Эстәлеккә күсергә

Яңы Ҡарамалы (Миәкә районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Яңы Ҡарамалы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә районы

Координаталар

53°39′21″ с. ш. 54°42′37″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 860 001

ОКТМО коды

80 644 460 101

ГКГН номеры

0523891

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Ҡарамалы (Рәсәй)
Яңы Ҡарамалы
Яңы Ҡарамалы
Яңы Ҡарамалы (Миәкә районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Ҡарамалы

Яңы Ҡарамалы (рус. Новые Карамалы) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 576 кеше[1]. Почта индексы — 452083, ОКАТО коды — 80244860001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 576 272 304 47,2 52,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Яңы Ҡарамалыға XVIII быуат аҙағында мишәрҙәр нигеҙ һала, артабан, 1801 йылдың 6 декабрендәге килешеүгә ярашлы, башҡорттар дәүләт крәҫтиәндәре составына ингән сыуаштарға ла бында йәшәргә рөхсәт бирә.
1816 йылда бында мишәрҙәр (280 кеше) һәм сыуаштар (254 кеше) йәшәгән. 1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса, 370 кеше сыуаш милләтенән була.
1870 йылда — 558 , 1895—1109, 1920 йылда — 1343 сыуаш милләтле халыҡ теркәлгән.[2]
Яңы Ҡарамалы ауылына Нуғай даруғаһы Ҡырҡ‑Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалына.Уны 1748 йылда, керҙәшлек килешеүе буйынса, мишәрҙәр һала. 1801 йылда бында сыуаш дәүләт крәҫтиәндәре килеп ултыра. 1865 йылда ауылда (Ҡыҙылъяртамаҡ) 61 йортта 558 кеше йәшәгән.Халыҡ игенселек менән шөғөлләнгән. Һыу тирмәне булған. 1906 йылда бында сиркәү (1883 йылда төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.
Халҡы: 1906 й. – 1186 кеше; 1920 – 1343; 1939 – 1310; 1959 – 977; 1989 – 705; 2002 – 658; 2010 – 576 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.[3]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Власов Анатолий Филиппович (1960) — медицина фәндәре кандидаты, доцент.[4]
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 445. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Яңы Ҡарамалы (Миәкә районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й. — С. 361-се б..