Мырҙаҡаев Факил Сәлих улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Отсутствует элемент Викиданных

Мырҙаҡаев Факил Сәлих улы (14 ноябрь, 1950, БАССР‑ҙың Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылы) — яҙыусы, тәржемәсе.Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Журналистар союзы ағзаһы (1979), Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы (1997).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мырҙаҡаев Факил Сәлих улы 1950 йылдың 14 ноябрендә БАССР‑ҙың Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ ауылында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң БДУ‑ға уҡырға ингән, уны 1983 йылда тамамлаған.

1971 йылдан алып «Октябрь» гәзитендә эшләгән.

1975 йылдан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләй башлай. 1985 йылдан алып унда бүлек мөдире.

1986 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналының яуаплы секретары.

1996 йылда яңынан «Башҡортостан» гәзитенә эшкә бара.

2011 йылдан «Һәнәк» журналының баш мөхәррир урынбаҫары.

Әҙәби эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Ҡамғаҡ» (1996), «Аҙашҡан болан балаһы» (2000), «Яҙмыш фалы — йәшлектә» (2007), «Яратам, тигәйнең» (2010), «Ҡайын һуты» (2015) һ. б. китаптарына ингән повесть һәм хикәйәләр авторы.
  • "Урыҫса‑башҡортса ауыл хужалығы терминдары һүҙлеге"нең («Русско‑башкирский словарь сель‑ скохозяйственных терминов») автор-төҙөүсеһе (1987); 2001 йылда — 2‑се тулыландырылған баҫмаһы.
  • «Мостай Кәрим афоризмдары — Афоризмы Мустая Карима» китабының автор-төҙөүсеһе (2014).

Әҫәрҙәре урыҫ, татар телдәренә тәржемә ителгән. С. Т. Айытматов, М. М. Ахмадов, В. В. Быков, В. Н. Ганичев, Т. Й. Ғиниәтуллин, Ю. С. Рытхэу, В. М. Шукшин һ.б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993)
  • Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2005)
  • Һ. Дәүләтшина исемендәге премия лауреаты (2009)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • баш.башкирская-энциклопедия.рф [1]