Миәкәтамаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Миәкәтамаҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә районы

Координаталар

53°46′59″ с. ш. 54°44′38″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 835 006

ОКТМО коды

80 644 435 111

ГКГН номеры

0523049

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Миәкәтамаҡ (Рәсәй)
Миәкәтамаҡ
Миәкәтамаҡ
Миәкәтамаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Миәкәтамаҡ

Миәкәтамаҡ (рус. Миякитамак) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 675 кеше[1]. Почта индексы — 452084, ОКАТО коды — 80244835006.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 895
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 988
1959 йыл 15 ғинуар 924
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 681
2002 йыл 9 октябрь 745
2010 йыл 14 октябрь 675 330 345 48,9 51,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миәкәтамаҡ ауылы Миәкә йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға 1752 йылда, купчий ҡағыҙы буйынса, Р.Уразлин һатып алған Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә, хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1795 йылда 18 йортта 99 кеше йәшәгән, 1865 й. 46 йортта — 299 кеше. Игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 йылда шулай уҡ мөгәзәй теркәлгән.1906 йылда халыҡ һаны 631 кеше булған.
Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[2]
Икенсе сығанаҡтан мәғлүмәт: ерҙе файҙаланыу хоҡуғына улар властарға 1752 йылдың 25 сентябрендәге килешеү яҙмаһы,Вәхитов тип аталған документты тапшыра, әммә ул башҡорт Үтәкәевтең үҙенең ерҙәрен тәржемәсе Роман Уразлинға һатыуы тураһында купчий ҡәлғәһе булып сыға. Был документ нисек хеҙмәтле татарҙар ҡулында булған — быға халыҡ үҙе яуап бирә. Ер, баҡтиһәң, уларға мираҫ булып ҡалған, сөнки Ураҙлин уларҙың яҡын туғаны булған. 1795 йылда 18 йортта 99 хеҙмәтле татар иҫәпкә алынған. 1816 йылда — 140, 1834 йылда — 234, 1870 йылда — 299 татар иҫәпләнгән.[3]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]