БМО-ның Генераль Ассамблеяһы
| БМО-ның Генераль Ассамблеяһы | |
| ингл. United Nations General Assembly | |
| Нигеҙләү датаһы | 1945 |
|---|---|
| Ҡыҫҡаса атамаһы | UNGA, AGNU, AGNU һәм GS ZN |
| Ойошма етәксеһенең вазифаһы | председатель Генеральной Ассамблеи ООН[d] |
| Етәксе | Деннис Франсис[d] |
| Рәсми тел | Ғәрәп теле[1], Ҡытай теле[1], инглизсә[1], Француз теле[1], урыҫ теле[1] һәм Испан теле[1] |
| Юрисдикция таралышы | БДО |
| Баш компания (ойошма, предприятие) | БДО |
| Бойһонған ойошма (филиал) | ЮНИСЕФ[d], Программа развития ООН[d], Колледж персонала системы ООН[d], Комиссия ООН по праву международной торговли[d] һәм ЮНКТАД[d] |
| Штаб-фатирҙың урынлашыуы | БМО-ның штаб-фатиры[d], Манхэттен[d], Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары |
| Нигеҙендәге текст | Устав ООН[d][2][3][4][…] |
| Рәсми сайт | un.org/ga |
| Тасуирлау биттәре | media.un.org/en/search/c… |
| Вики-проект | Проект:ООН[d], Проект:Международные отношения[d] һәм Проект:Права человека[d] |
| Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | United Nations General Assembly |
БМО-ның Генераль Ассамблеяһы йәки Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы, (ингл. United Nations General Assembly, франц. L’Assemblée générale des Nations unies) — 1945 йылда БМО резолюцияһы буйынса ойошҡан БMO-ның вәкилдәр, директив, кәңәшсе баш органы.
БMO-ның Именлек Советының ҡарарҙарынан айырмалы булараҡ, БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ҡарарҙары мәжбүри көскә эйә түгел.
Ассамблея 193 БМО ағзаһынан тора. БМО Уставында[5] тасуирланған халыҡ-ара мәсьәләләргә ҡағылышлы фекер алышыу майҙаны булып тора.
Ассамблея сессияларына йыл һайын сентябрь—декабрь айҙары араһында йыйыла, улар араһында зарурлыҡ тыуғанда йыйылыуы мөмкин.
Тауыш биреү тәртибе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мөһим мәсьәләләр — солох һәм именлек, финанс һорауҙары, ағзалар һайлау, алмаштырыу, вазифаларын туҡтаты, сығарыу хаҡында ҡарарҙар ҡабул итеү һәм башҡалар. Улар күпселектең өстән ике тауышы менән ҡабул ителә.
Һәр бер ағза-ил бер тауышҡа эйә. Ассамблеяның ҡарарҙары ағзалар өсөн мәжбүри түгел
БMO-ның Именлек Советы сиктәрендәге солох һәм именлек мәсьәләләренән тыш, Ассамблея БMO эшендә кәңәш бирә ала.
Идара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Баш комитет Ассамблея Рәйесенән, 21 рәйес урынбаҫарынан,6 төп комитет рәйесенән тора.
Планлы йыйылыштарҙан тыш махсус һәм ғәҙәттән тыш сессиялар үткәрелә.
Ассамблеяның эш барышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БМО-ның эше байтаҡ дәрәжәлә Генераль Ассамблея ҡарарҙарына таяна һәм улар түбәндәгеләр тарафынан ғәмәлгә ашырыла:
- Ҡоралһыҙланыу, йыһан киңлектәрен үҙләштереү, тыныслыҡ тәьмин итеү, иҡтисади үҫеш, кеше хоҡуҡтарын һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләрен аныҡ өйрәнеү маҡсатында Ассамблея булдырған комитеттар һәм башҡа органдар, — ярашлы докладтар әҙерләй;
- БМО Секретариаты — Генераль секретарь һәм уның халыҡ-ара гражданлыҡлы хеҙмәткәрҙәре.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- http://www.un.org/ru/ga/ Рәсми сәхифә
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 5 6 Официальные языки ООН
- ↑ https://www.un.org/ar/about-us/un-charter/chapter-4
- ↑ https://www.un.org/zh/about-us/un-charter/chapter-4
- ↑ https://www.un.org/en/about-us/un-charter/chapter-4
- ↑ Устав Организации Объединенных Наций 2009 йыл 17 апрель архивланған.