Эстәлеккә күсергә

Ҡолтай-Ҡаран

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡолтай-Ҡаран
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә районы

Координаталар

53°33′24″ с. ш. 54°29′44″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 810 004

ОКТМО коды

80 644 410 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡолтай-Ҡаран (Рәсәй)
Ҡолтай-Ҡаран
Ҡолтай-Ҡаран
Ҡолтай-Ҡаран (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡолтай-Ҡаран

Ҡолтай-Ҡаран (рус. Култай-Каран) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 204 кеше[1]. Почта индексы — 452077, ОКАТО коды — 80244810004.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 204 97 107 47,5 52,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ҡолтай-Ҡаран (Үрге Тамъян, Тамъян-Ҡолтай-Ҡаран)

Ауыл Илекәй-Мең улусы ерендә XX быуат башында барлыҡҡа килә. Унда йәшәүселәр - үрҙә телгә алынған Тамъян ауылдарының элекке аҫабалары. 1917 йылда 71 йортта 403 башҡорт иҫәптә торған, улар ҡарамағында 460 дисәтинә һөрөнтө ер булған. 25 хужалыҡтың 4 дисәтинәгә тиклем һөрөнтө ере, 17-һенең - 10-ға, 16-һының - 15-кә һәм 5- 15-тән ашыу дисәтинә ере барлығы документтарҙа күренә. Әммә 8-е бөтөнләй игенселек менән шөғөлләнмәгән. Бөтәһе 155 баш эшсе малы иҫәпләнгән.[2]

Икенсе сығанаҡтағы мәғлүмәттәрҙән:ауылға XIX быуат аҙағында Бәләбәй өйәҙе Ил‑Күл‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә шул уҡ өйәҙҙең Тамъян‑Таймаҫ, Ереклекүл ауыл кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Тәүҙә Үрге Тамъян булараҡ теркәлгән. 1896 йылда Тамъян‑Ереклекүл (Ҡ.‑Ҡ.) тип аталған, ул осорҙа 60 йортта 319 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда Тамъян‑Ҡолтай‑Ҡаран исеме менән теркәлгән, мәсет булған. Халҡы: 1906 й. – 391 кеше; 1920 – 382; 1939 – 337; 1959 – 258; 1989 – 216; 2002 – 251; 2010 – 204 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Тамъян‑Таймаҫ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.[3]

• Ҡазан урамы рус. Казанская(улица)
• Матросов урамы рус.  Матросова (улица)
• Яңы урамы рус. Новая(улица)
• Йылға урамы рус. Речная (улица)

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 434. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Ҡолтай-Ҡаран // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.