112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡыҙыл армия флагы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
Наградалары:
Совет гвардияһы Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены II дәрәжә Суворов ордены II дәрәжә Кутузов ордены
Ғәскәр:

ҡоро ер ғәскәрҙәре

Ғәскәр төрө:

кавалерия

Ойошторолған:

28 ғинуар 1942

Һуңынан килеүсе:

16-сы гвардия кавалерия дивизияһы

Генерал Шайморатовтың тыуған ауылында ҡуйылған һәйкәле

Башҡорт атлы дивизияһы — 1942 йылдың яҙында И. В. Сталин бойроғо буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә.

Тарихи хроника[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы

Дивизия төҙөлөп бөткәндә уның составындағы яугирҙарҙың 81,4 проценты — башҡорттар, 14,5 проценты — татарҙар, 3,3 проценты урыҫтар һәм башҡа милләт вәкилдәре була.

1941 йылдың 25 декабрендә полковник Миңлеғәле Шайморатов дивизия командиры вазифаһын үтәй башлай. Артабан 1942 йылдың ғинуарына тиклемге ваҡыт эсендә полктарҙың фронттан һәм башҡа хәрби округтарҙан саҡыртылған даими командирҙары — майор Таһир Күсимов, майор Гәрәй Нафиҡов, майор Ғариф Макаев дивизия ҡарамағына килә.

1942 йылдың апреленән 1943 йылдың февраленә ҡәҙәр дивизияның башҡорт телендә үҙ баҫмаһы — «Ҡыҙыл атлылар» гәзите сыға.

1942 йылдың 22 мартында БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов дивизияға БАССР Юғары Советы Президиумы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының байрағын тапшыра.

1942 йылдың 2 июленән дивизия Брянск фронтының 3-сө армияһы составында хәрби хәрәкәттәрҙә, Сталинград һуғышында ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн дивизияның 213 һалдаты һәм командиры хөкүмәт наградаларына лайыҡ була.

Дивизия 400 километрҙан ашыу хәрби юл үтеп, йөҙҙән ашыу ауыл-ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша, 3000 тиерлек дошман һалдатын һәм офицерын, 56 танкыһын, 6 самолетын, 6000 автомашинаһын юҡ итә.

1942 йылдың 10 июлендә 294-се полк командиры майор Гәрәй Нафиҡов һәләк була.

1943 йылдың 14 февралендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы «16-сы гвардия кавалерия дивизияһы» итеп үҙгәртелә.

1943 йылдың 23 февралендә дивизия командиры генерал-майор М. Шайморатов һәләк була. Дивизия менән полковник Григорий Белов етәкселек итә башлай.

1943 йылдың 21 сентябрендә Черниговты азат итеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн дивизияға «Чернигов» исеме бирелә.

Днепр янындағы яуҙа ҡатнашҡан өсөн дивизияның 1,4 мең һалдаты һәм командиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, 54 кеше «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була.

1943 йылдың ноябрендә Белоруссия ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә, 1944 йылдың 8 ғинуарынан 14-енә тиклем Мозырь рейдында ҡатнаша һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

Украина ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн дивизия — II дәрәжә Суворов ордены, ә 58-се һәм 62-се гвардия атлылар полкы һәм 148-се артиллерия-минометсылар полкы, Томашув-Мазовецкий ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн 60-сы гвардия атлылар полкы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.

1945 йылдың 10 февраленән 4 апреленә тиклем дивизия — Көнсығыш Померан, 1945 йылдың 19 апреленән 5 майға тиклем Берлин стратегик операцияһында ҡатнаша. II дәрәжә Кутузов ордены менән наградлана.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан ашыуыраҡ ер үтә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Юғары Баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. Ленин ордены менән бүләкләнә.

Дивизияның 3860 яугиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 78 кеше — Советтар Союзы Геройы исеменә һәм биш кеше Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ була.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ахмадиев Т. Х. Башкирская 16-я гвардейская кавалерийская 1941—1945 гг // Ватандаш. — 1997. — № 11. — С. 173—184. — ISSN 1683-3554.
  • Саҡма тояҡ аттарҙа. Яныбай Хамматов.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]