10 апрель
10 апрель | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
10 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 100-сө (кәбисә йылында 101-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 265 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
2023 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Ҡаршылыҡ хәрәкәте көнө.
- Ағай һәм апайҙар көнө.
- Гомеопатия көнө.
- Банан көнө.
- Төйрәүес тыуған көн.
- Ҡарабойҙай ярмаһы көнө.
- Өйҙән эшләү көнө.
- Шырпының тыуған көнө.
АҠШ: Йәш әҙиптәрҙе дәртләндереү көнө.
- Ауыл хужалығы хайуандары көнө.
Перу: Балалар көнө.
Таиланд: Каучук көнө.
Украина: Одессаны немец-фашист илбаҫарҙарынын азат итеү көнө.
АҠШ: Гольф уйынсылары көнө.
Исландия: Инженерҙар көнө.
Рәсәй Федерацияһы: Ҡораллы Көстәрҙең фельдъегер-почта хеҙмәте көнө.
Тажикстан: Эске ғәскәрҙәр көнө.
Әзербайжан: Төҙөүсе көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1633: Лондонда банандар тәүге тапҡыр һатыуға сығарыла.
- 1710: Англияла автор хоҡуҡтары тураһындағы донъялағы беренсе закон үҙ көсөнө инә.
- 1833: Шырпы башындағы яныусы матдәгә фосфор ҡушыла башлай.
- 1849: АҠШ-та йәшәүсе Уолтер Хант (ингл. Walter Hunt) төйрәүескә патент ала.
- 1948: Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Салауат ҡалаһында 18-се комбинат (бөгөн Газпром Нефтехим Салауат йәмғиәте) төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә.
- 1965: Нефтекама ҡалаһында «Красное знамя» гәзитенең тәүге һаны баҫыла.
- 1972: Бактериологик ҡоралды тыйыу тураһында халыҡ-ара конвенцияға ҡул ҡуйыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ралль Юрий Фёдорович (1890—16.09.1948), СССР-ҙың хәрби эшмәкәре. Беренсе донъя, Рәсәйҙәге Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы, вице-адмирал (1941). Ленин, дүрт Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ушаков, I дәрәжә Нахимов һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Назарғәлиев Мөхтәр Бәхтиғәни улы (1930—27.05.1990), СССР нефтсеһе, Ханты-Манси автономиялы округының Сорғот районындағы нефть ятҡылығын асыусы һәм ошо исемдәге Ләнтор ҡалаһына нигеҙ һалыусы. «Почёт Билдәһе» ордены (1986) кавалеры, СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы.
- Садиҡова Зида Рәшит ҡыҙы (1935), ғалим-тел белгесе. 1960—2003 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Ҡазан филиалы Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1990 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр. Филология фәндәре кандидаты (1986). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Нәсибаш ауылынан.
- Йосопов Рәйес Йыһанур улы (1950), хужалыҡ эшмәкәре. Өфөләге «Молния» ғилми-производство предприятиеһының генераль директор урынбаҫары – автоматик системалар буйынса баш конструкторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнеүсе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яҡшығолов Сафуан Суфиян улы (1871–07.1931), мәғрифәтсе-шағир, дин әһеле, уҡытыусы. 1904—1905 йылдарҙағы 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашыусы.
- Закирйәнов Кәбир Закирйән улы (1931), ғалим-тел белгесе һәм педагог-методист. 1960 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1980—1996 йылдарҙа хәҙерге рус тел ғилеме кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы, педагогия фәндәре докторы (1979), профессор (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2007), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы (1973), СССР-ҙың юғары мәктәп (1977), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1997).
- Хөсәйенов Йәүҙәт Бәхтейәр улы (1931—30.11.2012), журналист, матбуғат эшмәкәре. 1958—1965 йылдарҙа «Комсомольская правда» гәзитенең, 1965 йылдың июленән — Советтар Союзы Телеграф агентлығы – ТАСС-тың Башҡорт АССР-ы буйынса үҙ хәбәрсеһе; 1968—2000 йылдарҙа «Вечерняя Уфа» гәзите мөхәррире. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1970). Сығышы менән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан.
- Моҡатанов Әсхәт Хәтмулла улы (1936—3.08.2010), ғалим-тупраҡ белгесе. 1965 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Биология институты ғилми хеҙмәткәре, 1978 йылдан — өлкән, 1986 йылдан — төп, 1993—2010 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәр. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1999). Биология фәндәре докторы (1987). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996), Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2001).
- Йәнекәева Светлана Әхмәт ҡыҙы (1946), ғалим-аллерголог-иммунолог. 1971 йылдан «Иммунопрепарат» предприятиеһы хеҙмәткәре, 1980 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр 1981—1997 йылдарҙа лаборатория мөдире, бер үк ваҡытта 1987—1994 йылдарҙа ҡан препараттары цехы начальнигы. 2002—2004 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1996). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1986), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән.
- Токарев Валентин Дмитриевич (1946), ғалим-химик-технолог, хеҙмәт ветераны. 1969—2014 йылдарҙа «Салауатбыяла» берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1973 йылдан табаҡлы быяла етештереү цехы начальнигы, 1983 йылдан — берекмәнең баш инженер урынбаҫары, 1984 йылдан — баш инженеры, 1997 йылдан йәмғиәттең генераль, 2010 йылдан — башҡарма директоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Техник фәндәр докторы (2002). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2006) һәм Рәсәйҙең почётлы (2001) төҙөүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Ставрополь крайының федераль әһәмиәттәге курорттар төбәге Минераль Һыуҙар составындағы Георгиевск ҡалаһынан.
- Хәбибрахманова Людмила Ивановна (1951), рәссам, хеҙмәт ветераны. 2005 йылдан Рәсәй Дизайнерҙар союзы ағзаһы. 1978 йылдан Өфө предприятиелары рәссамы,1980 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Беларусь Республикаһының Брест өлкәһе Барановичи ҡалаһынан.
- Ниғәмәтйәнова Зәйтүнә Наримйән ҡыҙы (ижади псевдонимы З. Әйле; 1971), журналист. 2010 йылдан «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе, бүлек мөдире. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы. 2015 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кәлимуллин Барый Ғибәт улы (1907—21.07.1989), ғалим-архитектор, йәмәғәтсе. 1965 йылдан Ҡазан инженер-төҙөлөш институтының архитектура кафедраһы мөдире, 1971—1987 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984 йылға тиклем архитектура кафедраһы мөдире. СССР-ҙың Төҙөлөш һәм архитектура академияһының мөхбир ағзаһы (1957), сәнғәт фәндәре докторы (1976), профессор (1976). РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1947). 1935 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы, Башҡортостан Архитекторҙар союзын ойоштороусыларҙың береһе, 1936—1937 һәм 1944—1965 йылдарҙағы уның идара рәйесе. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Ғүмәров Исхаҡ Идрис улы (1912—6.05.1993), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар полкы командиры (1945), подполковник (1943). Берлин операцияһында һәм Германия империяһы канцелярияһын баҫып алыуҙа ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Байраҡ (1945), 1-се (1944) һәм 2-се (1945) дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) ордендары кавалеры.
- Тихонов Григорий Матвеевич (1912—13.02.1944), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының ҡылыссылар эскадроны командиры, гвардия лейтенанты. Советтар Союзы Геройы (1944).
- Сәләхетдинова Зәйнәб Минәхмәт ҡыҙы (1927—5.05.2016), ауыл хужалығы эшмәкәре. 1966—1985 йылдарҙа Шаран районы «Правда» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Ленин һәм Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының (1982) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе, райондың беренсе почётлы гражданы (1997). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһе Ҡамышлы районының Иҫке Йәрмәк ауылынан.
- Шәйхисламов Фәйзулла Ғөбәйҙулла улы (1947—8.07.2008), эске эштәр һәм һалым полицияһы органдары хеҙмәткәре, һалым полицияһы подполковнигы (1993), йәмәғәтсе. 1976 йылдан Баймаҡ һәм Хәйбулла район эске эштәр бүлектәренең начальник урынбаҫары, 1993—1998 йылдарҙа һалым полицияһының Сибай ҡала бүлеге начальнигы. 2006—2008 йылдарҙа Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе. Совет милицияһы отличнигы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан.
- Янбаев Марат Салауат улы (1947), ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1984 йылдан Учалы районы «Поляковка» совхозы директоры, 1990—1994 йылдарҙа халыҡ депутаттарының район Советы рәйесе — район хакимиәте башлығы. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты.
- Саяпова Алһыу Рәфҡәт ҡыҙы (1952), ғалим-иҡтисадсы. 1995 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2002 йылдан иҡтисадты прогнозлауҙың математик ысулдары кафедраһы мөдире. 2004 йылдан — Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2009 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының Халыҡ хужалығын прогнозлау институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Иҡтисад фәндәре докторы (2001), профессор (2004).
- Хисамов Фәнүр Афзал улы (1952), хеҙмәт ветераны. Күмертау электр селтәрҙәренең элекке электромонтёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы. Сығышы менән ошо райондан.
- Домнина Рәйсә Яҡуп ҡыҙы (1957), хеҙмәт ветераны. 1976 йылдан Дүртөйлө районы дөйөм туҡланыу предприятиелары хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1997). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Михайловка ауылынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Пстыго Иван Иванович (1918—23.02.2009), хәрби эшмәкәр, Советтар Союзы Геройы, авиация маршалы, СССР-ҙың атҡаҙанған хәрби осоусыһы, Волгоград ҡалаһының почётлы гражданы.
- Арыҫланов Айрат Гәрәй улы (1928—23.04.2010), СССР һәм Рәсәй артисы, нәфис һүҙ оҫтаһы, диктор. РСФСР-ҙың (1981) һәм Татар АССР‑ының (1974) халыҡ артисы. Бөтә Рәсәй нәфис һүҙ оҫталары конкурстары лауреаты (1970, 1974). ТАССР-ҙың Ғабдулла Туҡай исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971).
- Ғайса Хөсәйенов (1928), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2008), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980). Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1992) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры.
- Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы (1938), педагог, мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм үҙешмәкәр композитор. Рәсәйҙең (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1980) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2013), Ишембай районының почётлы гражданы (2008).
- Денисов Владимир Владимирович (1953), шағир, тәржемәсе. 1988 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, 2008 йылдан Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының рус һәм рус телендә ижад итеүсе яҙыусылар берекмәһе етәксеһе.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Яҡупов Рәшит Ғайса улы (1929), ауыл хужалығы ветераны. 1953—1990 йылдарҙа Кушнаренко районының Ильич исемендәге колхоз механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған механизаторы.
- Дементьев Евгений Павлович (1939), ғалим-ветеринар врач, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ветеринар врачы (1980), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2000). Сығышы менән хәҙерге Смоленск өлкәһе Иҫке Широкий ауылынан.
- Хәйруллин Наил Ғиндулла улы (1939—19.09.2011), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 1990—2007 йылдарҙа Ҡазан финанс‑иҡтисад институты ректоры. Иҡисад фәндәре кандидаты (1974), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006) һәм почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1991). Дуҫлыҡ ордены (1999) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Тәпәреш ауылынан.
- Кәримова Лилиә Ҡаҙим ҡыҙы (1954), ғалим-гигиенист, эпидемиолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2005). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1755: Самуэль Ганеман, Германия табибы, традицион медицинаға альтернатив булған гомеопатияға нигеҙ һалыусы.
- 1810: Бенджамин Генри Дэй, АҠШ журналисы, «Нью-Йорк Сан» гәзитен башлап сығарусы.
- 1865: Джек Майнер, Канада натуралисы, орнитолог, ҡоштарҙы өйрәнеүсе фонд асыусы.
- 1895: Всеволод Рождественский, Рәсәй империяһы һәм СССР шағиры, тәржемәсе, хәрби хәбәрсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1910: Евгений Фёдоров, СССР ғалимы, геофизик, академик, Советтар Союзы Геройы (1938).
- 1930: Клод Боллинг, Франция музыканты, композитор һәм актёр.
- 1940: Әмирйән Гәрәев, СССР-ҙың хәрби табибы, генерал-майор, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы.
- 1940: Данияр Мөштәри, СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-математигы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000).
- 1980: Александр Ерёменко, Рәсәй хоккейсыһы, ҡапҡасы, ике тапҡыр донъя чемпионы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1994: Рәүеф Мортазин, композитор, башҡорт музыкаһында симфония жанрына нигеҙ һалыусы.
- 1974: Сосланбәк Тавасиев, скульптор, Өфөләге Салауат Юлаев һәйкәленең авторы.
- 1991: Юмжагийн Цэдэнбал, Монголия Халыҡ Республикаһының сәйәси эшмәкәре.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]