Эстәлеккә күсергә

Исламғол (Миәкә районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Исламғол
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Елдәр ауыл Советы
Халыҡ һаны 312 кеше (2002)[1],
287 кеше (2009)[1],
205 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452072
Карта

Исламғол (рус. Исламгулово) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 205 кеше[3]. Почта индексы — 452072, ОКАТО коды — 80244825002.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 205 103 102 50,2 49,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Исламғол ауылы XIX быуат башында ғына барлыҡҡа килә, ул саҡта унда 7 йортта 21 ир-ат һәм 20 ҡатын-ҡыҙ (1816 йылғы мәғлүмәттәр буйынса) йәшәй. Бөтәһе лә - Күл-Иле-Мең улусы аҫабалары. Исламғол - Исламғол Аҙнаев (1745 - 1827) етәкселегендә Аҙнай кешеләре нигеҙ һалған бүленеп сыҡҡан ауыл.Аҙнайҙың улдары Рәхмәтулла, Күзбәк, Ниғмәтулла, Төхвәтулла, Ғәлиулла, Кәлимулла, Ғәйнулла, Сәфиулла, Көрбәтулла.
1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса, бында йәшәгән халыҡтың исемдәрен атайбыҙ. Үрҙә беҙ тәүге төпләнеүсенең улдарын һанап үткәйнек, хәҙер иһә уның ейәндәрен һәм бүлә-бүләсәләрен, шулай уҡ башҡа ауыл кешеләренең исемдәрен яҙып үтәйек: Ниғмәтулла Исламғоловҡа 45 йәш, уның улдары Үҙәк, Ғибәҙулла; Күзбәк Исламғоловҡа 45 йәш,улы -Хәбибулла, ейәне-Хәлилулла; Рәхмәтулла Исламғолов (1766-1813),улдары- Хоҙайбирҙе, Мөхәмәтрәхим ; Ҡотлоғужа Бигешевҡа 36 йәш,улдары Алтынмырҙа, Йосопмырҙа; Биксура Бигешевҡа 39 йәш,улы Алтынсура; Ҡурамша Таймаҫовҡа- 18 йәш.
VII ревизиянан һуң 5 башҡорт Стәрлетамаҡ өйәҙе Ҫылы-Мең улусына ҡараған Кәреш ауылынан ҡабул ителә (уларҙың тамғалары - Ш 1 1 П |"т |^ г ). 1835 йылда етәкселек бойороғо буйынса Ырымбур өйәҙенән 35 башҡорт ошо ауылға күсерелә. Башҡорттар контингенты формалаша, ә улар 1834 йылда 87 була, 1859 йылда - 238, 1870 йылда - 256, 1917 йылда - 367 (шулай уҡ 13 урыҫ), 1920 йылда - 517.
1843 йылда 87 башҡорт 402 бот яҙғы иген сәсә. 1917 йылда 64 ихатаға 694 дисәтинә сәсеүлек тура килгән.[4]

Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Елдәр урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. 1865 йылда 49 йортта 256 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек, перәник бешереү менән шөғөлләнгәндәр. 1906 йылда мәсет булыуы теркәлгән.[5]

  • Урман урамы, (рус. Лесная (улица))
  • Йылға урамы, (рус.  Речная (улица))
  • С.Юлаев урамы, (рус. С.Юлаева (улица))
  • Ш.Бабич урамы, (рус. Ш.Бабича (улица))
  • Шоссе урамы, (рус. Шоссейная (улица))
  • Таулы тыҡрығы, (рус. Горный (переулок))[6]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]