Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы
| Һәҙиә Дәүләтшина | |
| Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы | |
| | |
| Тыуған көнө: | |
|---|---|
| Тыуған урыны: |
Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе (хәҙерге Һамар өлкәһенең Оло Чернигов районы) Хәсән ауылы |
| Вафат булған көнө: | |
| Вафат булған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Бөрө ҡалаһы |
| Гражданлығы: | |
| Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы-прозаик |
| Ижад йылдары: |
1926—1952 |
| Йүнәлеше: |
проза |
| Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
| Дебют: |
«Һылыуҡай — пионерка», 1926 |
| Премиялары: |
|
Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы 5 март (иҫке ст. 21 февраль) 1905 йыл — 5 декабрь 1954 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан совет яҙыусыларының 1‑се съезы (Өфө, 1934), 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967, үлгәндән һуң). Сәйәси золом ҡорбаны.
Башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән «Ырғыҙ» романы (1942—1952) авторы.
Әҫәрҙәре: «Һылыуҡай — пионерка» (1926), «Айбикә» (1930), «Башаҡтар тулҡыны» (1932), «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» (1935), «Партизан» (1932), «Дуҫтар», «Ҡыҙылармеец Сынтимер» (1934), «Ул бер ваҡытта ла онотолмаҫ» (1936), «Кәкүк», «Бәхет ҡошо» (нәҫер), «Еңелмәҫ батырҙар» (очерк) «Аҡыҡ бөртөктәре» (очерк).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең (хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы) Хәсән ауылында тыуған. Һәҙиә тәүҙә үҙенең тыуған ауылында ҡыҙҙар мәҙрәсәһендә уҡый. 1919 йылда атаһы тиф ауырыуынан үлеп китә. Ун дүрт йәшлек Һәҙиәгә һаңғырау әсәһе менән дүрт ҡусты-һеңлеһен аҫрау һәм тәрбиәләү бурыстары төшә. 1920 йылдарҙа Һамар губернаһы Николаевск өйәҙе Диңгеҙбай ауылында уҡытыусы булып эшләй[1].
1921 йылда Һамар татар-башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә. Техникумда ул әҙәбиәткә яҡынлаша. Ғабдулла Туҡай, М. Ғафури, Ғәлиәскәр Камал, Ғ. Ибраһимов әҫәрҙәрен яратып уҡый, рус телен өйрәнә, рус классиктары менән таныша башлай. Ләкин уға техникумды тамамларға тура килмәй. 1922 йылда хеҙмәте буйынса Мәскәүгә күсерелгән ире Ғәбәй Дәүләтшин менән баш ҡалаға китә. 1923 йылдың көҙөндә Дәүләтшиндәр ғаиләһе Өфөгә ҡайта[1].
1924—1925 йылдарҙа Өфө педрабфагында уҡый. 1926—1927 йылдарҙа Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1‑се башҡорт мәктәпкәсә балалар йортоноң педагог-тәрбиәсеһе булып эшләй[2].
1932 йылда Мәскәүҙәге китап нәшриәттәре өсөн редакторҙар әҙерләү институтына уҡырға инә. Ләкин институтты тамамламаҫ элек ул Башҡортостан «Йылайыр» орлоҡсолоҡ совхозына[3] урындағы «Иген фабрикаһы» исемле күп тиражлы гәзит редакцияһына әҙәби хеҙмәткәр итеп ебәрелә[1]. Ғөбәй Дәүләтшин «Йылайыр» совхозының политбүлек начальнигы итеп тәғәйенләнә[4].
1934 йылда ул, Башҡортостан яҙыусылар делегацияһы составында, Мәскәүҙә СССР яҙыусыларының Беренсе ойошторолоу съезында ҡатнаша. 1935 йылда Һәҙиә Дәүләтшина Өфөгә ҡайта.
1935 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инеп, уның ике курсын бик яҡшы билдәләр менән тамамлай.
1936 йылда Минск ҡалаһында үткән СССР Яҙыусылар идараһының III Пленумында ҡатнаша, «Үктәбер» журналы редколлегияһына индерелә. Өфө ҡалаһы Ленин район Советына депутат, Советтарҙың сираттан тыш X Бөтә Башҡортостан съезына делегат итеп һайлана[5].
Репрессияға эләгеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1937 йылдың авгусында Ғөбәй Дәүләтшин «халыҡ дошманы» тип ҡулға алына. Тиҙҙән Һәҙиәне, «Ватан хыянатсыһы» ның ҡатыны булараҡ, институттан сығаралар. 1937 йылдың 20 ноябрендә Башҡорт АССР-ның НКВД хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға ала. Ҡулға алыу сәбәбе былай тип аңлатыла: «халыҡ дошманының ҡатыны иренең контрреволюцион эшмәкәрлеге тураһында белгән, әммә быны властарҙан йәшергән». НКВД-ның Айырым кәңәшмәһе тарафынан Һәҙиә Дәүләтшина 5 йылға иркенән мәхрүм ителә. 1937—1942 йылдарҙа Мордовиялағы Темниковск (Темлаг) лагерында ултыра[6]. Лагерь ҡайыусылар һәм тегенселәр цехына бүленә. Һәҙиә ҡайыусылар цехында эшләй. 1942 йылдың көҙөндә үпкә ауырыуы бик ныҡ көсәйгәс, ул лагерҙан азат ителә. Башҡортостанға ҡайта, уға әҙәби һәм педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү тыйыла. Өфөләге ауыл хужалығы үҫемлектәрен һынап ҡарау станцияһында төнгө ҡарауылсы булып эшләй. Унан Һилейә станцияһында, Ҡыйғы районында, Бөрө ҡалаларында йәшәй; ваҡытлыса өҙөлөп торған ижад эшен дауам итә. 1935 йылда яҙа башлаған «Ялҡынлы йылдар» тигән ҙур күләмле повесы өҫтөндә эшләй. Был әҫәрҙең йөкмәткеһе ижади эш барышында киңәйә, башҡорт халҡының тарихи яҙмышын кәүҙәләндереүсе романға әйләнә. Әҫәрҙе яҙыуға Һәҙиә Дәүләтшина ун йылдан ашыу ғүмерен бағышлай һәм уны тәүҙә «Ырғыҙ буйҙары», аҙаҡ «Ырғыҙ» тип исемләй[1].
1954 йылдың 5 декабрендә Бөрө ҡалаһында үпкә һәм йөрәк ауырыуынан вафат була. Оҙаҡ йылдар Һәҙиә йәбер-золомға дусар булып йәшәй, ғүмерен матди мохтажлыҡта үткәрә. 1956 йылда аҡлана[2].
1967 йылда Һәҙиә Дәүләтшинаға «Ырғыҙ» романы өсөн (үлгәндән һуң) Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә[7].
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яҙыусы үҙенең әҙәби эшмәкәрлеген шиғыр яҙыу менән башлай. Уның шәхси архивында 1922 йылда яҙылған «Дача иҫтәлеге» тигән ҡулъяҙмаһы һаҡланған[8]. 1931 йылдан башлап әҙәби ижад менән актив шөғөлләнә башлай, уҙенең темаһын, жанрын табырға тырыша, шиғырҙар, художестволы очерктар, нәҫерҙәр, хикәйәләр, повестар яҙа[9].
Башланғыс ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәҙиә Дәүләтшинаның башланғыс ижады оҙаҡ йылдарға һуҙылмай. 1926 йылдың 12 мартында «Башҡортостан йәштәре» гәзитендә «Һылыуҡай — пионерка» тигән тәүге хикәйәһе баҫылып сыға[5]. Хикәйәлә яҙыусы башҡорт ауылы тормошона яңылыҡтың үтеп инеүен, кешеләргә яңы уй, тойғо, ҡараштар тыуыуын күрһәтергә ынтыла. Әҫәрҙең үҙәгендә «яңы кеше» — пионерка Һылыуҡай образы тора. Ул өләсәһе Төңкөлдөк әбей образына ҡаршы ҡуйыла. Яҙыусы Һылыуҡай, Төңкөлдөк әбей образдарында ике тарихи дәүер, ике яҙмыш һыҙҙаттарын биреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Әҫәр ауыл тормошоноң һәр көнгө бер эпизодын хикәйәләүгә ҡоролған. Яҙыусы контраст алымын уңышлы ҡуллана[1].
30-сы йылдарҙағы ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылда «Айбикә» повесының айырым бүлетәрен баҫтырып сығара. Уҡыусы һәм тәнҡитселәр тарафынан әҫәр йылы ҡаршы алына. Повесть 1936 йылда рус теленә тәржемә ителә. 1932 йылда «Башаҡтар тулҡыны» һәм «Партизан» тигән хикәйәләрен яҙа. «Башаҡтар тулҡыны» ла ул йылдарҙағы ауыл тормошона арналған. Уның төп геройы — ауыл халҡы, колхозсы крәҫтиәндәр. Хикәйәнең нигеҙендә синфи конфликт ята. 1934 йылда «Ҡыҙылармеец Сынтимер», 1935 йылда «Еңелмәҫ батырҙар» һәм «Аҡыҡ бөртөктәре» художестволы очерктары баҫылып сыға. Очерктарҙа Башҡортостандың Урал аръяғында ауыр тәбиғәт шарттарында, сиҙәм ерҙәрҙе күтәреп, иген үҫтреүсе совхоз эшселәренең тормошо, көрәше кәүҙәләнә[9].
1935 йылда Һ. Дәүләтшина колхоз, ауыл тормошона арналған тағы бер әҫәрен — «Һырға һабағы» тигән хикәйәһен яҙа, шул уҡ йылда «Хикәйәләр шәлкеме» исеме аҫтында тәүгә китабы сыға[1]. Ошо йылдарҙа әҙибә үҙен шиғыр жанрында ла һынап ҡарай. 1934 йылда «Ҡыш килде», «Ҡайнар сәләм», «Ударник йыры», «Шатлыҡ тулҡындары», «8 Март», «Арыҫланбикә» тигән шиғырҙары баҫылып сыға. 1936 йылда Максим Горький менән осрашыуы хаҡында «Онотолмаҫ кеше», «Ул бер ҡасан да онотолмаҫ» тигән иҫтәлектәрен яҙа[9].
Әҫәрҙәренең тел байлығы, сюжет-композиция ҡоролошо һәм жанр үҙенсәлектәре күп ғалимдар тарафынан өйрәнелгән. Яҙыусының хикәйәләре, повестары һәм романы теленә хас төп сифаттар: һығылмалылыҡ, тасуирилыҡ, психологик һүрәттең теүәллеге, фольклорлылыҡ һәм этнографизм[2][5]:
| Һәҙиә Дәүләтшинаның бөтә яҙғандары ике китапҡа һыя, әммә был китаптарҙан тыш башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыу һәм үҫеү юлдарын күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Яҙыусы өлгәшкән оло ҡаҙаныш — реалистик хикәйәләү оҫталығы — башҡорт прозаһына профессианаль төҫ бирҙе, хикәйә, повесть, роман кеүек әҙәби жанрҙарҙың донъя әҙәбиәтендәге эстетик асылына яҡынайтты. (Тимерғәле Килмөхәмәтов) |
«Ырғыҙ» романы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ырғыҙ» романына автор бөтә донъя-тарихи әһәмиәткә эйә булған ваҡиғаларға бай дәүерҙе, 1902—1922 йылдарҙы, ала.
Әҙип тураһында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһында Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы булдырылған. Уға төрлө йылдарҙа яҙыусылар Гөлфиә Иҙелбаева, Кәтибә Кинйәбулатова, Факил Мырҙаҡаев, Сафуан Әлибаев(недоступная ссылка), Әсхәл Әхмәтҡужин һәм Гүзәл Ситдиҡова лайыҡ булды
- 2017 йылғы премия лауреаты Гүзәл Ситдиҡова премия аҡсаһына Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы менән берлектә республика кимәлендә үҫмерҙәр өсөн «Һәҙиә» тип аталған күләмле сәсмә әҫәрҙәр конкурсы иғлан итте. Конкурс һөҙөмтәләре 2018 йылдың мартында иғлан ителде[10]
- Оло Черниговка район үҙәгендә Һамар өлкәһенең атаҡлы яҙыусылары Рәшит Ниғмәти, Ғөбәй Дәүләтшин, Һәҙиә Дәүләтшинаға бағышлап мемориаль таҡта ҡуйылған
- Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында 1980 йылдан алып яҙыусының музейы эшләй
- Башҡорт дәүләт университетының Бөрө ҡалаһындағы филиалында Һәҙиә Дәүләтшинаның бюсы (скульпторы Ғүмәр Мөхәмәтшин) ҡуйылған
- Яҙыусының тыуған районында шулай уҡ уға бағышлап иҫтәлекле таш урынлаштырылған
- Сибайҙа Һәҙиә Дәүләтшинаның бюсы ҡуйылған
- Өфөлә уның исемендәге бульвар, Бөрө ҡалаһында һәм Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында урам бар.
Фотогалерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөрө ҡалаһындағы Һәҙиә Дәүләтшина бюсына БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев сәскә һала. 2018, март
- Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған районында уға бағышланған иҫтәлекле таш.
- Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуған йорто нигеҙендә.
- Һәҙиә апайҙың яҡын туғаны менән осрашыу. Һамар өлкәһе.
- Оло Черниговка район үҙәгендә Һамар өлкәһенең атаҡлы яҙыусылары Рәшит Ниғмәти, Ғөбәй Дәүләтшин, Һәҙиә Дәүләтшинаға, мәғариф министры Фатима Мостафинаға бағышлап ҡуйылған мемориаль таҡтаташ
- Оло Черниговка район үҙәгендә ҡуйылған мемориаль таҡтаташҡа Башҡортостан делегацияһы сәскә һала. 30.05.2015
- Һамар өлкәһенең һабантуйында Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған стенд янында
- Бөрө. "Һәҙиә" конкурсы еңеүселәре яҙыусы бюсы янында. 27.03.2018
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 4 5 6 Зиннәтуллинә Х. Ш. Башҡорт әҙәбиәте. — Өфө: Китап, 1986 й.. — С. 104—123. — 188 с.
- 1 2 3 Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ «Йылайыр», а.х. предприятиеһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ «Йылайыр» йылъяҙмаһы өҫтәлегеҙҙә булһын
- 1 2 3 Тимерғәле Килмөхәмәтов. Әҙәбиәттең сағыу биҙәктәре. — Өфө: Китап, 2005. — С. 17—18. — 173 с. — ISBN 5-295-03546-8.
- ↑ Сөләймәнова Р. М. «Ыргыҙ» романы геройҙары һәм уларҙың прототиптары. Русское поле. Дата обращения: 10 июль 2026.
- ↑ ДӘҮЛӘТШИНА Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы (недоступная ссылка)
- ↑ Ғәйнән Әмири иҫкәрмәһе
- 1 2 3 Авторҙар коллективы. Һәҙиә Дәүләтшина тураһында иҫтәлектәр. — Өфө: Китап, 1983 й.. — С. 17. — 160 с.
- ↑ Өфөлә «Һәҙиә» әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һәҙиә Дәүләтшина. Тормошо һәм ижады. 1905—1954 [төҙ. Г. Н. Ҡасҡынова]. — Өфө : Китап, 2010. — 157 бит.
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
- Гөлнур Ҡасҡынова. Ырғыҙ буйҙарында.
- В Большой Черниговке прошел областной башкирский праздник Йыйын http://www.samddn.ru/novosti/novosti/v-bolshoy-chernigovke-proshel-oblastnoy-bashkirskiy-prazdnik-yyyyn/
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫма. — Өфө, 2005.
- Башҡортостан: Краткая энциклопедия. — Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 1996.
- Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. 2021 йыл 11 апрель архивланған. (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 108—109 с. ISBN 5-295-02294-3. Дом, где жила Хадия Давлетшина. Кирова улица, 5.
- Авторҙар коллективы. Һәҙиә Дәүләтшина тураһында иҫтәлектәр. — Өфө: Китап, 1983 й.. — С. 17. — 160 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- башҡа сығанаҡтар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы — Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы 2020 йыл 14 февраль архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2020)
- Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған «Бәхетнамә» тапшырыуы. БСТ, 2019 йыл. Светлана Әбсәләмова сәхифәһенән
- «Йылайыр» йылъяҙмаһы өҫтәлегеҙҙә булһын
- Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Һәҙиәгә тоғролоҡ билдәһе
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 21 февралдә тыуғандар
- 1905 йылда тыуғандар
- Һамар губернаһында тыуғандар
- Оло Чернигов районында тыуғандар
- 5 декабрҙә вафат булғандар
- 1954 йылда вафат булғандар
- Бөрөлә вафат булғандар
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Башҡорт яҙыусылары
- Һамар өлкәһе башҡорттары
- Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Һәҙиә Дәүләтшина
- Һамар башҡорттары
- Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары
