Эстәлеккә күсергә

Ҡаран-Ҡуңҡаҫ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡаран-Ҡуңҡаҫ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә районы

Координаталар

53°46′05″ с. ш. 54°55′42″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 829 001

ОКТМО коды

80 644 429 101

ГКГН номеры

0523303

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡаран-Ҡуңҡаҫ (Рәсәй)
Ҡаран-Ҡуңҡаҫ
Ҡаран-Ҡуңҡаҫ
Ҡаран-Ҡуңҡаҫ (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡаран-Ҡуңҡаҫ

Ҡаран-Ҡуңҡаҫ (рус. Каран-Кункас) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 407 кеше[1]. Почта индексы — 452086, ОКАТО коды — 80244829001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[2]2010[3]
512487407
Милли состав

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе буйынса, күпселек — башҡорттар (99%)[2].

Бәләбәй өйәҙе Ил‑Күл‑Мең улусы Ҡуңҡаҫ ауылына 18 быуат аҙағында нигеҙ һалына. Хәҙерге Әлшәй районы башҡорттары нигеҙ һалған ауыл, Үрге Ҡуңҡаҫ исеме менән аталған. 19 быуат башынан 1‑се Түбән Ҡуңҡаҫ булараҡ иҫәпкә алынған. 1795 йылда 22 йортта 94 кеше йәшәгән, 1865 йылда 40 йортта 376 кеше иҫәпләнгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда мәсет теркәлгән. 30‑сы йылдарҙан алып хәҙерге Ҡаран-Ҡуңҡаҫ исемен йөрөтә Халҡы: 1906 йыл — 576 кеше; 1920 — 682; 1939 — 453; 1959 — 440; 1989 — 328; 2002 — 512; 2010 — 407 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. [4]

  • Ҡайынлы урамы, (рус. Березовая (улица))
  • Тыныслыҡ урамы, (рус. Мира (улица))
  • Йәштәр урамы, (рус. Молодежная (улица))
  • Еңеү урамы, (рус. Победы (улица))
  • Йылға урамы, (рус. Речная (улица))
  • Мәктәп урамы, (рус. Школьная (улица))
  • Дүртөйлө урамы, (рус.  Дюртюлинская(улица)) [5]

Ауылдан сыҡҡан билдәле шәхестәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.