7 май
Перейти к навигации
Перейти к поиску
7 май — григориан стиле буйынса йылдың 127-се (кәбисә йылында 128-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 238 көн ҡала.
← май → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | |||||
3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 |
10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 |
17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 |
24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
31 | ||||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Радио көнө — элемтәнең барлыҡ тармаҡтары хеҙмәткәрҙәре байрамы.
Дания: Доға көнө.
Шотландия: Яҙ көнө.
Ҡаҙағстан: Ватанды һаҡлаусылар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1755: Ҡыҙыл майҙандағы хәҙерге Дәүләт тарих музейы урынында булған Дарыухана бинаһында Мәскәү дәүләт университеты эшләй башлай.
- 1780: Рәсәй императоры Екатерина II Санкт-Петербург ҡалаһы гербын рәсми раҫлай.
- 1895: Рәсәй империяһы физигы һәм электротехнигы Александр Попов Санкт-Петербургта үҙе уйлап сығарған радионы эшләтеп күрһәтә.
- 1940: Мәскәү дәүләт университетына Михаил Ломоносов исеме бирелә.
- 1945: Францияның Реймс ҡалаһында урындағы ваҡыт менән төнгө 2 сәғәт 41 минутта Германияның ҡаршылыҡһыҙ капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыла.
- 1960: Михаил Таль шахмат буйынса донъяның 8-се чемпионы титулын яулай.
- 1960: СССР-ҙа ете сәғәтлек эш көнө индереү тураһында закон ҡабул ителә.
- 1985: СССР Министрҙар Советы «Эскелек һәм алкоголизмды бөтөрөү, самогон ҡыуыуҙы туҡтатыу саралары тураһында» 410-сы ҡарар ҡабул итә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кузнецов Георгий Иванович (1900—20.04.1979), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, инженер-сапёр бригадаһының отделение командиры. Дан орденының тулы кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районы хәҙер бөткән Бармаҡ утарынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Канбекова Нәзихә Шәмси ҡыҙы (1932), Архангел районының Архангел ауылындағы 1-се урта мәктәп ветераны, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сафиуллин Ғиндулла Ғиззәтулла улы (1933—2016), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1951—1991 йылдарҙа Дәүләкән районы Ленин исемендәге колхоз тракторсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы (1966). Дәүләкән ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2008).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Черняев Александр Михайлович (1934—18.08.2004), ғалим-гидрогеолог. 1956—1958 йылдарҙа Көньяҡ Урал территориаль геология идаралығының инженер-гидрогеологы, 1958—1961 йылдарҙа партия начальнигы. Геология-минералогия фәндәре кандидаты (1966), техник фәндәр докторы (1990). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1974). Сығышы менән Брянск ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1833: Йоһаннес Брамс, Германия композиторы.
- 1840: Адольф Павинский, Польшаның ғалим-тарихсыһы, архивсы, Варшава университеты профессоры.
- 1840: Пётр Ильич Чайковский, Рәсәй империяһы композиторы, педагог, музыка һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1861: Рабиндранат Тагор, Һиндостан яҙыусыһы, шағир, композитор, рәссам һәм йәмәғәт эшмәкәре.
- 1892: Иосип Броз Тито, дәүләт эшмәкәре, 1945—1980 йылдарҙа Югославия етәксеһе.
- 1901: Гэри Купер, АҠШ актёры.
- 1925: Лев Мирский, СССР һәм Рәсәй кинорежиссёры, актёр. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1930: Анатолий Лукьянов, ғалим-хоҡуҡ белгесе, СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, Рәсәй сәйәсмәне.
- 1930: Игорь Безродный, СССР музыканты, скрипкасы, дирижёр һәм педагог.
- 1980: Ким Нам Сун, Төньяҡ Корея спортсыһы, уҡтан атыуҙа 2000 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1948: Баймырҙин Ғаяз Исламетдин улы, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, лётчик, гвардия майоры (1943), Советтар Союзы Геройы (1944).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]