Эстәлеккә күсергә

Йәнәби-Урсай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Йәнәби-Урсай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә районы

Координаталар

53°37′25″ с. ш. 54°30′51″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 820 001

ОКТМО коды

80 644 420 101

ГКГН номеры

0523693

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Йәнәби-Урсай (Рәсәй)
Йәнәби-Урсай
Йәнәби-Урсай
Йәнәби-Урсай (Башҡортостан Республикаһы)
Йәнәби-Урсай

Йәнәби-Урсай (рус. Енебей-Урсаево) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 285 кеше[1]. Почта индексы — 452098, ОКАТО коды — 80244820001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 648
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 340
1959 йыл 15 ғинуар 345
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 357
2002 йыл 9 октябрь 364
2010 йыл 14 октябрь 285 141 144 49,5 50,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (99 %) йәшәй[2].

Йәнәби-Урсай ауылы — Илекәй-Мең улусы башҡорттарының төп торамаһы. Тәүге төпләнеүсе аҫаба башҡорт Урсай Боҫҡонов булыуы билдәле, ул 1738 йылдан алып Миәкә ауылы тәржемәсеһе Роман Уразлиндан Дим йылғаһы буйлап ер ала. Илекәй-меңдәр 1743 йылғы килешеү буйынса — Кесе Табын улусы Маҡар ауылы (һуңынан Стәрлетамаҡ өйәҙе) башҡорттарын, икенсе төркөмдө 1800 йылда ҡабул итә. 1770 йылдың 25 мартындағы килешеү буйынса аҫаба башҡорттар типтәрҙәрҙе ҡабул итә. Ауылды Урсай, унан һуң Йәнәби-Урсай тип йөрөткәндәр. Ике атама ла — антропонимдан, ләкин уларҙың беренсеһен дәлилләй алмайбыҙ.
1795 йылда бында башҡорттар (10 йортта 45 кеше), типтәрҙәр (2 йортта 8 кеше) йәшәй, 1816 йылда 174 аҫаба башҡорт, 68 керҙәш башҡорт, 6 типтәр, 6 дәүләт крәҫтиәне, 1859 йылда — 380 кеше, 1870 йылда — 495 башҡорт, 4 татар, 1917 йылда Яңы Урсайҙа (Йәнәбиҙә) — 648 башҡорт,9 типтәр, 1920 йылда — 684 башҡорт иҫәпләнгән.[3]

Йәнәби-Урсай ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.1987 йылда Төхфәт Йәнәбигә бюст ҡуйылған.[4]

  • Дуҫлыҡ (урамы), (рус. Дружбы (улица))
  • Тыныслыҡ (урамы), (рус. Мира (улица))
  • Яр буйы (урамы), (рус. Набережная (улица))
  • Йылға (урамы), (рус. Речная (улица))
  • Баҫыу (урамы), (рус. Полевая (улица))
  • Ҡояшлы (урамы), (рус. Солнечная (улица))
  • Т.Йәнәби (урамы), (рус. Т.Янаби (улица))
  • Үҙәк (урамы), (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп (урамы), (рус. Школьная (улица))[5]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Төхфәт Йәнәби — башҡорт совет журналисы, шағир һәм яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
  • Ҡунафин Фәрхәт Ҡаныбәк улы (1954- 2004)-журналист, яҙыусы.[6]