Эстәлеккә күсергә

Елдәр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Елдәр
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Елдәр ауыл Советы[1]
Административ-территориаль берәмек Елдәр ауыл Советы, Миәкә районы һәм Бәләбәй өйәҙе
Халыҡ һаны 978 кеше (2002)[2],
1013 кеше (2009)[2],
890 кеше (2010)[3]
Почта индексы 452092
Карта

Елдәр (рус. Зильдярово) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 890 кеше[4]. Почта индексы — 452092, ОКАТО коды — 80244825001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 890 428 462 48,1 51,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Елдәр ауылы шул уҡ исемдәге йылға һәм Өйәҙе йылғаһы эргәһендә урынлашҡан.Ауыл 1786 йылдан алып билдәле. Ул Күл-Иле-Мең улусы аҫабалары тарафынан ҡабул ителгән керҙәш башҡорттар ауылы булып тора. Уларҙан башҡа бында Баязит ауылынан килгән типтәрҙәр ҙә (Ишморат Миндәев, Ишмөхәмәтовтар, Ҡорбанғәлиндар, Ильяс Ҡыҙрасов) билдәле. 1795 йылда 35 йортта 166 кеше йәшәгән. 1816 йылда типтәрҙәр — 18, 1834 йылда 25 йән иҫәпләнгән. 1816 йылда керҙәш башҡорттар — 149, 1834 й. — 232, 1850 й. — 321 кеше булған. 1859 йылда- 851, 1870 йылда — 1099, 1917 йылда — 1876 башҡорт (ҡайһы берҙәре «яңы башҡорттар»),5 типтәр,3-әр татар һәм сыуаш,1 украин һаналған. 1920 йылда 1810 башҡорт һәм типтәр иҫәптә торған. 1843 йылда 464 башҡортҡа 128 бот ужым һәм 2792 бот яҙғы иген сәселгән. 12 тирмәне булған. 1917 йыл 339 йорттоң сәсеүлек майҙаны 1724 дисәтинә тәшкил иткән, шул иҫәптән 130-ы - 4 дисәтинәгә тиклем, 98-е - 10 дисәтинәгә тиклем, 22 йорттоң - 15 дисәтинәгә тиклем, 27 йорттоң - 15 дисәтинәнән ашыу ере булған.
Бөтә төбәк һәм ауыл башҡорттары 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 2-се башҡорт полкы составында Елдәр ауылынан француздарға ҡаршы ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән зауряд-сотник Садиҡ Сәғитов һуғышҡан.[5]
1865 йылда Елдәр (Елдерәк) исеме менән иҫәпкә алынған, 120 йортта 899 кеше йәшәгән.Халыҡ игенселек, малсылыҡ, балта эше менән шөғөлләнгән. 2 мәсет, училище, 12 һыу тирмәне булған. 1906 йылда 2 мәсет, 4 тирмән, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан. 1939 йылда ике ауыл — Яңы Елдәр һәм Иҫке Елдәр теркәлгән, һуңынан улар бергә иҫәпкә алынған. Халҡы: 1906 й. — 1395 кеше; 1920 — 1810; 1939 — 1544; 1959 — 1231; 1989 — 960; 2002 — 978; 2010 — 890 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). М.К.Сәлимов, В.С.Сыромятников, Р.Н.Фәхретдинов ошо ауылда тыуған.Хәҙерге ваҡытта урта мәктәп, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[6]

  • Көнсығыш (урамы), (рус. Восточная (улица))
  • Туҡай (урамы), (рус. Тукая (улица))
  • Таулы (урамы), (рус. Горная (улица))
  • Дуҫлыҡ (урамы), (рус. Дружбы (улица))
  • Урман (урамы), (рус. Лесная (улица))
  • М.Ғафури (урамы), (рус. М.Гафури (улица))
  • Тыныслыҡ(урамы), (рус. Мира (улица))
  • Быуа (урамы), (рус. Прудный (улица))
  • Йылға (урамы), (рус. Речная (улица))
  • Чапаев (урамы), (рус. Чапаева (улица))
  • Шоссе (урамы), (рус. Шоссейная (улица))[7]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]