«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 7 май 1965 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Һүрәтләнгән объект | Азат итеүсе яугир[d] |
Һаны | 16 399 550 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Награждённые медалью «Двадцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»[d] |
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы Викимилектә |
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны Еңеүҙең 20-йыллығы хөрмәтенә 1965 йылдың 7 майындағы Указына ярашлы булдырыла. Миҙалдың һүрәте авторҙары — рәссамдар В. А. Ермаков (аверс) һәм Ю. А. Лукьянов (реверс).
Миҙал тураһындағы Положение
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы менән 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ССР Союзы Ҡораллы Көстәре сафтарында ҡатнашҡан бөтә хәрби һәм ялланған ғәскәри хеҙмәткәрҙәр, Бөйөк Ватан һуғышы партизандары, ССР Союзы Ҡораллы Көстәренең бөтә шәхси составы, ә шулай уҡ «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән башҡа кешеләр наградлана.
Юбилей миҙалы 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР-ҙың Алыҫ Көнсығышта дәүләт сиген һаҡлап ҡалған Совет Армияһы, Тымыҡ океан Флоты һәм Амур хәрби флотилияһының өлөштәре һәм берләшмәләре яугирҙарына һәм элегерәк «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнмәгән 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ваҡытлыса оккупацияланған территорияла немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алышҡан подпольела ҡатнашыусыларға ла ҡағыла.
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм СССР-ҙың башҡа ордендары һәм миҙалдары булған осраҡтарҙа «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.
1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы менән яҡынса 16 399 550 кеше бүләкләнгән.
Миҙалдың тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы түңәрәк формала, 32 мм диаметрлы ҙурлыҡта еҙҙән (баҡыр иретмәһенән) эшләнгән.
Миҙалдың алғы яғында — Совет азат итеүсе яугиры һәйкәле һүрәте (Берлиндағы Трептов паркында урынлашҡан, скульпторы Вучетич Е. В.), ике арҡыс-торҡос лавр ботағында «1945-1965» яҙыуы.
Миҙалдың кире яғында түңәрәк буйлап «Двадцать лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» яҙыуы, миҙалдың уртаһында таралған нурҙар фонында — «ХХ» рим һаны һәм йондоҙсоҡ.
Миҙалдың ситтәре күтәрмә менән ҡаймаланған. Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.
Миҙал биш мөйөшлө ҡалып менән элмәк һәм дүңгәдәк ярҙамында тоташтырыла, ҡалып 24 мм киңлектәге ебәк муар таҫма менән ҡапланған. Таҫмала өс бер-берен алмаштырған ҡыҙыл, йәшел һәм ҡара төҫтәге буй. Таҫманың ситтәре ҡара һыҙаттан һуң тар ғына йәшел буй менән ҡаймаланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 186—187. — ISBN 5-7062-0111-0.
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 91.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нагрудный знак «25 лет победы в Великой Отечественной войне»