Политология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Политология
Әһәмиәтле кеше Морис Дюверже[d] һәм Элинор Остром
Алдағы камеральные науки[d]
Өйрәнеү объекты Сәйәсәт
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 45 580
 Политология Викимилектә

Политоло́гия (грек. πολιτικός — йәмғиәт, йәки грек. πολίτης — гражданин, грек. πόλις — ҡала; бор. грек. λόγος — ғилем), йәки сәйәси фән, — политика тураһында фән , кешеләрҙең власть мөнәсәбәттәренә, йәмғиәттең дәүләт-сәйәсәт ҡоролошона, принциптарына, нормаларына бәйле айырым эшмәкәрлек өлкәһе, улар йәмғиәттең йәшәү эшмәкәрлеген, кешеләр , йәмғиәт һәм дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тәьмин итеү. Сәйәсәт (политика) менән шөғөлләнеүсе политолог тип атала.

Фән булараҡ политология тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Политология үҫешендә шартлы рәүештә өс дәүерҙе бүлеп ҡарарға була :

  1. Философия дәүере. Боронғо донъяла барлыҡҡа килә. XIX быуат урталарына тиклем дауам итә. Аристотель — сәйәсәт (политика) фәненә нигеҙ һалуысы; Цицерон, билдәле оратор, Платон, был фәнде үҫтереүгә күп өлөш индергәндәр; Никколо Макиавелли — Флоренцияла йәшәгән Италия ғалимы (XVI быуат), сәйәсәт (политология) фәнен беҙҙең дәүерҙә яңынан тыуҙырған тип иҫәпләнә .
Платон һәм Аристотель (киреһенсә ), XV б., Лука Делла Роббиа
Никколо́ Макиаве́лли, Уффици галереяһы янында, Флоренция
  1. Эмпирик дәүер. XIXбыуат уртаһы — 1945 йыл. Политология фәнни ысулдар аша өйрәнелә башлай. Ул социология тәьҫирендә үҫешә башлай. Марксизм политология үҫеүенә һиҙелерлек йоғонто яһай. 1920-30-йылдарҙа АҠШ политология үҙәгенә әйләнә. Сәйәсәтте (политология) юғары уҡыу йорттарында студенттарға уҡыта башлайҙар.
  2. Рефлексия. 1945 йылдан — беҙҙең көндәргәсә. 1948 йылда ЮНЕСКО ярҙамы менән политологтар коллоквиумы ойошторола, ғалимдар политологияны фән булараҡ өйрәнеү мәсьәләләрен ҡарай, был фәндең предметы, объекты, алдында торған мәсьәләләрҙе билдәләйҙәр. Бөтә илдәрҙә лә политологияны фән булараҡ юғары уҡыу йорттары программаларына индереү тәҡдим ителә.

Политологияның уҡыу йорттарында уҡытылыу тарихынан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Политика уҡыу фәне булараҡ XIV быуат аҙағынан алып Европа университеттары уҡытыу программаларына индерелә башлай. Баштараҡ был фән Аристотелдең «Политика»һын өйрәнеүҙән генә торған .

XIX быуаттың икенсе яртыһынан алып, социология һәм позитивизм методологияһы үҫеше менән бәйле политология ла етеҙ үҫешә башлай. Европа һәм Төньяҡ Америка университеттарында сәйәсәт фәндәре кафедралары , хатта факультеттары барлыҡҡа килә . Иң тәүге булып 1857 йылда Колумбия университетында (АҠШ тарих һәм сәйәсәт фәндәре кафедраһы булдырыла . Испанияның Мадрид ҡалаһында Әхлаҡ һәм сәйәсәт фәндәре академияһы ( 1861), Парижда Сәйәсәт фәндәре ирекле мәктәбе (Франция, 1871), Колумбияла (Миссури) Сәйәсәт фәндәре мәктәбе (АҠШ, 1880), Берлинда Дәүләтте өйрәнеү йәмғиәте (Германия, 1883), Лондонда Иҡдисат һәм сәйәсәт фәндәре мәктәбе (Бөйөк Британия, 1895) ойошторола.

1948 йылда ЮНЕСКО ярҙамы менән үткәрелгән сәйәсәт фәндәре буйынса халыҡ-ара симпозиум сәйәсәтте өйрәнеүгә һиҙелерлек этәргес бирә. Унда «политология» термины индерелә һәм юғары уҡыу йорттарында был фәнде өйрәнеү тәҡдим ителә .

Политологияның объекты һәм предметы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәү сиратта политологияның фән булараҡ предметы - сәйәси власть, уның хоҡуҡ системаһы нигеҙҙәре, уның легитимлығы, уның тотороҡлоғон тәьмин итеүсе механизмдарҙы һәм хаким итеү күҙлегенән оптималлеген (иң ҡулайлы вариантын) асыҡлау. Бынан тыш, политология фәненең объекты булып сәйәсәт (политика), йәмғиәт тормошоноң сәйәсәт өлкәһе тора. Сәйәси власҡа ҡарата ижтимағи субъекттарҙың мөнәсәбәт законлылыҡтары - политология предметы. Был предметты төрлө фәндәр өйрәнә (социология, философия, хоҡуҡ һ.б.), политология уларҙың төрлө аспекттарын бергә ҡушып өйрәнә.

Күп ғалимдар политологияны төрлө фәндәр араһында тороусы фән тип ҡарай, уның өйрәнеү предметы тип сәйәси тормоштоң йәшәү һәм үҫеш тенденциялары закондары ҡарала, улар сәйәсәт субъекттарының сәйәси власть һәм сәйәси мәнфәғәттәрҙе тормошҡа ашырыу эшмәкәрлегенә ҡушылыу процессын сағылдыра. Ләкин күп кенә ғалимдар бер ниндәй ҙә айырым мәңгелек сәйәси закондар һәм хаҡиҡәт юҡ тип иҫәпләй [1]. Сәйәси закондарҙы тикшереүселәр шуны иҫендә тоторға тейеш  — бер теоретик «прогресс» тип иҫәпләгән әйбер, икенсеһе өсөн регресс булып сығасаҡ.

Политология өйрәнгән мәсьәләләрҙе өс ҙур төркөмгә бүлергә була [2]:

  1. сәйәсәттең фәлсәфәүи һәм идея-теоретик нигеҙҙәре, система тыуҙырыусы сифаттары һәм төп характеристикаһы, ниндәй ҙә булһа бер сәйәси осорҙағы сәйәси феномендар;
  2. сәйәси система һәм сәйәси мәҙәниәт, төрлө сәйәси системалар араһындағы айырмалыҡтар һәм оҡшашлыҡтар, уларҙың өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре, сәйәси режимдар, уларҙың үҙгәреү шарттары һәм башҡалар;
  3. сәйәси институттар,сәйәси процесс,сәйәси тәртип һәм сәйәсәттә ҡатнашыу һәм башҡа.

Политологияның функциялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гносеологик функцияһы. Политология яңы белемдәр тупларға һәм уны яҙып, материалләштереп ҡуйырға ярҙам итә (формализация).
  • Аксиологик функция. Политология ҡиммәттәр системаһын булдыра, сәйәси ҡарарҙарға , сәйәси институттарға, сәйәси ваҡиғаларға баһа бирергә ярҙам итә.
  • Теоретик һәм методологик функция. Политология сәйәси күренештәрҙе тикшереү теориялары һәм методологияларын булдыра.
  • Социализация. Кешеләргә сәйәси процестарҙы аңларға ярҙам итә.
  • Мотивация. Политология кешеләрҙең мотивтарын (төп фекерен) булдырыуҙа һәм эш итеүҙәрендә (действие) ярҙам итә.
  • Практик сәйәси. Сәйәси ҡарарҙарға экспертиза, сәйәси реформалар теорияһы .
  • Прогноз. Политология сәйәси процестарҙы прогнозлай, алдан күрергә ярҙа итә.

Тағы ла бер аңлатма:

Рәсәй политологияһында түбәндәге сәйәсәттең функциялары күрһәтелә:

  • Бөтә төркөмдәрҙең һәм йәмғиәт ҡатламдарының хаҡимлыҡ итеү менән бәйле ихтыяжын һынландырыу .
  • Йәмғиәттәге конфликттар, низағтарҙы бөтөрөү, уларҙы ыңғай яҡҡа үҙгәртеү (рационализация).
  • Бөтә йәмғиәт йәки айырым социаль ҡатлам ихтыяжына яраҡлы сәйәси һәм ижтимағи процестар менән идара итеү.
  • Халыҡтың шәхси ижтыяжын дөйөм йәмғиәт ихтыяжына буйһондороп, төрлө ҡатламды бергә туплау (интеграция), йәмғиәт системаһының бер бөтөнлөгөн, тотороҡлолоғон һәм тәртип тәьмин итеү.
  • Сәйәси социализация.
  • Бөтә дәүләттең һәм йәмғиәттең социаль үҫешенең күсәгилешлеген һәм төрлө өлкәлә яңырыуға ынтылышын (инновационлығын) тәьмин итеү.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Соловьёв А. И. Политология: Политическая теория, политические технологии: Учебник для студентов вузов. — М.:Аспект пресс, 2001. — 559 с.
  2. Гаджиев К. С. Политическая Наука. Ч. 1. — М.: Межд. Отн., 1994. — С. 7

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гаджиев К. С. Политическая Наука. Ч. 1. — М.: Межд. Отн., 1994.
  • Глущенко В. В. Политология: системно-управленческий подход.-М.: ИП Глущенко В. В., 2008.
  • Ильин В. В. Политология: учебник для вузов. — 4-е издание, исправленное и дополненное. — М.: Книжный дом Университет (КДУ), 2001. — 716 с. — ISBN 5-8013-0132-1.
  • Соловьёв А. И. Политология: Политическая теория, политические технологии: Учебник для студентов вузов. — М.:Аспект пресс, 2001.
  • Новицкий И. Я. Управление этнополитикой Северного Кавказа. — Краснодар, 2011. 270 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]



Фән йүнәлештәре | Фән тураһында…
Гуманитар | Йәмғиәт | Тәбиғи | Техник | Практик
Математика | Физика | Химия | География | Астрономия | Геология | Биология | Тарих | Тел белеме | Филология | Фәлсәфә | Психология | Социология | Антропология | Иҡтисад | Информатика