Эстәлеккә күсергә

Ҡурсаулыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡурсаулыҡ
Ҡурсаулыҡ
Рәсем
 Ҡурсаулыҡ Викимилектә

Ҡурсаулыҡ — махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы, уның эсендәге тәбиғәт комплекстары һәм объекттар хужалыҡ ҡулланылышынан тулыһынса сығарыла. Ҡағиҙә булараҡ, ҡурсаулыҡтар (заказниктарҙан айырмалы рәүештә) туристар өсөн ябыҡ, ләкин уларҙың ҡайһы берҙәрендә махсус рөхсәт буйынса биләмәгә инеү мөмкинлеге бар.

Саян-Шушенск биосфера ҡурсаулығы

Тәбиғәт төрлөлөгөн тәбиғи хәлендә, үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың генофондын, йәнһеҙ тәбиғәттең уникаль объекттарын һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән, ландшафт өлгөһө (эталон) итеп ҡабул ителеүе мөмкин типик йәки бирелгән геогр. зона өсөн ҡиммәтле ландшафтлы биләмә ҡурсаулыҡ тип иғлан ителә. Ҡурсаулыҡ тәбиғәтте һаҡлау, фәнни—тикшеренеү һәм экологик белем биреү учреждениелары статусына эйә.

Ҡурсаулыҡ бурыстары: тәбиғәт территорияларын һаҡлау; фәнни тикшеренеүҙәр үткәреү, шул иҫәптән Тәбиғәт йылъяҙмаларын алып барыу; экологик мониторинг үткәреү; экологик белем биреү; тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә кадрҙар һәм белгестәр әҙерләүҙә ярҙам итеү. Глобаль экологик мониторинг үткәреүсе халыҡ—ара биосфера резерваттары системаһына ингән ҡурсаулыҡ биосфера статусын ала.

Төп мәҡәлә: Рәсәй ҡурсаулыҡтары

Федераль законға ярашлы, дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары — тәбиғәт процестарының һәм күренештәрҙең тәбиғи барышын, флора һәм фаунаның генетик фондын, үҫемлектәрҙең һәм хайуандарҙың айырым төрҙәрен һәм берләшмәләрен, типик һәм уникаль экологик системаларҙы һаҡлауға һәм өйрәнеүгә йүнәлтелгән экологик, тикшеренеү һәм экологик белем биреү учреждениелары[1].

«Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында» Федераль законға ярашлы, дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы тик федераль әһәмиәткә эйә булған махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре категорияларының береһе булып тора. Эргә-тирәләге акватория (һыу өҫтө) һәм аэротория (һауа киңлеге) янындағы ҡоро ер участкаһын үҙ эсенә ала. Ул биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм тәбиғи йәһәттән һаҡланған тәбиғәт комплекстарын һәм объекттарын һаҡлау, фәнни тикшеренеүҙәр ойоштороу һәм үткәреү, дәүләт экология мониторингын тормошҡа ашырыу маҡсатында тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау өсөн тулыһынса хужалыҡта ҡулланыуҙан алына.

Ҡурсаулыҡ, ойошма булараҡ, айырым һаҡланған тәбиғәт территориялары тураһында ҡануниәт тарафынан билдәләнгән, даими (мөҙҙәтһеҙ) файҙаланыуға тапшырылған йәки акватория ҡурсаулығы сигенә ингән федераль дәүләт учреждениеһы булып тора. Рәсәйҙә ҡурсаулыҡҡа инеү өсөн Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт министрлығы йәки ҡурсаулыҡ етәкселегенең туранан-тура рөхсәте талап ителә.

Тирә-яҡ мөхитте һәм ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау тураһында беренсе закон б. э. т. III быуатта Шри-Ланкала ҡабул ителгән, тип иҫәпләнә. Король Деванампиятисса шул ваҡытта донъялағы беренсе тәбиғәт ҡурсаулығын нигеҙләй.

Беҙҙең заманда Тунистың Ишкель милли паркы булараҡ билдәле булған территорияның тәбиғәтте һаҡлау статусы хаҡында тәүге мәғлүмәттәр XIII быуатҡа ҡарай, ул саҡта Ифрикияла хакимлыҡ иткән Хафсидтар династияһы күл тирәһендә һунар итеүҙе тыя.

Мөхәммәт пәйғәмбәр урман һәм йәшел биләмәләрҙе тәбиғәт ҡурсаулығы тип иғлан итә, унда ниндәй ҙә булһа тереклек төрө һаҡлана. Уларҙың иң билдәлеһе Мәҙинә янындағы ҡурсаулыҡ була, уның майҙаны 20 км² самаһы тәшкил итә[2].

Урта быуаттарҙа Европала дворяндар һунар майҙандарының етештереүсәнлеген һаҡлауҙы хәстәрләгән. Бының өсөн айырым участкалар бүленгән, унда ҡырағай йән эйәләрен тергеҙеү маҡсатында ваҡытлыса һунар итеү тыйылған, өҫтәүенә тыйыуҙы боҙған өсөн яза ҡаты булған. XIII быуатта Галицк-Волынск ерҙәре кенәзе Даниил Галицкий Беловежье һәм Цумань шырлығы эргәһендә ҙур ҡурсаулыҡ төҙөү тураһында указ сығара. XVII быуатта Алексей Михайлович Романов батшалыҡ иткән осорҙа Мәскәү тирәләй һунар итеүҙе тыйған һәм хужалыҡ эшмәкәрлеген ҡәтғи сикләгән режимлы биләмәләр селтәре ойошторола[3]. Рәсәйҙә беренсе рәсми дәүләт ҡурсаулығы булып Байкал аръяғының төньяҡ-көнсығышындағы Баргузинский ҡурсаулығы тора. 1998 йыл башына Рәсәйҙә 97 ҡурсаулыҡ була. Шул иҫәпкә майҙаны 1 млн га ашыу Ҙур Арктика, Командор, Путоран, Усть-Ленск, Таймыр, Кроноцкий ҡурсаулыҡтары инә.

Төп мәҡәлә:ru: Всемирная сеть биосферных резерватов Донъяның 120 илендә 654 биосфера ҡурсаулығы иҫәпләнә.

Иң ҙуры — Пантанал (Бразилия), майҙаны 195000 квадрат километр[4].

Башҡортостан ҡурсаулыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1929 йылда Башҡортостан биләмәһендә беренсе ҡурсаулыҡ — Башҡорт ҡурсаулығы ойошторола. Республикала 3 ҡурсаулыҡ бар: Башҡорт ҡурсаулығы, Шүлгәнташ ҡурсаулығы, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, уларҙың дөйөм майҙаны 325 мең га (2006 й.). Иң ҙуры — Көньяҡ Урал Ҡурсаулығы (252,8 мең га, шуларҙың 28,4 мең га — Башҡортостан Республикаһы территорияһында). Ҡурсаулыҡ эшмәкәрлеген фәнни—методик яҡтан Башҡортостан Фәндәр Академияһы һәм Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлыҡтары, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлыҡтары менән берлектә тормошҡа ашыра. Башҡорт ҡурсаулығы — тәбиғәт музейы, «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы, күргәҙмә — уҡытыу умарталығы бар, 3 экскурсия маршруты ойошторолған.

Ҡалып:Кеше һәм биосфера