Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө
Йылдың көнө 5 июнь
Рәсми сайт worldenvironmentday.global
Commons-logo.svg Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө Викимилектә

Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө (БМО телдәрендә: ингл. World Environment Day, исп=Día mundial del medio ambiente, фр=Journée mondiale de l'environnement, ғәрәп=اليوم العالمي للبيئة , ҡыт=世界环境日). Йыл һайын бөтә донъяла 5 июнь көнө билдәләнә .

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

БМО-ның Генераль Ассамблеяһының 27-се сессияһында иғлан ителгән ( № A/RES/2994 (XXVII) резолюция,15 декабрь, 1972 йыл).

Был көндө үткәреү датаһы 5 июнь1972 йылда Стокгольмда тирә-яҡ мөхит проблемалары буйынса БМО конференцияһы башланған көн алынған.

Генераль Ассамблея үҙенең резолюцияһында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы системаһына ингән дәүләттәрҙе һәм ойошмаларҙы йыл һайын был көндө уларҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һәм яҡшыртыуға ынтылышын раҫлаған саралар үткәрергә саҡыра.

Генераль Ассамблеяһының 27-се сессияһында шулай уҡ БМО системаһының яңы ойошмаһы — БМО-ның Тирә-яҡ мөхит программаһы (ЮНЕП) булдырыла. Тап бына ЮНЕП ҡанаты аҫтында йыл һайын Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө билдәләнә.

Бөтә донъя тирә-яҡ мөхит көнө тематикаһы һәм девиздары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәр йылдың тематикаһы һәм девизы билдәләнә, төп халыҡ-ара саралар үткәреү урыны һайлана.

  • 2018 йыл — «Пластик менән бысратыуға ҡаршы көрәш»
  • 2017 йыл — «Мин тәбиғәт менән»
  • 2016 йыл — «Ҡырағай хайуандарҙы законһыҙ рәүештә һатыуға ҡаршы абсолют түҙеп тормаусылыҡ сәйәсәте»
  • 2015 йыл — «Ете миллиард төш. ОБер Планета. Һаҡлыҡ менән файҙалан»
  • 2014 йыл — «Тауышыңды күтәр, әммә диңгеҙ кимәлен түгел!» (ингл. Raise Your Voice Not The Sea Level)[1]
  • 2013 йыл — «Уйла. Аша. Һаҡла» (ингл. Think.Eat.Save)[2]
  • 2012 йыл — «Йәшел иҡтисад: ә һин уның өлөшөмө?»
  • 2011 йыл — «Урмандар: тәбиғәт биргәнде файҙаланып»
  • 2010 йыл — «Төрҙәр күплеге. Бер планета. Бер киләсәк»
  • 2009 йыл — «Һеҙҙең планетағыҙ һеҙгә мохтаж»
  • 2008 йыл — «Бәйлелектән ҡотол! Иҡтисадҡа юлда углерод бүлеп сығарыуҙы кәметеп!»
  • 2007 йыл — «Боҙ иреүе — Ҡайнар тема!»
  • 2006 йыл — «Сүлдәр һәм сүлләнеү — Ҡоролоҡло ерҙәрҙең сүлгә әйләнеүенә юл ҡуймаҫҡа!»
  • 2005 йыл — «„Йәшел ҡалалар“: Планета өсөн план!»
  • 2004 йыл — «Диңгеҙҙәр һәм океандар кәрәк! Үле түгел, тере килеш»
  • 2003 йыл — «Һыу — ике миллиард кеше уға ныҡ мохтажлыҡ кисерә!»
  • 2002 йыл — « Ергә шанс бирергә»
  • 2001 йыл — «Бөтә донъя тормош селтәренә инергә»
  • 2000 йыл — «Тирә-яҡ мөхит мөхиттең мең йыллығы — эшкә күсергә ваҡыт»
  • 1999 йыл — «Беҙҙең Ер — беҙҙең киләсәк. Ҡотҡарайыҡ уны!»
  • 1998 йыл — «Ерҙәге тормош хаҡына — диңгеҙҙәребеҙҙе ҡотҡарайыҡ»
  • 1997 йыл — « Ерҙәге тормош хаҡына»
  • 1996 йыл — «Беҙҙең Ер, беҙҙең көнкүреш мөхите, беҙҙең йорт»
  • 1995 йыл — «Беҙ, халыҡтар: глобаль тирә-яҡ мөхит мөхит хаҡына берләшеү»
  • 1994 йыл — «Бер Ер — бер ғаилә»
  • 1993 йыл — «Ярлылыҡ һәм тирә-яҡ мөхит — зарарлы әйләнеште өҙөргә»
  • 1992 йыл — «Ер бөтәһенеке берәү — вуның тураһында бергә хәстәрлек күрәйек»
  • 1991 йыл — «Климат үҙгәреүе. Глобаль партнерлыҡ зарурлығы»
  • 1990 йыл — «Балалар һәм тирә-яҡ мөхит мөхит»
  • 1989 йыл — «Глобаль йылыныу, глобаль иҫкәртеү»
  • 1988 йыл — «Кеше тирә-яҡ мөхитте беренсе урынға ҡуйғанда, үҫеш туҡтамаҫ»
  • 1987 йыл — «Тирә-яҡ мөхит һәм йәшәр урын: ҡыйыҡ ҡына түгел»
  • 1986 йыл — «Донъя өсөн ағас»
  • 1985 йыл — «Йәшлек: халыҡ һәмтирә-яҡ мөхит»
  • 1984 йыл — «Сүлгә әйләнеү»
  • 1983 йыл — «Хәүефле ҡалдыҡтарҙы йыйыуҙы, алып ташлауҙы һәм күмеүҙе ойоштороу: кислоталы ямғырҙар һәм энергия»
  • 1982 йыл — « Стокгольмдын һуң ун йыл (тәбиғәтте һаҡлау проблемаларына күҙәтеү)»
  • 1981 йыл — «Грунт һыуҙары; кеше туҡланыуында токсик химия матдәләре»
  • 1980 йыл — «Яңы ун йыллыҡҡа яңы оран: емерелмәй үҫеш»
  • 1979 йыл — «Балаларыбыҙҙың бер генә киләсәге — емермәй үҫеш»
  • 1978 йыл — «Емермәй үҫеш»
  • 1977 йыл — «Тәбиғәттә озон ҡатламын һаҡлау проблемаһы; ерҙәрҙе юғалтыу һәм тупраҡ деградацияһы»
  • 1976 йыл — «Һыу — тормоштоң төп ресурсы»
  • 1975 йыл — «Кеше йәшәгән пункттар»
  • 1974 йыл — «Бер генә Ер»

Рәсәй[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәйҙә Тирә-яҡ мөхит көнө менән бер рәттән 2008 йылдан бирле был көндә Эколог көнө лә билдәләнә.

Италия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Италияла Тирә-яҡ мөхит көнө уңайынан 2010 йылдан OIKOS компанияһы тирә- яҡ мөхитте яҡшыртыу акциялар серияһы үткәрелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тирә-яҡ мөхит көнө (Украина)
  • Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау
  • Халыҡ-ара тирә-яҡ мөхитте һаҡлау хоҡуҡиәте

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

unep.org/wed — Всемирного дня окружающей среды рәсми сайты  (инг.)