Ҡояш энергетикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Экваторҙа ерҙең 1 квадрат метрына 1000 Ватт ҡояш энергияһы тура килә.
Өҫтәге диаграмма полюстарға яҡынайған һайын ҡояш энергияһының кәмеүен күрһәтә. Түбәндәге диаграммала болот һәм туҙан ҡояш нурын кире сығылдырғас һәм йотҡас ер өҫтөнө төшкән ҡояш энергияһы миҡдарын күрһәтә.
Кояш нурланышы картаһы: Европа

Ҡояш энергетикаһы — ҡояш нурында булған энергия. Был энергияны кешелек меңдәрсә йылдар элек төрлө ысулдар менән файҙаланған. Йылытыу, кулинария, киптереүҙән тыш, бөгөн ҡояш энергияһынан электр, алыҫ райондарҙа һәм космоста файҙаланыу өсөн электр энергияһы алына. Ҡояштан электр энергияһын алыу күп осраҡта осһоҙораҡ, күмер йәки нефть яндырыуға ҡарағанда конкуренцияға һәләтлерәк булып сыға.

Энергияны файҙаланыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡояш энергияһын файҙаланыуҙың күп ысулдары бар:

  • йылы һыу етештереү, торлаҡты йылытыу, ашарға әҙерләү.
  • Ҡояш батареяларында йәки яғыулыҡ элементтарында электр энергияһын етештереү
  • Диңгеҙ һыуын киптереп тоҙ алыу

Ҡояштан энергия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ер атмосферыһы аша үткәс, ҡояш энергияһының ҙур өлөшө күҙгә күренә торған нурҙар һәм инфраҡыҙыл нурҙар формаһында була. Үҫемлектәр фотосинтез ярҙамында ҡояш энергияһын химик энергияға әйләндерә (шәкәр һәм крахмал алына). Кешеләр утын йәки башҡа ҡаҙылма яғыулыҡты яндырғанда ҡасандыр сарыф ителгән ҡояш энергияһын файҙалана, шулай уҡ үҫемлек, балыҡ, берәй хайуан итен ашағанда ла ҡояш энергияһын файҙалана.

Ҡояш нурланышы ергә 1 квадрат метрға 1366 Ватт энергия менән килеп инә. Ер түңәрәк булғанға, полюстары экваторға ҡарағанда энергияны әҙерәк ала.

Әлегә иң яҡшы ҡояш батареялары ҡояш энергияһының 15 процентын электр энергияһына әйләндерә.[1]

Технология төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мюнхен аэропорты янында тауыштан һаҡлыу барьерҙарына ҡуйылған ҡояш энергияһы панелдары.

Ҡояш энергияһын файҙаланыу өсөн бик күп технологиялар үҙләштерелгән. Ҡайһы берҙәре ҡояш энергияһын турыға ҡуллана (яҡтыртыу, йылытыу һ. б.), башҡалары электр энергияһы етештерә.

Ҡояш энергияһы ҡоролмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡояш энергияһы ҡоролмалары ҡояш энергияһын электр энергияһына әйләндерә.Ҡайһы берҙәре фотоэлектрик эффектты[2] файҙаланып ҡояш энергияһын тура электр энергияһына әйләндерә. Башҡалары ҡояш энергияһын туплау өсөн линзалар, батынҡы көҙгөләр, ҡояш артынан күҙәтеүсе ҡоролмалар ҡуллана.

Ашарға әҙерләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡояшта ашарға әҙерләү

Кулинарияла ҡояш энергияһы ғәҙәттәге утын, күмер, газ яндырыу урынына ҡулланыла. Ҡояш плиталары ғәҙәттәге газ һәм элетр плиталарына ҡарағанда осһоҙ һәм экологияк яҡтан таҙа. Урман ҡырҡып утын әҙерләү, яғыулыҡ һатып алыу өсөн финанс ҡыйынлыҡтары булған, асыҡ ут ҡулланыу кешеләр һәм тирә-яҡ өсөн хәүефле булған үҫеп килеүсе илдәрҙә ҡулланыла.

Ҡояш йылытҡыстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйҙө йылытыу һәм башҡа кәрәк-яраҡ өсөн ҡуйылған ҡояш панелдәре. Яблонков, Чехия

Электр һәм газ йылытҡыстары урынына ҡояш йылыһын файҙаланырға мөмкин. Ҡояш коллектрҙарында һыу (антифриз) йылына, һәм йылылыҡ йортто йылытыу, йылы һыу етештереү өсөн файҙаланыла.

Ҡояш батареялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

4 дюймлы ҡояш батареяһы

Ҡояш батареялары ҡояш яҡтыһын электр энергияһына әйләндерә.

Ҡояш батареяларының ҡулланышы күп төрлө. Электр селтәрендәге электр энергияһынан файҙаланып булмағанда, алыҫ райондарҙа, ертирәләй әйләнеп йөрөгән спутник һәм космос зондтарында, кеҫә калькуляторҙарында, ҡул сәғәттәрендә, алыҫтағы телефон станцияларында, һыу һурҙырыу станцияларында.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. A solar panel in the contiguous United States on average delivers 19 to 56 W/m² or 0.45 — 1.35 (kW·h/m²)/day.us_pv_annual_may2004.jpg. National Renewable Energy Laboratory, US. 4 сентябрь 2006 тикшерелгән.
  2. Technologies: From silicon to the solar cell.