Белов Григорий Андреевич
Уҡыу көйләүҙәре
Белов Григорий Андреевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 12 октябрь 1901 |
Тыуған урыны | Сара[d], Алатыр өйәҙе[d], Сембер губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 23 июнь 1994 (92 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Троекуров зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | полководец |
Хәрби звание | генерал-лейтенант[d] |
Командалыҡ иткән | 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 80-я гвардейская стрелковая дивизия[d] һәм 17-й стрелковый корпус (1-го формирования)[d] |
Һуғыш/алыш | Рәсәйҙә Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Белов Григорий Андреевич (12 октябрь 1901 йыл — 23 июнь 1994 йыл) — совет хәрби начальнигы, генерал-лейтенант, 1943 йылдың февраленән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы) командиры, Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Григорий Андреевич Белов 1901 йылдың 12 октябрендә хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Сурский районындағы Сара ауылында тыуған. рус.
- Башланғыс мәктәпте тамамлағас, эшсе булып эшләгән.
- . Ҡыҙыл Армияла 1920 йылдан. Граждандар һуғышында ҡатнаша.
- 1920 йыл — Һамарҙа сәйәси курстар тамамлай;
- 1927 йыл — Тверь ҡалаһында хәрби мәктәп тамамлай;
- 1930 йыл — Хәрби-сәйәси академия тамамлай. Уны тамамланғандан һуң — комиссар, кавалерия полкы командиры, Юғары кавалерия курстары, Фрунзе исемендәге Хәрби академия уҡытыусыһы.
- 1941 йылдың сентябренән 1942 йылдың июленә тиклем Мәскәү эргәһендә запастағы кавалерия полкы командиры.
- 1942 йылдың июле — Брянск фронтына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (1943 йылдың 14 февраленән — 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы) командиры урынбаҫары итеп йүнәлтелә.
- 1943 йылдың 23 февралендә Ворошиловоград өлкәһендә полк дошман тылы буйлап рейдтан сыҡҡан ваҡытта, дивизия командиры гвардия генерал-майоры Шайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улы батырҙарса һәләк була, бынан һуң гвардия полковнигы Г. А. Белов дивизия командиры була һәм һуғыш тамамланғанға тиклем дивизия менән етәкселек итә.
- 1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда, тарихи Еңеү Парадында, генерал-майор Г. А. Белов кавалеристар йыйылма дивизионын етәкләй.
- Һуғыштан һуң Белов Г. А. СССР ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итә, механизацияланған дивизияның, уҡсылар корпусының командиры.
- 1953 йыл — Г. А. Беловҡа «генерал-лейтенант» хәрби дәрәжәһе бирелә.
- 1962 йылдан — отставкала, Мәскәү ҡалаһында йәшәй, 1994 йылдың 23 июнендә Мәскәүҙә вафат була
- Мәскәүҙә Востряковский зыяратында ерләнгән.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Советтар Союзы Геройы исеме (СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1944 йылдың 15 ғинуарында Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла (№ 3009))[1]
- Өс Ленин ордены,
- дүрт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
- 2-се дәрәжә Суворов ордены
- 1-се дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены,
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены,
- «Почёт Билдәһе» ордены,
- миҙалдар[2],
- «Виртути Милитари» Польша ордены,
- «Бранденбург ҡалаһының почётлы гражданы» исеме.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Милли музейында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) һәм 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы Музейында урынлаштырылған 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһы мемориаль таҡтаташтарына Г. А. Беловтың исеме алтын хәрефтәр менән уйып яҙылған.
- Ульяновск өлкәһенең Сара ауылы урамдарының береһе генерал Г. А. Белов исемен йөрөтә.
- Сурский районы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Советтар Союзы Геройы генерал-лейтенант Г. А. Беловҡа арналған стенд булдырылған.
Сәйәсәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Белов Григорий Андреевич . «Герои страны» сайты.
- Белов Г. А. Путь мужества и славы. — Уфа., 1985.
- Гордость и слава 16-й кавдивизии. — Уфа., 1990.
- Узиков Ю. Гордился комдив Белов башкирскими джигитами
- Мастер стремительных рейдов, «Ульяновская правда» 20 декабрь 2001 й.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
- ↑ Наградной лист . Подвиг народа. Дата обращения: 26 февраль 2014.
Категориялар:
- 12 октябрҙә тыуғандар
- 1901 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 23 июндә вафат булғандар
- 1994 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияға XX йыл» миҙалы менән наградланыусылар
- II дәрәжә Суворов ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Варшаваны азат иткән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Берлинды алған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Ветеран Вооружённых Сил СССР» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Одра, Ниса, Балтика өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Варшава өсөн 1939-1945» миҙалы менән бүләкләнеүселәр (Польша)
- «Ҡытай-СССР дуҫлығы» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Генерал-лейтенанттар (СССР)
- Бөйөк Ватан һуғышында дивизия командирҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ульяновск өлкәһендә тыуғандар
- Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнашыусылар
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Советтар Союзы Геройҙары:112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы