Ҡорманайбаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡорманайбаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә районы

Координаталар

53°33′11″ с. ш. 54°50′24″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 850 004

ОКТМО коды

80 644 450 111

ГКГН номеры

0523678

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡорманайбаш (Рәсәй)
Ҡорманайбаш
Ҡорманайбаш
Ҡорманайбаш (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡорманайбаш

Ҡорманайбаш (рус. Курманайбаш) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 194 кеше[1]. Почта индексы — 452090, ОКАТО коды — 80244850004.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 194 93 101 47,9 52,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1802 - 1803 йылдарҙа ерҙәрҙе Генераль ыҙанлауҙан һуң, шунда уҡ Илекәй-Мең улусы аҫабалығында Ҡорманайбаш (Үрге Ишле) ауылы барлыҡҡа килә.
•Ул - Яңы Ишле ауылынан бүленеп сыҡҡан ауыл. Тәүге тапҡыр ул 1816 йылда теркәлә,был ваҡытта ауылда 30 ир-егет иҫәпләнә, ә 1834 йылғы мәғлүмәттә -70 кеше.
1917 йылда 102 йортта 570 типтәр йәшәгән, 3 йортта - 11 башҡорт, 1920 йылда 550 типтәр теркәлгән.[2]
Халҡы: 1906 й. – 381 кеше; 1920 – 551; 1939 – 404; 1959 – 327; 1989 – 175; 2002 – 209; 2010 – 194 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡырғыҙ‑Миәкә урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Хәҙерге исеме гидронимға бәйле. 1834 й. Ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. 1906 йылда мәсет булыуы теркәлгән.[3]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исемдәре:[4]

• Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица))

• Королев урамы (рус.  Королева (улица))

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мөлөкөв Хәлим Мансур улы (20.01.1943)-Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.[5] 415-се б.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Ҡорманайбаш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. https://www.gosspravka.ru/02/038/000105.html«Налог Белешмәһе" системаһында Ҡорманайбаш ауылы
  5. Х. Х. Мусин, Р. М. Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й.