Эстәлеккә күсергә

Мортазин Рәүеф Әхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Рәүеф Мортазин битенән йүнәлтелде)
Рәүеф Мортазин
Тыуған көнө

15 ғинуар 1910({{padleft:1910|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе [1]Темәс ауылы

Вафат булған көнө

10 апрель 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (84 йәш)

Вафат булған урыны

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

Композитор

Наградалары һәм премиялары
2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1955 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1971
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Мортазин Рәүеф Әхмәт улы (15 ғинуар 1910 йыл — 10 апрель 1994 йыл) — композитор, педагог, йәмәғәтсе. 1947—1951 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Мәҙәниәт министрлығының фольклор кабинеты мөдире, 1951—1957 йылдарҙа Башҡорт музыка училищеһы уҡытыусыһы. 1940 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1947—1966 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзының идара рәйесе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1990). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955, 1971).

Рәүеф Әхмәт улы Мортазин 1910 йылдың 15 ғинуарында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе[1] Темәс ауылында тыуа. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө музыка техникумының оркестр бүлексәһенә уҡырға инә. Бер үк ваҡытта Башҡорт драма театры оркестрында торбала уйнай. Хеҙмәт юлын 1930 йылда Баймаҡ баҡыр иретеү заводының тынлы оркестры етәксеһе булараҡ башлай. 1934—1936 йылдарҙа Баймаҡ һәм Стәрлебаш колхоз-совхоз драма театрҙарының музыкаль етәксеһе булып эшләй. 1937—1941 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһының башҡорт бүлексәһендә профессорҙар Г. Литинский, Е. Месснер, И. Яцевичтарҙың композиция класында уҡый.

Һуғыштың тәүге көндәрендә үк фронтҡа китә. Мәскәү эргәһендәге һуғыштарҙа ҡатнаша, яралана. 1946 йылда демобилизацияланғандан һуң, Рәүеф Мортазин музыкаль белем алыуын дауам итә һәм ошо уҡ йылда профессор В. Белыйҙың композиция класы буйынса консерваторияны тамамлап сыға.

1947 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй. 1947—1966 йылдарҙа Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары була, күп тапҡырҙар Рәсәй һәм Башҡортостан композиторҙар союздары идаралары составына һайлана. 1947 йылдан БАССР Мәҙәниәт министрлығының фольклор кабинеты мөдире, 1951—1957 Өфө музыка училищеһында торба класы уҡытыусыһы булып эшләй. Башҡорт халҡының йыр сәнғәтен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индерә. Рәүеф Мортазин 300-ҙән ашыу халыҡ йырын яҙып ала, байтағы уның эшкәртеүендә башҡарыла.

Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө, әүҙем ижади эшмәкәрлеге өсөн ике «Почёт Билдәһе» ордены, «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Ижадсының хәрби наградалары ла бар: II дәрәжә Ватан һуғышы ордены 06.04.1985)[2] һәм «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы.

Композитор 1994 йылдың 10 апрелендә Өфөлә вафат була.

Опералар:

Симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәре:

  • Ете симфония (1952; 1957, 2-се ред. — 1961; 1963; 1970; 1974—1976; 1980; 1984)
  • Увертюра;
  • Скрипка менән оркестр өсөн концерт (1964, 2-се ред.— 1968);
  • Торба менән оркестр өсөн концерт (1987).

Камера-вокаль әҫәрҙәре:

  • Башҡорт шағирҙарының шиғырҙарына 150-нән ашыу йыр һәм романс.

Камера-инструменталь әҫәрҙәре:

  • Скрипка, виолончель һәм фортепиано өсөн трио (1944);
  • Фортепиано квинтеты (1976);
  • Виолончель һәм фортепиано өсөн сюита (1967).