ЮНЕСКО

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһ

United Nations Educational, Scientific and Cultural Organization
L’Organisation des Nations Unies pour l’éducation, la science et la culture
La Organización de las Naciones Unidas para la Educación, la Ciencia y la Cultura
联合国教育、科学及文化组织'
منظمة الأمم المتحدة للتربية والعلم والثقافة

Штаб-квартира:

Франция Париж, Франция

Тип организации:

Халыҡ-ара ойошма

Официальные языки:

инглиз, Испан, урыҫ, Француз, ҡытай, ғәрәп

Руководители
Генераль директор

Флаг Болгарии Ирина Бокова

Башҡарма совет рәйесе

Ҡалып:Флаг Барбадоса Алиссандра Камминс

Основание

16 ноябрь 1945 й.

Награды
unesco.org
Commons-logo.svg ЮНЕСКО на Викискладе

ЮНЕСКО (UNESCO — United Nations Educational, Scientific and Cultural Organization) — мәғариф, фән һәм мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы.

ЮНЕСКОның маҡсаты — милләт-ара, дин-ара һәм цивилизация-ара берҙәмлекте формалаштырыу, мәғариф, фән һәм коммуникациялар өлкәләрендә халыҡ-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү, кешелек цивилизацияһының мәҙәни һәм тарихи мираҫын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән эшмәкәрлек; Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Уставында иғлан ителгән кеше хокүктарын яҡлау[1][2].

1945 йылдың 16 ноябрендә йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Сан-Францисколағы конференцияһында АҠШ, Англия һәм СССР араһында мәғрифәтселек һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса халыҡ-ара махсуслаштырылған учреждение булдырыу хаҡында килешеү төҙөлә. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң, БМО һәм ЮНЕСКО тыныслыҡты һаҡлау идеяһын тәҡдим итә.

Хәҙерге ваҡытта халыҡ-ара ойошма составында 193 ағза-дәүләт һәм 7 хеҙмәткәр-ағза иҫәпләнә. ЮНЕСКО-ның штаб-фатиры Парижда урынлашҡан. Генераль директоры — Ирина Бокова (Болгария), башҡарма советы рәйесе — Э. В. Митрофанова (Рәсәй), Парижда Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО ҡарамағындағы даими вәкиле

Башҡортостан ЮНЕСКОла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан ЮНЕСКО менән 2008 йылдың мартында Парижда ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында «Башҡортостан: 450 йыл Рәсәй менән бергә» презентацияһы үтте, унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм ЮНЕСКО араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Комитеттың Башкортостан Республикаһы менән берлектә Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелгән мәсьәләләр:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Организация Объединённых Наций по вопросам образования, науки и культуры  (рус.). БСЭ. 23 май 2010 тикшерелгән.
  2. Коротко о ЮНЕСКО  (рус.). Комиссия Российской Федерации по делам ЮНЕСКО. 23 май 2010 тикшерелгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]