Суфиянов Әһлиулла Ғибәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Суфиянов Әһлиулла Ғибәт улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 25 февраль 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Бәләбәй кантоны, Исламғол
Вафат булыу көнө 5 февраль 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (81 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Мәләүез районы, Мәләүез
Ерләнгән урыны Башҡортостан Республикаhы
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Суфиянов Әһлиулла Ғибәт улы (25 февраль 1927 йыл — 5 февраль 2009 йыл) — сәнәғәт алдынғыһы, 1952—1964 йылдарҙа Ҡаҙағстандағы Зыряновск ҡурғаш комбинатының проходчиктар бригадиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1961).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әһлиулла Ғибәт улы Суфиянов Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны[1] Исламғол ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте башҡорт.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген тыуған колхозында башлай. Һуғыштан һуң Ҡаҙаҡ ССР-ының Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһендәге Зыряновск ҡалаһына килә һәм урындағы ҡурғаш комбинатының Маслянск руднигында проходчик булып эшләй. Фиҙакәрлеге арҡаһында проходчиктарҙың бригадиры итеп һайлана. Ә. Ғ. Суфияновтың бригадаһы даими рәүештә эш планын арттырып үтәй. СССР Юғары Советы Президиумының 1961 йылдың 9 июнендәге Указы менән Суфиянов Әғлиулла Ғибат улына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

Ә. Ғ. Суфиянов Ҡаҙағстан Компартияһы Үҙәк Комитетының Ревизия комиссияһы ағзаһы итеп һайлана.

Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Башҡортостанға, Мәләүез ҡалаһына ҡайта. 2009 йылда Мәләүездә вафат була, тыуған ауылында ерләнгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Богатырев Ф. Агулла Суфиянов — бригадир // Утро над Иртышом : сборник . — Усть-Каменогорск: Облиздат, 1960. — 211 с — С.188-195
  • Зыряновск: сборник. — Алма-Ата: Казахстан, 1991. — 192 с. — С. 132. ISBN 5-615-00857-1

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]