1995 йылдың апреленән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу палатаһы рәйесе урынбаҫары. Философия фәндәре докторы (1993), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012), Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).

Әлим Әхәт улы Әхмәҙиев 1952 йылдың 8 сентябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы Йомағужа ауылында тыуған. Әнүәр Әхәт улы Әхмәҙиевтең ҡустыһы. 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1975—1976 йылдарҙа — Әбйәлил районының Урал урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1976—1978 йылдарҙа — КПСС-тың Әбйәлил районы комитеты инструкторы.

1978—1981 йылдарҙа — М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының философия факультеты аспиранты.

1981—1989 йылдарҙа — Бөрө дәүләт педагогия институтының өлкән уҡытыусыһы, доценты, кафедра мөдире.

1989—1992 йылдарҙа — доцент, профессор.

1994 йылдың ғинуарынан — БР Министрҙар Кабинетының мәғариф һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире урынбаҫары.

1995 йылдың мартында — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, 1995 йылдың апреленән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу палатаһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана.

2004 йылдан Башҡортостан Хөкүмәтенең гуманитар мәсьәләләр һәм милләттәр эштәре буйынса бүлек мөдире урынбаҫары.

1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының бүлек мөдире урынбаҫары.

1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу палатаһы рәйесе урынбаҫары.

1999 йылдан — Закондар сығарыу палатаһының власть мәсьәләләре, милләттәр, йәмәғәт һәм дини берекмәләр эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары.

2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратында бүлек мөдире урынбаҫары, 2007 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Республика балалар (үҫмерҙәр) ижады үҙәге директоры. Республика ҡануниәтен үҫтереүгә, дәүләтселекте нығытыуға ҙур өлөш индерә[1][2].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

300-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Ғилми тикшеренеүҙәренең төп өлкәһе — аграр социология, парламентаризм сәйәсәте социологияһы.

Ғилми баҫмалары:

  • Агропромышленный комплекс: социальные аспекты развития. М., 1984;
  • Современные социально-экономические теории. М., 1992;
  • Генезис и развитие современной модели федерализма в России. Өфө, 2000 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2012),
  • Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985).