Эстәлеккә күсергә

Боғҙан (Миәкә районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Боғҙан
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Боғҙан ауыл советы[1]
Административ-территориаль берәмек Боғҙан ауыл советы
Халыҡ һаны 605 кеше (2002)[2],
600 кеше (2009)[2],
474 кеше (2010)[3]
Почта индексы 452071
Карта

Боғҙан (рус. Богданово; боронғо атамаһы Таулы) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 474 кеше[4]. Почта индексы — 452071, ОКАТО коды — 80244810001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 474 225 249 47,5 52,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

1743 йылдың 21 июлендәге Илекәй-Мең улусы башҡорттары менән килешеү буйынса типтәрҙәр Боғҙан (Таулы) ауылына нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Богдан Рәжәпов 48 кеше иҫәбендә Буҙат ауылына (хәҙерге Стәрлебаш районы) күсенә. 1783 йылғы IV ревизия менән иҫәпкә алынған улдары: 70 йәшлек Иҫәнғол, 49 йәшлек Аҡбирҙе һәм 38 йәшлек Ишҡол булыуы билдәле. Типтәрҙәр араһында башҡорт ихтилалында (17351740) әүҙем ҡатнашҡаны өсөн аҫабалыҡ хоҡуғынан мәхрүм ителгән башҡорттар аҙ булмай. Илекәй-меңлеләр, 1790 йылдың 10 сентябрендә төҙөлгән килешеү буйынса, мишәрҙәрҙе бында индерәләр. Индереүҙә күл-меңлеләр ҙә ҡатнаша. Яһаҡлы татарҙар була (1816 йылда һәм 1834 йылда 3-әр йән).
1783 йылда — 94 типтәр иҫәпләнһә, 1816 йылда — 200 (20 мишәр һәм 6 татар), 1834 йылда 280 (26 мишәр) кеше иҫәпләнә, 1870 йылда 937 кеше һанала, бөтәһе лә башҡорт милләтенән була, 1917 йылда — 919 (85 мишәр, 7 типтәр һәм сыуаш), 1920 йылда — 822 кеше. Ләкин улар араһында типтәрҙәр (башҡорттар һәм татарҙар) һәм мишәрҙәр бар.
1917 йылда 178 йортҡа 919 кешеһе менән 693 дисәтинә сәсеүлек тура килгән. Бөтә хужалыҡтарҙың 106-һында — 4 дисәтинәгә тиклем, 41-ендә — 10 дисәтинәгә тиклем, 9-ында — 15 дисәтинәгә тиклем, 4-һендә 15-тән ашыу дисәтинә сәсеүлек булған. 240 баш эшсе малдары булған.[5]

  • Йылғалар: Яҡты Ҡаран,Ҡара Ҡаран.
  • Күлдәр:Киндер күле,Боланлыкүл,Бойҙай йыуа торған күл.
  • Тауҙар:Күгәрсен тауы, Ҡаршытау, Крастау (Ҡашҡатау),Кире айғыр (тау араһы),Ҡушҡул, Ҡомтау мороно, Ҡуян ҡыуырғыһы,Бөркөтлөҡул (тау араһы),Урманһыу-Заготскот соҡоро.
  • Туғай: Үрге ерек, Түбәнге ерек, Күрән,Ҡармыш, Иҫке төбәк,Ҡаршы туғай,Тәүләй.
  • Шишмәләр:Ҡарағайлыкүл,Боланлыкүл.
  • Ҡойо:Радик,Хәниф.[6]
  • Йылға аръяғы (урамы), (рус. Заречная (улица))
  • Ленин (урамы), (рус. Ленина (улица))
  • Йәштәр (урамы), (рус. Молодежная (улица))
  • Яңы (урамы), (рус. Новая (улица))
  • Почта (урамы), (рус. Почтовая (улица))
  • Баҡса (урамы), (рус. Садовая (улица))
  • Совет (урамы), (рус. Советская (улица)) [7]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]