Эстәлеккә күсергә

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы
Нигеҙләү датаһы 25 апрель 1975
Рәсем
Дәүләт  СССР
Юғарыраҡ дәрәжә «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
Түбәнерәк дәрәжә «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
Алдағы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән баҡыр иретмәһе[d]
Һүрәтләнгән объект Ватан-әсә (Волгоград)
Изображение орденской планки
Һаны 14 259 560
Лауреаттар категорияһы Категория:«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
 «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы Викимилектә

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны Еңеүгә утыҙ йыллығы хөрмәтенә 1975 йылдың 25 апрелендәге Указына ярашлы булдырыла. Миҙал һүрәте авторҙары — рәссамдар В. А. Ермаков һәм В. П. Зайцев (икеһе лә — аверс) һәм А. Г. Мирошниченко (реверс).

Миҙал тураһындағы Положение

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалына танытма

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы менән:

Беренсе пунктта телгә алынған кешеләргә миҙалдың кире яғында — «УЧАСТНИКУ ВОЙНЫ», ә икенсе пунктта телгә алынғандарға «УЧАСТНИКУ ТРУДОВОГО ФРОНТА» тигән яҙыулы миҙалдар тапшырыла.

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы һуғыш йылдарында хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн СССР ордендарына йәки миҙалдарына лайыҡ булған тыл хеҙмәтсәндәренә йәки

миҙалдары менән наградланғандарға тапшырыла.

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» миҙалынан һуң урынлаштырыла.

1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы менән яҡынса 14 560 259 кеш бүләкләнгән.

Миҙалдың тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Миҙалдың реверсы

«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» миҙалының формаһы түңәрәк, диаметры 36 мм, баҡыр иретмәһенән эшләнгән.

Миҙалдың алғы яғында совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү хөрмәтенә байрам салют уттары фонында миҙал яғынан фонында Е. В. Вучетичтың Сталинград алышы геройҙары һәйкәл-ансамбленән «Ватан әсә» скульптураһының рельефлы һүрәте урынлаштырылған. Скульптуранан һул яҡта аҫҡа эйелгән лавр ботағында биш осло йондоҙ һәм «1945-1975» датаһы һүрәтләнгән.

Миҙалдың кире яғындағы өҫкө өлөшөндә түңәрәк буйлап «УЧАСТНИКУ ВОЙНЫ» йәки «УЧАСТНИКУ ТРУДОВОГО ФРОНТА», тип яҙылған, уртаһында — «ХХХ лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» яҙыуы, аҫҡы өлөштә таҫмала ураҡ һәм сүкештең рельефлы һүрәте. Сит ил граждандары өсөн ҡойолған миҙалдарҙа «УЧАСТНИКУ ВОЙНЫ» йәки «УЧАСТНИКУ ТРУДОВОГО ФРОНТА» тигән яҙыуҙар юҡ.

Миҙалдың ситтәре ҡыҙғылт һары буй менән ҡаймаланған. Миҙалдағы һүрәттәр һәм яҙыуҙар ҡабарынҡы итеп эшләнгән.

Миҙал биш мөйөшлө ҡалып менән элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла, ҡалып 24 мм киңлектәге һәр береһе 3 мм киңлектәге ҡара һәм ҡыҙғылт һары ебәк муар таҫма менән ҡапланған. Урталағы ҡыҙыл буй 10 мм киңлегендә, ә ике яҡтағы йәшел, ҡара, ҡыҙғылт һары һәм ҡыҙыл буйҙарҙың һәр береһе 3 мм.

  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 210—211. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 91—92.
  • Нагрудный знак «25 лет победы в Великой Отечественной войне»