Сафар (Миәкә районы)
Ауыл | |
Сафар башҡ. Сафарово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Элекке исеме |
Ҫапар |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452098 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Сафар (рус. Сафарово) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 288 кеше[2]. Почта индексы — 452098, ОКАТО коды — 80244820004.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Ҡырғыҙ-Миәкә): 35 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Йәнәби-Урсай): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Аксенов): 59 км
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың үҫеше тураһында түбәндәге мәғлүмәттәр бар:[3]
1795 йылда 12 йортта 29 ир-ат, 28 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.
1816 йылда — 100 кеше,
1834 йылда — 140 кеше,
1850 йылда — 132 кеше,<br
1859 йылда - 135 ир-ат,
1870 йылда — 211 кеше,
1917 йылда — 462 кеше,
1920 йылда — 471 кеше йәшәгән.
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 288 | 149 | 139 | 51,7 | 48,3 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сафар ( халыҡ телендә Ҫапар) ауылы Йәнәби‑Урсай ауыл Советына ҡарай. Район үҙәгенән көньяҡ‑көнбайышҡа 35 саҡрым һәм Аксёнов тимер юл станцияһына көньяҡ‑көнбайышҡа табан 59 саҡрым алыҫлыҡта Дим йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға Нуғай даруғаһы Күл-Иле- Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1770 йылдан алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Сафар Тәмәев исеме менәнн аталған. Сафар Тәмәев 1750 йылдың 10-11 июль килешеүе буйынса Тауҡай-Гәйнә ауылына Ғәйнә улусы башҡорттарынан 30 ғаиләне керҙәшлеккә индереүҙә ҡатнашыуы билдәле. 1795 йылда 12 йортта 57 кеше йәшәгән, 1865 йылда 62 йортта — 211 кеше. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек менәнн шөғөлләнгән. 1906 йылда мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән.
Тарихи документтар буйынса,Сафарҙа йәшәүселәр:Ҡолтай Сафаров, тархан Ҡарағол Дайоров,Ҡолтайҙың улы-Бәҙрән Ҡолтаев, Ишәли Күскилдин 1770,1786, 1793 йылдарҙа ер килешеүҙәрендә ҡатнашалар. Ауылдың хужалыҡ итеү мөмкинлектәре түбәндәге мәғлүмәттәр менән ҡылыҡһырлана: 1843 йылда 297 кешегә 40 бот ужым,712 бот ярауай ашлыҡ сәселә, 1917 йылда 85 йортҡа 635 дисәтинә һөрөнтө ер тура килә, шул иҫәптән,17 хужалыҡтың 4, 22 хужалыҡтың 10 дисәтинәгә тиклем,10 хужалыҡтың 15-кә, 13 хужалыҡтың 15 дисәтинәнән күберәк һөрөнтө ере булған.5 проценттан ашыу йорт — 23 — игенселек менән шөғөлләнмәгән[3]. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[5].
Легендан өҙөк
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү] ...Ҡапыл аталарының башына бер уй килгән: « Ә ниңә ике улы араһында ат ярышы ойоштороп, еңеүсенең исемен мәңгеләштермәҫкә?».
Бына бер заман, елә ти, ике ат. Арттарынан туҙандары ғына ҡала, ти. Йә береһе алға сыға, ти, йә икенсеһе.Алмаш- тилмәш күренеп- күренеп килә торғас,аталары аттарҙың береһен генә шәйләп ала. Күҙ күреме ер ҡалғас, Сәфәрҙең аты беренсе булып килеүен күрә ул. Ата Сәфәр өсөн шатлана ла, Яппарҙың күренмәүенә борсола ла .Ә икенсе улы аҙаҡтан ғына күренгән.сөнки уның аты һыуһап киткән дә, йылғаны күргәс, һыу эсергә тотонған икән. Ни эшләйһең, ҡарар үҙгәртелмәй: шулай итеп,был урынға Сәфәр исеме бирелә. Был матур урынға тирә-яҡтан халыҡ күпләп ултыра башлай. Сәфәр ауылы бына шулай барлыҡҡа килгән. Ә халыҡ телендә ул Ҫапар булып йөрөй.[6] |
Ауылдағы аралар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда «ара» түгел, ә «нәҫел» тигән һүҙ күберәк ҡулланыла.Ҡан- ҡәрҙәшлекте аңлатҡан был төшөнсәгә ҙур иғтибар бирә ауыл халҡы. Дүрт төрлө нәҫел атамаһы һаҡлай ауыл тарихы :ҡараҡайҙар, шомолар, сыуаш һәм ҡалмаҡ нәҫелдәре.Ҡараҡайҙар нәҫеленән булған Солтанғужин Шәйәхмәт Әхмәтвәли улы ғүмерен мәғарифҡа арнаны, мәктәп директоры булды.Ҡалмаҡтар — ауылда иң ҙур нәҫел. Улар үҙҙәрен, хатта, «ҡомалаҡтар» тип атарға яраталар. Маҡтанырға яйы сыҡҡанда, беҙ бит- ҡомалаҡ, тип өҫтәп ҡуялар.(Ҡомалаҡтың ҡабарыуы-маҡтансыҡ булыу мәғәнәһендә).Шомолар-Әхмәҙуллиндар.Ә сыуаш нәҫеленең тарихы былай: яҙ көнө һөрөлгән баҫыу өҫтәндәге бер ыҙандан яңы тыуған бала табып алып ҡайталар. Йүргәктең төрөлөшө буйынса, уның сыуаш балаһы булыуын асыҡлайҙар. Бала малай кеше була. Уны башҡорт ғаиләһе ҡарап үҫтерә, өйләнә, балалар үҫтерә.Сыуаш нәҫеле шулай тарала.
Ауылда ҡан-ҡәрҙәшлекте, белеү,туғанлыҡ ептәрен нығытыу маҡсатынан 2017 йылда, архив материалдарына таянып, Абайҙуллиндар,Абдуловтар, Лотфуллиндар,Байтуриндар, Әхмәҙуллиндар, Афзалетдиновтар (төҙөүсеһе-Абдулова Фәйрүзә Арыҫлан ҡыҙы), Әхмәтшиндар (төҙөүсеһе-архив хеҙмәткәрҙәре)һәм Шәйгәрҙановтар (өлкән быуын кешеләре һөйләүе буйынса) шәжәрәләр төҙөнө, шәжәрә байрамы үткәрҙе.[7]
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемдәре:[8]
Урман исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсет урманы
Йомро уҫаҡлыҡ
Имәнлек
Ҡайынлыҡ
Кашап ҡулы
Илҡасҡан ҡулы
Ҡыҙбикә ҡулы
Бурһыҡ өңө
Тимеркәй
Һуйырлы сағыл
Кинйәбай беләге
Сирмеш ҡыуағы
Балағас ҡулы
Уҫаҡлыҡ
Үткәүел
Ялан исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иген бүләге
Поселка
Йәшелкүл башы
Мискә ҡырлайы
Мишә ҡарт яланы
Ураҙбикә ҡойоһо
Дирән (Тәрән) соҡор
Ҡыҙылъяр
Йүкәле ҡабаҡ
Умарталыҡ
Бикҡол сауҡалығы
Дипҫән
Ҡыҫыҡ буйы
Тау,ҡалҡыулыҡтар исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тыныслыҡ тауы
Ғирфан тауы
Ҡаршытау
Өстаған
Зуев мороно
Ҡантай ҡулы
Дегермән (Тирмән) сағылы
Рәпи ҡулы
Сауҡалыҡ
Кәзә ҡулы
Ғусман тауы
Кәртә ҡулы
Ҡымыҙлыҡ соҡоро
Һуһарлы сағыл (Халыҡ телендә-Ҫыуырлы сағыл)
Баҡса соҡоро
Туғай исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оло туғай
Еләкле аҡлан
Йомро туғай
Маръя баҡсаһы
Мулла төбәге
Асы
Сәгер
Айырым төбәк (Айыртыва- халыҡ телендә)
Юл исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡорған юлы
Ҡырын юл
Ҡабаҡ буйы юлы
Йылға
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көрмәҙе йылғаһы
Дим йылғаһы кисеүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәкә башы кисеүе
Ҡарама кисеүе
Ғирфан кисеүе
Яҡшембәт кисеүе
Һыу инеү урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ташлыҡ
Шарламаҡ
Ҡолаҡлыҡ
Ярлау
Шишмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таһир шишмәһе
Үр шишмәһе
Даишма башы
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы (21.0.2.1948), журналист, яҙыусы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостандың (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[9].
- Абдулова Фәйрүзә Арслан ҡыҙы (16.10.1964), уҡытыусы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2006),Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (2019).
- Сөләймәнова Рәйсә Төхфәт ҡыҙы (8.03.1969), табип-хирург. Медицина фәндәре кандидаты.
- Мөхтәруллина Сәүиә Ғабдулла ҡыҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Зарипова Гөлнур Ғәлләүетдин ҡыҙы (01.01.1961), уҡытыусы,Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Абайҙуллин Заһир Зайбар улы (9.12.1965), һәүәҫкәр композитор. Халыҡ араһында таралған билдәле йырҙар авторы.
- Ғирфанов Рәхимйән Ғирфан улы (1904 йыл—?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, шайморатовсы, 62-се гвардия кавалерия полкының ҡул пулеметы тоҫҡаусыһы, ҡылыссыһы була.
- Абдулов Рафаэль Хәсән улы (1933 йыл—22 ноябрь 2022 йыл) — уҡытыусы, рәссам. [10]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 А.З.Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» стр. 437 2022 йыл 27 март архивланған.
- ↑ Справочник почтовых индексов / кодов ОКАТО - ОКТМО/налоговых инспекций ФНС / адресов
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Сафар ауылы
- ↑ A/Ф.Абдулова
- ↑ A/Ф.Абдулова
- ↑ A/Ф.Абдулова
- ↑ Сафар (Миәкә районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й. — С. 342-се б..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сафар (Миәкә районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2022)
- Сафарово на портале «Генеалогия и Архивы»
- А.З.Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 437-се б. 2022 йыл 27 март архивланған.
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)