Эстәлеккә күсергә

БМО-ның Генераль секретары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
БМО-ның Генераль секретары
ингл. United Nations Secretary-General
Герб
Нигеҙләү датаһы 26 июнь 1945
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы UNSG
Рәсми резиденция БМО-ның штаб-фатиры[d]
Эш хаҡы 227 253 $
Кем тарафынан тәғәйенләнгән БМО-ның Генераль Ассамблеяһы
Вазифа биләй Антониу Гутерреш[1]
Кем вазифаға тәҡдим иткән БMO-ның Именлек Советы
Идара ителеүсе ойошма БДО һәм БМО Секретариаты
Урынбаҫар БМО-ның Генераль секретары урынбаҫары[d]
Рәсми сайт un.org/sg
Вәкәләтлек мөҙҙәте 5 йыл
 БМО-ның Генераль секретары Викимилектә
БМО эмблемаһы
БМО штаб-фатиры бинаһы.
Антониу Гутерреш,БМО-ның ғәмәлдәге Генераль секретары
БМО-ның Генераль секретары ҡайһы илдәрҙән һайланған булыуҙы күрһәтеүсе карта

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль секретары, ҡыҫҡаса БМО-ның Генераль секретары (БМО-ның рәсми телдәрендә: ингл. Secretary-General of the United Nations, франц. Secrétaire général des Nations unies, исп. Secretaría General de Naciones Unidas, рус. Генеральный секретарь ООН, ғәр. مين عام الأمم المتحدة‎, ҡыт. 联合国秘书长) — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының төп идара органдарының береһе булған Секретариаттың баш вазифа башҡарыусы.

БМО-ның Генераль секретарын БMO-ның Именлек Советы тәҡдиме буйынса БМО-ның Генераль Ассамблеяһы билдәләп ҡуя. Ҡағиҙә буларак, БMO-ның Именлек Советы даими ағзаһы булған илдәрҙең вәкиле БМО-ның Генераль секретары итеп һайлана алмай.
БМО-ның Генераль секретары, ғәҙәттә, 5 йыл мөҙҙәткә һайлана, шулай уҡ яңы 5 йыллыҡ мөҙҙәткә һайланыу хоҡуғына эйә. Мөҙҙәттәр һаны сикләнмәгән.

БМО-ның Генераль секретары БMO-ның Именлек Советына донъяла тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлектең торошона, үҙе уйлағанса, ҡурҡыныс янай торған мәсьәләләр буйынса мәғлүмат бирә. Уға бер хөкүмәт йәки хакимиәт тә күрһәтмә бирергә хаҡлы түгел. Ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы алдында ғына яуап тота.
БМО-ның Генераль секретары, БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ҡабул иткән ҡағиҙәләр буйынса, БМО Секретариаты персоналын билдәләй.

Һайланыу үҙенсәлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

БМО-ның Генераль секретары 5 йыл мөҙҙәткә һайлана. БMO-ның Именлек Советы даими ағзаһы булған илдәр вәкилдәре кандидатураға вето һала ала. БМО-ның Генераль секретарын һайлағанда, ғәҙәттә, Регион принцибы иҫәпкә алына. Һайлау ябай аккламация юлы менән башҡарыла.

БМО-ның Генераль Ассамблеяһының 1997 йылғы резолюцияһы регион принцибын (ҡитғалар буйынса ротация принцибы) ҡулланыуҙы күҙҙә тота.
Әлеге резолюция буйынса, БМО-ның Генераль секретары планетаның төрлө региондары вәкилдәренән һайланырға тейеш[2]

БМО регион төркөмө Генераль секретарҙар Вәкәләттәр мөҙҙәте
Көнбайыш Европа һ.б. илдәр 4 5
Көнсығыш Европа төркөмө 0 0
Латин Америкаһы һәм Кариб утрауҙары төркөмө 1 2
Азия төркөмө 2 3
Африка төркөмө 2 3

Генераль секретарҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Фотоһүрәте Исем Ил БМО регион төркөмө Вәкәләткә эйә ваҡыты
Глэдвин Джебб[3]
(ингл. Gladwyn Jebb)
Бөйөк Британия флагы Бөйөк Британия Көнбайыш Европа 1945 йылдың 24 октябре
1946 йылдың 1 феврале
1 Трюгве Хальвдан Ли[4][5]
(норв. Trygve Halvdan Lie)
Норвегия Норвегия Көнбайыш Европа 1946 йылдың 1 феврале
1952 йылдың 10 ноябре
2 Даг Һаммаршөлд][5][6][7]
(швед. Dag Hammarskjöld)
Швеция Швеция Көнбайыш Европа 1953 йылдың 10 апреле
1961 йылдың 18 сентябре
3 У Тан][5][8]
(бирм. ဦးသန့်)
Мьянма Бирма Азия 1961 йылдың 30 ноябре
1971 йылдың 31 декабре
4 Курт Вальдһайм[5][9]
(нем. Kurt Waldheim)
Австрия Австрия Көнбайыш Европа 1972 йылдың 1 ғинуары
1981 йылдың 31 декабре
5 Хавьер Перес де Куэльяр[5][10]
(исп. Javier Pérez de Cuéllar Guerra)
Перу Перу Көньяҡ Америка 1982 йылдың 1 ғинуары
1991 йылдың 31 декабре
6 Бутрос Бутрос-Ғәли]][5][11]
(ғәр. بطرس بطرس غالي‎)
Мысыр Мысыр Африка 1992 йылдың 1 ғинуары
1996 йылдың 31 декабре
7 Кофи Аннан[5][12]
(ингл. Kofi Annan)
Гана Гана Африка 1997 йылдың 1 ғинуары
2006 йылдың 31 декабре
8 Пан Ги Мун[13].
(кор. 반기문)
Корея республикаһы Көньяҡ Корея Азия 2007 йылдың 1 ғинуары
2016 йылдың 31 декабре
9 Антониу Гутерреш[14]
(порт. António Manuel de Oliveira Guterres)
Португалия Португалия Көнбайыш Европа 2007 йылдың 1 ғинуары
ғәмәлдәге


  1. Большая российская энциклопедия. В 35 томах. Том 6 (Во-Ге). М.: НИ БРЭ, 2006. ISBN 978-5-85270-335-4
  1. António Guterres appointed next UN Secretary-General by acclamation (ингл.)UN, 2016.
  2. Выборы генерального секретаря ООН. РИА Новости, 25.09.2006
  3. David Stout. Lord Gladwyn Is Dead at 96; Briton Helped Found the U.N. («Лорд Глэдвин скончался в возрасте 96 лет; англичанин, который помог основать ООН»). The New York Times (26 октябрь 1996). Дата обращения: 18 март 2014. Архивировано 25 август 2011 года.
  4. ООН: Трюгве Хальвдан Ли (Норвегия)
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Краткий исторический обзор о выборах Генеральных секретарей ООН. UNA-USA. Дата обращения: 30 сентябрь 2007. Архивировано 25 октябрь 2007 года. 2007 йыл 25 октябрь архивланған.
  6. ООН: Даг һаммаршөлд (Швеция) 2014 йыл 20 сентябрь архивланған.
  7. Линнер С. (2007). Даг Хаммаршёльд и кризис в Конго, 1960-61 2012 йыл 5 апрель архивланған.. Страница 28. Университет Уппсала. (2008-07-22).
  8. ООН: У Тан (Мьянма)
  9. ООН: Курт Вальдхһайм (Австрия)
  10. ООН: Хавьер Перес де Куэльяр (Перу)
  11. ООН: Бутрос Бутрос-Ғәли (Египет)
  12. ООН: Биография Кофи А. Аннана
  13. Пан Ги Мун принял присягу, как следующий Генеральный секретарь ООН
  14. В ООН выбрали нового Генерального секретаря. РБК