Шүлгәнташ
Шүлгәнташ | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Тәрәнлеге | 165 м |
Оҙонлоғо | 3045[1] м |
Күләме | 180 510 м³ |
Тип | карст |
һыйҙырышлы тоҡомдар | эзбизташ |
Ҡатмарлылыҡ категорияһы | 2А |
Сайт | Заповедник «Шульган-Таш» |
Шүлгәнташ Викимилектә |
Шүлгәнташ мәмерйәһе[2][3][4][5] — Башҡортостандың Бөрйән районында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Ул Көньяҡ Уралдағы бурташ, гипс, доломит кеүек тау тоҡомдарынан торған мәмерйәнең иң ҙурҙарының, иң матурҙарының береһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы[6].
Мәмерйә палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеһенең петроглифтар (таштағы һүрәттәр) аша билдәле[7].
2014 йылда мәмерйә эсендәге юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 2640 метр, майҙаны — 20 200 м², күләме — 105 000 м³, тәрәнлеге 30 м² тәшкил итә[8]. 2019 йылда ғалимдар сталактиттар күп булған дүртенсе ҡатты аса. Уларҙың йәше 100 000 йылдан арта. Эре минераль берәмектәрҙең береһе мәмерйә иҙәненән 3 м ҡалҡып, киңлеге 8 м тәшкил итә[9].
Мәмерйә янында «Шүлгәнташ» музей-экскурсион комплексы һәм спелеология лабораторияһы асылған, шулай уҡ солоҡсолоҡ һәм умартасылыҡ музейы бар.
1965 йылда Шүлгәнташ тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп иғлан ителә.
2009 йылдан Шүлгәнташ мәмерйәһе Башҡортостандағы ете мөғжизәнең береһе тигән статус ала.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Шүлгәнташ» атамаһы мәмерйәгә ингән ерҙә Ағиҙелгә ҡушылған Шүлгән йылғаһы исеменән һәм башҡорт телендәге «таш» һүҙенән килеп сыҡҡан. Шулай уҡ боронғо башҡорт диалектында «шу үлгән» «һыу үлгән, юҡҡа сыҡҡан» тигәнде аңлата, дөрөҫөрәге, «һыу ташта үлгән» йәки «һыу таш аҫтына киткән» мәғәнәһендә. Бынан тыш, Шүлгән — башҡорт халҡының боронғо «Урал батыр» ҡобайыры персонажы, уның төп геройы Урал батырҙың ағаһы.
Рус тикшеренеүселәре Шүлгәнташты «Капова» мәмерйәһе тип атауының ике фаразы бар: беренсеһе — тамсы тамыуҙы аңлатҡан «кап-кап» урыҫ ымлығынан (мәмерйәлә һәр ваҡыт тамсы тамған тауыш ишетергә мөмкин), икенсеһе — «капище» (храм), мәжүсиҙәрҙең ғибәҙәтханаһы тип раҫлауҙан. Сөнки бик боронғо замандарҙан бирле, яҙманан алда, мәмерйәлә ғибәҙәтхана булғанлығы дәлилләнде, ҡаялағы һүрәттәр ҙә шул маҡсатҡа хеҙмәт иткәнлеге иҫбатланды. Башҡорт легендаларынан һәм археологик ҡаҙылмаларҙан билдәле булыуынса, урта быуаттарҙа ла Шүлгәнташ ғибәҙәтхана ролен үтәгән, мәмерйәлә мәжүси йолалар башҡарылған[10].
Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәмерйәгә ингән урын — 25-28 метр бейеклегендәге арка рәүешендә, Һарыкүскән тауының көньяҡ битендә урынлашҡан; уның киңлеге 40 метрға етә. Шулай уҡ мәмерйәгә ингән урындың һул яғындағы күлдән Шүлгән йылғаһы ағып сыға. Зәңгәрләнеп күренеп ятҡан күлдең диаметры 3 метрға яҡын, ә тәрәнлеге 80 метрҙан артыҡ (дөрөҫөрәге, ул күл түгел, ә һыу юлағының вертикаль өлөшө). Ҡушылмалары күп булыу сәбәпле, күлдең һыуы эсергә яраҡлы түгел, уны дауаланыу ванналары өсөн файҙаланыу отошлораҡ. Инеү урынының уң яғында — тағы бер Түңәрәк күл бар[11].
Мәмерйәнең өйрәнелгән оҙонлоғо 3 саҡрымдан ашыу. Унда — һарҡып, ағып барлыҡҡа килгән майташтар, сталактиттар, сталагмиттар бар. Мәмерйә, эре залдары, галереялары, һыу аҫты күлдәре һәм йылғалары менән әкиәттәрҙә һөйләнгән һоҡланғыс һарайҙы хәтерләтә. Шүлгәнташ өс гипсометрик кимәлле, түбәнге ҡатын һыу баҫҡан, унда мәмерйәне барлыҡҡа килтергән һыу аҫты Шүлгән йылғаһы аға[1].[12].
Шүлгәнташ мәмерйәһенең бөтөн бейеклеге 140 метр. Мәмерйәгә яҡын, эргәләш Шүлгән йылғаһының өс саҡрым оҙонлоғондағы тәрән карст каньоны һуҙыла, ул аҡрынлап эре карст соҡорҙарҙан, күлдәрҙән торған йырынға, ҡоро үҙәнгә әүерелә.
Икенсе ҡаттың оҙонлоғо 500 метр самаһы. Мәмерйәгә ингән ерҙән 120 метр үткәс, һул яҡтан юғарыға тура коридор китә. Баҫҡыс буйлап 20 метр күтәрелгәс, өсөнсө ҡатка аяҡ баҫаһың. 500 метрға һуҙылған ҙур залдар ер аҫты күленә барып тоташа.
Шүлгәнташ мәмерйәһенә барған юлда бейек ҡаяла тәбиғәт яһаған мөғжизәле «Мамонт ҡыуышы» («Кәзә ташы») күренә. Мәғәрәгә бындай исем, ҡояш байыған саҡта ҡаялағы күләгәнең үҙенсәлекле ятыуы сәбәпле, таш һыҙаттары торбатомшоғон түбән төшөрөп йоҡоға талған мамонтты хәтерләткәнлектән, бирелгән.
Ер аҫтындағы йылға һәм күл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәмерйәлә ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Уның сыҡҡан урыны төньяҡҡа ҡарай 12 саҡрымға арыраҡ. Мәмерйәнән 2 саҡрым аралыҡта ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм, ҡеүәтле шишмә булып, Шүлгәнташҡа ингән ерҙә, урғып, ер өҫтөнә сыға, диаметры 3 метрлыҡ күл хасил итә. Мәмерйә ауыҙынан сыҡҡас, 150—170 метр арауыҡтан гөрләп ағып, Шүлгән Ағиҙелгә ҡушыла. Шүлгән йылғаһы ҡышҡы ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай.
Шүлгәнташ эйәһе тураһында легендалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2009 йылдың 30 майынан 6 июненә саҡлы Бөрйән районына РФА Өфө Фәнни Үҙәге фольклорсыларының ғилми экспедицияһы ойошторолдо. Ғалимдар Хөсәйенова Г. Р., Юлдыбаева Г. В. хәҙерге, замана, кешеләренән Шүлгәнташ һәм уның менән бәйле легендаларҙы яҙып алғандар Барыһы 11 ауылда халыҡ менән осрашты улар. Һөҙөмтәлә башҡорт халҡының традицион жанрҙары һаман да тере булыуы асыҡланды. Легендалар һәм риүәйәттәр бүлеге бигерәк тә бай булыуы дәлилләнде. Шулар араһында «Башҡорт халыҡ ижады» күп томлығына индерелмәгәндәре, ташҡа баҫылмағандары ла осрай.
Ғәҙелгәрәй ауылынан Ишморатова Флүзә Йомағужа ҡыҙы Шүлгәнташ мәмерйәһенең атамаһы менән бәйле ҡыҙыҡлы легендалар һөйләне. Икенсе информант таш өйҙөң (мәмерйә) эйәһе бар, тип белдерҙе. «Һирәк осраҡта уны йә кеше күләгәһе, йә ат күләгәһе итеп күрергә була икән».
Мәмерйә эйәһе тураһында тағы бер легендә яҙып алынды: «Һуңғы ваҡытта таң атҡанда Аҡбуҙатҡа атланған Таш өй эйәһен йыш ҡына күргеләйҙәр, тип һөйләйҙәр. Ул нимәгәлер ҡәнәғәтһеҙлек белдерә». «Мәмерйә эйәһен мәмерйә эсендә күреп була. Әгәр башты юғары күтәрһәгеҙ, мәмерйә түбәһенән һеҙгә ике күҙ ҡарай. Был — таш өй эйәһенең күҙҙәре».
Таш өй эйәһе тураһында тағы ла бер легенда бар: «Күп кеше элегерәк мәмерйәнең эйәһе бар, ул таш өйөнән сығып йөрөй, тип һөйләйҙәр ине. Әсәйем бына нимә һөйләгәйне: «Беҙ өсәү инек. Мәмерйә тирәһендә йөрөй инек, арығайныҡ, Шүлгәнкүл янында ял итергә ултырҙыҡ. Саҡ ултырҙыҡ, шул мәлдә мәмерйәнән атҡа атланған аҡ һаҡаллы ҡарт күренде. Ул һәйбәт кейенгән: башында аҡ сәллә, өҫтөндә — кәзәкей, ялтырап торған итекле. Аттың өҙәңгеһе, йүгәне көмөштән. Ҡарт, беҙҙе күргәс, мәмерйәгә кире инеп юғалды. Беҙ доға уҡыныҡ, хәйер(милостыню) ҡалдырҙыҡ та ҡайтырға сыҡтыҡ. Беребеҙ ҙә ул ҡартты башҡа күрмәнек».
«Рәсемдәр» бүлмәһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Оригинальные рисунки 1 . i1.wp.com. Дата обращения: 18 июль 2022.(недоступная ссылка) | |
Оригинальные рисунки 2 . static.panoramio.com. Дата обращения: 18 июль 2022. 2016 йыл 13 октябрь архивланған. | |
Вход в пещеру 1 . www.shulgan-tash.ru. Дата обращения: 18 июль 2022. 2016 йыл 4 март архивланған. | |
Вход в пещеру 2 . static.panoramio.com. Дата обращения: 18 июль 2022. 2016 йыл 13 октябрь архивланған. | |
Голубое озеро . static.panoramio.com. Дата обращения: 18 июль 2022. 2016 йыл 10 октябрь архивланған. |
Мәмерйәнең һәр ҡатында үҙенә дымлылыҡ режимы һәм һауа әйләнеше меңәр йылдар буйы, миҙгелгә ҡарамай, тәүлек әйләнәһенә температура үҙгәрмәй, даими тора. Шуға мәмерйәлә боронғо һүрәттәр һаҡланған да инде. Шүлгәнташ мәмерйәһе палеолит дәүерендәге тәүтормош кешеһенә хас һуңғы солютрей мәҙәниәтенән урта мадлен мәҙәниәте ваҡыты менән тамғаланған петроглифтар, йәғни ҡаялағы һүрәттәре менән билдәле[13].
Һүрәттәр 1959 йылда ҡурсаулыҡтың зоологы А. В. Рюмин тарафынан табылған[14][15][16]. Боронғо һынлы һүрәт сәнғәтен (живописте) өйрәнеүҙә СССР Фәндәр Академияһының Археология институты ҙур роль уйнаған (бигерәк тә, Бадер Отто Николаевич[17] һәм Щелинский, Вячеслав Евгеньевич)[18]). Улар 50 һүрәтте асыҡлаған. Һуңынан һүрәттәрҙе Бөтөн Рәсәй геология институты өйрәнә һәм Рус география йәмғиәтенән Ю. С. Ляхницкий 173 һүрәт йәки уларҙың реликтын — сағыу таптарын таба.
Мәмерйә диуарында мамонттар, йылҡы (ат) һәм башҡа йәнлек һүрәттәре, антропоморф фигуралар төшөрөлгән. Ағас күмере төшөрөлгән һирәк һүрәттәр ҙә осрай. Ғалимдар мәмерйәлә хайуан һүрәттәрен генә түгел, үрге һәм урта ярустарҙа бәләкәй өй (хижина), өсмөйөш, баҫҡыс, ҡыя һыҙыҡ һүрәттәрен таба. Был һүрәттәр 30-40 мең йыл элек, планетала кроманьонецтар йәшәгән дәүерҙә, Һуңғы палеолит осоронда төшөрөлгән. Шүлгәнташтың түбәнге ярусында һуңғараҡ, боҙлоҡ периоды аҙағында, яһалған һүрәттәр табылған. Уларҙың дәүмәле 44-тән 112 сантиметрға тиклем.
Һүрәттәр сифаты төрлө дәрәжәлә ине — күпмелер өлөшө кальцит һарҡындыһы аҫтында ҡалған, ҡайһылары мәмерйәгә ҡурсаулыҡ статусы бирелмәҫ элек килгән вандал-туристарҙың автографтары менән ҡапланған, өсөнсөләре стена буйлап ағып торған шыйыҡлыҡ тарафынан йыуылған. Һүрәттәрҙе консервациялау мәсьәләһе хәл ителеү өҫтөндә. Һынлы сәнғәт һүрәттәренең (живопистең) яҡшы торошон һаҡлау маҡсатында, 2004 йылдан башлап мәмерйәгә ингән урында экскурсанттарға һүрәттәрҙең натураль дәүмәлендәге күсермәләре тәҡдим ителә. Мәмерйә торошон яҡшыртыу Андоранан килгән реставратор Эудаль Гийаме кәңәштәренә таянып атҡарылды[19]
2012 йылдың февраленән башлап, мәмерйәләге һүрәттәрҙе һаҡлау маҡсатында, һүрәт төшөрөлгән залдар ябылғанлыҡтан һәм уларҙы ирекле ҡарау тыйылғанлыҡтан, фотографтар Александр Марушин һәм Григорий Сухаревҡа, ғилми хеҙмәткәр Ольга Червяцоваға теләгән һәр кемгә мәмерйәгә интерактив инеү мөмкинлеген бирерлек виртуаль фототур ойоштороу заданиеһы бирелә. 2012 йылдың июленән башлап ҡурсаулыҡ территорияһында «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тигән интерактив музей эшләй.
Заманса уран-торий тикшеренеүҙәре Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең 36400 — 14500 йыл элек төшөрөлгәнен билдәләне. Был мәғлүмәт сит илдәрҙә сыҡҡан ғилми хеҙмәттәрҙә баҫылды һәм Шүлгәнташ мәмерйәһен ЮНЕСКО-ның бөтөн донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индерелер тигән өмөт менән йәшәй башҡорт халҡы[20].
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Мамонт һүрәте
-
Шүлгәнташ мәмерйәһенең беренсе ҡаты схемаһы
-
Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәр
-
Кәзә ташы
Шүлгәнташ — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит) йәшәгән кешеләрҙең буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте яҡшы күрһәтелгән һәм һаҡланған берҙән-бер мәмерйә. Тәүтормош кешеләренең һүрәттәр галереяһы беренсе ҡаттың ике ҡоро стенаһында һәм икенсе ҡаттың ҙур залында табылған. Һүрәттәр ҡыҙыл буяу, ҡыҙҙырылғаң майҙа иҙелгән охра менән яһалған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [«Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы]]
Шүлгәнташ тураһында әҙәбиәт һәм ваҡытлы матбуғат
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Радий Хабиров: Наша задача — сохранить наскальные рисунки Шульган-Таша. ИА «Башинформ», 2019, 1 июня (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июнь 2019)
- Марушин В. По реке Белой к жемчужине Урала — пещере Шулган-Таш. Өфө, «Китап» нәшриәте, 2016[21].
- Письма из провинции. Белорецкий район (Башкортостан). Документалистика. Телеканал «Культура»(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2020)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Соколов Ю. В. Перечень подземных полостей Республики Башкортостан длиннее 50м . Сайт Уфимского спелеоклуба им. В. Нассонова. Дата обращения: 13 апрель 2011. Архивировано 2 март 2012 года.
- ↑ Заповедник Шульган-Таш . Архивировано из оригинала 29 сентябрь 2015 года. 2015 йыл 29 сентябрь архивланған. // Официальный сайт
- ↑ Уникальные геологические объекты России . www.geomem.ru. Дата обращения: 22 декабрь 2015. Архивировано из оригинала 22 декабрь 2015 года. // «Всероссийский научно-исследовательский геологический институт им. А. П. Карпинского» по заказу Федерального агентства по недропользованию
- ↑ Государственный природный заповедник «Шульган-Таш» . Дата обращения: 17 сентябрь 2015. Архивировано из оригинала 22 декабрь 2015 года. 2015 йыл 22 декабрь архивланған. // Туристский информационный портал Республики Башкортостан
- ↑ Комитет Республики Башкортостан по делам ЮНЕСКО:: Новости . unescorb.ru. Дата обращения: 10 ғинуар 2022. Архивировано 22 декабрь 2015 года.
- ↑ Комитет Республики Башкортостан по делам ЮНЕСКО 2015 йыл 22 декабрь архивланған.
- ↑ Ольга Червяцова Археологические исследования 2010 йыл 7 июль архивланған. Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;ООПТ
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Пещера Шульган-Таш (Капова) . kulturarb.ru. Дата обращения: 5 декабрь 2019. Архивировано 6 декабрь 2019 года.
- ↑ В. И. Левин «Свидетели из Каповой пещеры» М. : «Детская литература» 222 с. 1982
- ↑ Кудряшов И. К. Путеводитель по Каповой пещере Уфа, 1956
- ↑ В. С. Житенёв. Капова пещера — многослойный памятник археологии: предварительное сообщение // Первобытные древности Евразии. К 60-летию Алексея Николаевича Сорокина, 2012 2016 йыл 12 июль архивланған.
- ↑ Жегалло В.И и др. Об ископаемых носорогах эласмотериях // Новости из Геологического музея им. В. И. Вернадского. — 2002. — № 9. — ISSN 1029-7812.
- ↑ А. Д. Столяр. Происхождение изобразительного искусства. — М.: Искусство, 1985. — С. 35.
- ↑ Э. П. Позднякова, А. В. Лоскутов, Н. Н. Скокова. Башкирский заповедник // Заповедники европейской части РСФСР. II / Под ред. В. В. Соколова, Е. Е. Сыроечковского. — М.: Мысль, 1989. — С. 241.
- ↑ Пещера Шульган-Таш (Капова) 2015 йыл 29 сентябрь архивланған.. Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»
- ↑ Бадер О. Н. Каповая пещера-La caverne Kapovaia: Палеолитическая живопись М., 1965.
- ↑ Щелинский В. Е.(недоступная ссылка) Официальный сайт государственного природного заповедника «Шульган-Таш»
- ↑ [http://u7a.ru/articles/society/11854
- ↑ Башкирия: новые исследования «состарили» наскальные рисунки Каповой пещеры в два раза, Киске Өфө, 2016 йыл
- ↑ Йәнә Шүлгәнташ хаҡында. «Башҡортостан» гәзите, 2016, 5 август 2016 йыл 17 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт энциклопедияһы — Шүлгәнташ 2020 йыл 3 август архивланған. (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2020)
- Шульганташ
- Культура регионов России(недоступная ссылка)
- Иҫкәрмәләрендә хаталар булған биттәр
- Википедия:Cite web (заменить webcitation-архив: deadlink no)
- Карст мәмерйәләре
- Алфавит буйынса мәмерйәләр
- Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары
- Башҡортостан мәмерйәләре
- Бөрйән районы географияһы
- Ағиҙел (йылға)
- Тәүтормош сәнғәте
- Европа петроглифтары
- Мәмерйәләр — археологик ҡомартҡылар
- Экскурсия мәмерйәләре